Эркка Вестерлунд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эркка Вестерлунд
Позиция

Һөжүм итеүсе

Ҡушаматы

Профессор

Гражданлығы

Финляндия

Тыуған көнө

30 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (66 йәш)
Перная, Финляндия

МХЛ драфты

Һайланмай

Хоккейсы карьераһы
1973—1974 Лукко
1978—1979 Юкурит
1980—1981 ЮИП
Тренер карьераһы
1981—1988 ЮИП
1988—1989 Финляндия U20
1989—1991 Лукко
1996—1997 Финляндия U18
1997—1999 ХиФк
1999—2001 Йокерит
2001—2003 Финляндия U20
2003—2007 Финляндия
2010—2012 Йокерит
2013—2014 Финляндия
2014—2016 Йокерит
2017—2018 Рәсәй флагы Салауат Юлаев

Эркка Вестерлунд (фин. Erkka Westerlund; 30 март 1957 йыл) — Финляндияның профессиональ хоккейсыһы һәм тренер. 2017 йылдың 24 мартынан — 2018 йылдың 4 апреленә тиклем Өфөнөң Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры.

Хоккейсы карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эркка Вестерлунд «Лукко» хоккей клубының йәштәр составы өсөн 1973/74 йылдар миҙгелендә бер-нисә уйын үткәрә. Профессиональ кимәлдә Финляндияның беренсе дивизионында ике миҙгел үткәреп өлгөрә.

Тренер карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1981 йылда Эркка Вестерлунд ЮИП хоккей клубын уйнаусы тренер булараҡ етәкләй. 1985 йылда ЮИП Финляндияның иң юғары лигаһына күтәрелә.

1985/86 йылдар миҙгеленән алып Эррка Финляндияның икенсе йыйылма командаһында баш тренерҙың ярҙамсыһы була башлай. 1988 йылда ул клубтан китә һәм бер миҙгелгә Финляндия йәштәр йыйылма командаһын етәкләй. Шунда улар турнирҙы алтынсы урында тамамлайҙар.

1989 йылдан алып ике миҙгел «Лукко» командаһының баш тренеры була. Биш миҙгел дауамында тәнәфестән һуң, Вестерлунд 1997 йылғы юниорҙар араһында Европа чемпионатында Финляндия йыйылма командаһын етәкләй. Шунда уның командаһы, биш уйындың дүртәүһендә еңеп, алтын миҙалдарға эйә була.

Киләһе миҙгелдә Эркка «ХИФК» командаһына баш тренер булып бара һәм тәүге миҙгелдә үк Финляндия чемпионатының алтын миҙалдарын яулай. Ә Эркка Вестерлунд миҙгелдең иң яҡшы тренеры тип таныла.

1998/1999 йылдар миҙгелендә «ХИФК» Вестерлунд етәкселегендә көмөш миҙалдар яулауға өлгәшә.

1999 йылда Эркка «Йокерит» хоккей клубын етәкләй һәм шулай уҡ тәүге миҙгелдә Финляндия чемпионатының финалына етә. Яңы клубтағы икенсе миҙгелдән һуң Эркка Финляндия йәштәр йыйылма командаһын яңынан етәкләй һәм ике йыл рәттән донъя чемпионатының бронза миҙалдарын яулай.

2003/2004 йылдар миҙгелендә ул Финляндияның төп йыйылма командаһында баш тренерҙың ассистенты булып донъя чемпионатына һәм донъя кубогына барып ҡайта.

2004/2005 йылдар миҙгеленән алып Эркка Вестерлунд бар ерҙә лә баш тренер булараҡ ҡына эшләй. 2005 йылда тәү тапҡыр Финляндия йыйылма командаһын етәкләй. Ә киләһе йылда ул Ҡышҡы Олимпия уйындарының финалына етеп, донъя чемпионатында бронза миҙалдарын яулай.

2007 йылғы Рәсәйҙәге донъя чемпионатында Финляндия командаһы Эррка Вестерлунд менән ҙур турнирҙарҙа өсөнсөгә миҙалдарға лайыҡ булалар.

2010/11 йылдар миҙгеле барышында Эркка «Йокерит» командаһында Ханну Йортикканы алмаштыра. 2012 йылға тиклем ул шунда баш тренер була.

2013/2014 йылдар миҙгелендә Эркка Финляндия йыйылма командаһын яңынан етәкләй. 2014 йылғы Рәсәйҙәге ҡышҡы Олимпия уйындарында хужалар командаһын сирекфиналда еңеп ҡалдырып бронза миҙалдарын яулай. Ә Белоруссияла үткән донъя чемпионатында финалға етеп көмөш миҙалдар яулайҙар.

КХЛ-да карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылда Континенталь хоккей лигаһына Финляндиянан «Йокерит» керә. Уның баш тренеры итеп Эркка Вестерлунд ҡуйыла. Яңы команда лиганың көнбайыш конференцияһында дүртенсе урында, бишенсе урындан 19 мәрәй айырмала урынлаша.

Гагарин кубогы өсөн плей-оффта Эркка командаһы тәүге раундта Минскиҙан «Динамо» хоккей клубын үтеп китә, ә артабан ЦСКА-ға отола.

Киләһе миҙгелдә «Йокерит» конференцияла икенсе урынды яулай һәм үҙенең Бобров дивизионын еңә. Ә плей-оффта иһә «Йокерит» Түбәнге Новгородтан «Торпедо» хоккей клубына конференциялар сирекфиналында 2:4 иҫәбе менән отола. Алдан уҡ билдәле инде, Эркка Вестерлунд миҙгел тамамланғас команданан китә.

