Энгельберг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Энгельберг
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Engelberg
Рәсми тел Немец теле
Дәүләт  Швейцария[1]
Административ-территориаль берәмек Обвальден[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Engelberger Aa[d]
Эксклав от Обвальден[d]
Ойошма ағзаһы SGV-ACS[d][2]
Халыҡ һаны 4181 кеше (31 декабрь 2018)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1015 метр
Сиктәш Аттингхаузен[d], Гадмен[d], Иннерткирхен[d], Изенталь[d], Вольфеншиссен[d] һәм Вассен[d]
Майҙан 74,87 км² (2020)[4]
Почта индексы 6390
Рәсми сайт gde-engelberg.ch
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL ld.geo.admin.ch/boundari…
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлеге list of cultural properties in Engelberg[d]
Урындағы телефон коды 041
Номер тамғаһы коды OW
Карта
 Энгельберг Викимилектә


Энгельберг (нем. Engelberg OW) — Швейцарияның Обвальден кантонында урынлашҡан курорт һәм коммуна. .

Коммунаның халҡы 3767 кеше тәшкил итә (31 декабрь, 2007 йыл мәғлүмәттәре буйынса). Рәсми коды — 1402.

Исеменең тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Риүәйәт буйынса, Энгельберг исеме бенедикт монастырынан алынған: монастырға нигеҙ һалыусы Конрад фон Шелленбуренға (Konrad von Sellenburen) фәрештә пәйҙа булған, ул Ochsen туғайында изге урын төҙөргә бойорған. Монастырь төҙөлгәс— 1120 йылда — ике аббат пәйҙа күрә: улар монастырҙан алыҫ түгел тауҙа фәрештәләр хоры күрә. Фәрештәләр Хоҙайға маҡтау йырын йырлай. Атамаһы шул «Энгельберг» — йәғни Фәрештә Тауы һүҙенән алынған — ошо һүҙ ҡала исеме булып киткән[5].

Риүәйәт ҡала гербында сағылыш тапҡан. Стилләштерелгән фәрештәләр һындарын Энгельбергтың төрлө урындарында күрергә мөмкин.

Бенедикт аббатлығы бында әле лә эшләй.

Энгельберг курорты төрлө яҡтан Альп тауҙары түбәләре менән уратып алынған, улар менән күтәргес кабиналарҙан ҡарап һоҡланырға мөмкин.

Спорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Энгельбергта 1938 йылдың 5-6 мартында саңғы спорты буйынса 8-се донъя чемпионаты үтә.

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]