Эресунн

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эресунн боғаҙы
дат. Øresund, швед. Öresund
Координаты: пропущена долгота
Илдәр
БүләЗеландия утрауын һәм Скандинавия ярымутрауын 
Киңлеге4 км
Оҙонлоғо181 км
Иң тәрән урыны40 м
Дания
Точка
Эресунн
 Oresund Викимилектә

Эресунн боғаҙы (дан. Øresund, швед. Öresund), шулай уҡ Зунд боғаҙы (нем. Sund) — Зеландия утрауы (Дания) һәм Скандинавия ярымутрауы (Швеция) араһындағы боғаҙ. Скагеррак һәм Каттегат боғаҙҙары менән бергә Балтик диңгеҙен Төньяҡ диңгеҙ менән тоташтыра.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙонлоғо 181 км. Минималь киңлеге (Хельсингборг һәм Хельсингёр ҡалалары араһында) — 4 км. Иң ҙур тәрәнлеге — 40 м.

Эресунн боғаҙы буйында ике ҙур ҡала — Копенгаген һәм Мальмё урынлашҡан, улар бер-береһе менән 16 км оҙонлоҡтағы Эресунн күпере аша тоташа.

Боғаҙҙа Швецияның Вен һәм Данияның Сальтхольм һәм Пеберхольм утрауҙары урынлашҡан, уларҙың һуңғыһы яһалма утрау булып тора — уны Эресунн күпере төҙөү барышында эшләнгән.

Боғаҙ яҡынса 8000 йыл элек, боҙлоҡ осорондағы боҙҙар ауырлығынан азат ителгән Скандинавия плитаһы үҙенең төняғында күтәрелеп һәм көньяғында төшә барғанда барлыҡҡа киләң. Төньяҡ диңгеҙ һыуҙары хәҙерге Эресунн боғаҙы тирәһендәге муйында ярып, ғәйәт ҙур уйһыу территорияларҙы баҫа, был үҙ сиратында Анцил күленең башта Литорин диңгеҙенә, һуңынан Балтик диңгеҙенә әүерелеүенә сәбәбсе була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]