2016 йылдың яҙында Эркка Вестерлунд Минскиҙан «Динамо» һәм «Цюрих» командалары менән килешеүҙәр алып бара. Әммә 2016/2017 йылдар миҙгелен ул тулыһынса ҡалдыра. Шул миҙгелдә Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы плей-оффта тәүге раундта уҡ төшөп ҡала һәм тренерҙарын алмаштырырға була. 2017 йылдың 24 мартында бер ҡасан да Финляндиянан башҡа ерҙә эшләмәгән Эркка 2011 йылғы Гагарин кубогын еңеүселәрҙе етәкләй[1]. Шулай уҡ уның улы Томас командала видеотренер ролен башҡара. 2017 йылдың 23 декабрендә Вестерлунд «Себер» командаһына ҡаршы уйында судьялар менән бәхәсләшер өсөн боҙға төшә һәм шуның өсөн уйын аҙағына тиклем штраф ала[2], команда баш тренерһыҙ ҡалғас дүрт гол керетә һәм еңеү яулай. Эркка КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында Чернышёв дивизионын етәкләргә тейеш була[3]. Әммә аҙаҡтан ул йондоҙҙар уйынында ҡатнашыуҙан баш тарта[4]. «Салауат Юлаев» 2010 йылдан алып тәүгегә Чернышёв дивизионында беренсе урынды яулай. Гагарин кубогы өсөн плей-оффта конференция сирекфиналында Вестерлунд хоккейсылары «Авангард» командаһын серияла 4-3 иҫәбе менән ота, ә конференция ярымфиналында шул уҡ иҫәп менән «Трактор» хоккейсыларына еңеләләр.

Клуб етәкселеге баш тренер менән килешеүҙе дауам итергә өмөтләнә ине[5]. Әммә 4 апрелдә клуб рәсми сайтында баш тренер менән хушлашыуы тураһына хәбәр итә[6]. Айырылышуҙың төп сәбәбе — Эркка үҙенә эш хаҡының арттырыуын һорай, клуб етәкселеге быға ҡаршы була[7].

Тренер статистикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был таблицала баш тренер булған саҡ
Бында КХЛ клубтары ғына
Һуңғы яңыртыу 2019 йылдың 1 авгусында
Команда Турнир-миҙгел Даими миҙгел Плей-офф
И Е ӨВЕ/БСЕ ӨВО/БСО О М Һөҙөмтә Е О Һөҙөмтә
Йокерит КХЛ 2014/15 60 35 5 4 16 119 Көнбайышта 4-се 5 5 Конференциялар ярымфиналы
Йокерит КХЛ 2015/16 60 31 5 5 19 108 Көнбайышта 2-се 2 4 Конференциялар сирекфиналы
Салауат Юлаев КХЛ 2017/18 56 26 5 5 20 93 Көнсығышта 2-се 7 7 Конференциялар ярымфиналы

Башҡа эш төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йылда Эркка Вестерлунд Виерумякила Финляндия спорт институтына генераль директор һәм ректор урынына килә. Ике йыл эсендә ул үҙенең кафедраһын аса һәм фин хоккейын үҫтереү буйынса йөҙҙән артыҡ фән эштәре һәм программалар яһай.

Шулай уҡ, ул 1991 йылдан 2010 йылға тиклем Финляндия хоккей ассоциацияһы структураһында төрлө вазифаларҙы башҡара.

1991—1997 йылдарҙа Эркка үҫешеү буйынса директор булып эшләй. 1998—2008 йылдарҙа Халыҡ-ара хоккей федерацияһының тренерҙар комитетының ағзаһы була.

2001—2003 йылдарҙа Финляндия тренерҙары ассоциацияһының рәйесе вазифаһын яулай. Ә 2007—2010 йылдарҙа Финляндия хоккей ассоциацияһында тренерҙар комитеты рәйесе була[8].

2016 йылда Рәсәйҙә үткән донъя чемпионаты ваҡытында ХАХФ халыҡ-ара тренерҙар симпозиумында сығыш яһай.

2019 йылдың авгусында Эркка Финляндиянан ТПС хоккей клубының идаралағына инә[9].

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тренер булараҡ:

  • Юниорҙар араһында Европа чемпионы — 1997.
  • Финляндия чемпионы һәм «Иң яҡшы тренер» исеме — 1997/98
  • Финляндия чемпионатының көмөш миҙалын яулаусы — 1998/99, 1999/00
  • Йәштәр араһында донъя чемпионатының бронза миҙалын яулаусы — 2002, 2003.
  • Донъя кубогының финалсыһы — 2004.
  • Олимпия уйындарының көмөш миҙалын яулаусы — 2006.
  • Донъя чемпионатының бронза миҙалын яулаусы — 2006.
  • Донъя чемпионатының көмөш миҙалын яулаусы — 2007, 2014.
  • Финляндия хоккейының Дан залына индерелә — 2008/09.
  • Олимпия уйындарының бронза миҙалын яулаусы — 2014.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эркка Тарья исемле ҡатыны менән бергә Никлас һәм Томас улдарын һәм Даниэла ҡыҙҙарын үҫтерҙе. Никлас менән Томас та хоккей менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнде. Томас, уйынсы карьераһын тамамлағас, атаһы менән бергә видеотренер булып йөрөй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]