Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлиәкбәр мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Ғәлиәкбәр филиалы

Нигеҙләнгән

1917

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы

1962 йылда төҙөлә

Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауыл Советы биләмәһендәге Ғәлиәкбәр ауылында урынлашҡан Ғәлиәкбәр мәктәбендә уҡытҡан уҡытыусылар һәм, мәктәпте тамамлап, мәғариф өлкәһендә башҡа мәктәптәрҙә эшләүсе уҡыусылары исемлеге

Уҡытыусылар исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сәғитов Хаммат Ҡәйүм улы (1908—1943). Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. ВКП (б) ағзаһы, белеме — тулы булмаған урта, 1937 йылдың 31 авгусында ҡулға алына һәм 10 йылға хөкөм ителә, 1958 йылдың 16 декабрендә аҡлана.
  • Әхмәтов Әхмәт ағай Атаулла улы рус теле уҡытыусыһы, (1960—1975 йылдар)
  • Аллабирҙина (Ҡаһарманова) Хәмиҙә Абдулхаҡ ҡыҙы 1964 йылдың 21июнендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ, Иҫке Собханғол урта мәктәптәрендә уҡый. 1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында белем ала. Хеҙмәт юлы Ғәлиәкбәр урта мәктәбе менән бәйле. Тәүҙә физика, математика фәндәренән белем бирә, 1996 йылда, өҫтәмә белем алып, башланғыс синыфтарҙан уҡыта. 2015 йылда уның 4-се класс уҡыусыһы Әминева Наҙгөл Илфат ҡыҙы республика кимәлендә ғилми-тикшеренеү эштәрендә 3-сө урын яулай.
  • Маликова Таңһылыу Зәки ҡыҙы 1957 йылдың 14 мартында Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған. 1964 йылда Байназар урта мәктәбенең беренсе класына уҡырға бара. 1974 йылда 10-сы класты тамамлағас, Ағиҙел колхозында эшләй. 1976 йылдың декабрендә Башҡорт дәүләт педагогия институтының әҙерлек курсын тамамлағас, институттың физика һәм математика бүлегенә уҡый башлай. 1981 йылдың авгусынан 2011 йылдың 10 сентябренә тиклем Ғәлиәкбәр мәктәбендә математиканан уҡыта.
  • Баязитова Гөлсинә Рауил ҡыҙы 1977 йылдың 28 ноябрендә Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. 1994 йылда Сибай гимназия-интернатын тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының география химия факультетына уҡырға инә һәм 1999 йылда тамамлай. 1999—2001 йылдары Иҫке Собханғол мәктәбендә — химия, биология уҡытыусыһы, 2001—2002 йылдарҙа Сибай ҡалаһында «Йәш натуралистар станцияһында» өҫтәмә белем биреү педагогы, 2002—2009 йылдарҙа Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә, 2009—2010 йылдарҙа Хәйбулла районы Подольск мәктәбендә — химия, география уҡытыусыһы. 2010—2021 йылдарҙа — «Башҡорт баҡыры» предприятиеһыда химик лаборант, 2021 йылдан хәҙергәсә Арктика заводында химик лаборант булып эшләй.
  • Ғәбитова (Бикишева) Әлфиә Ишбулды ҡыҙы 1984 йылдың 17 июлендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 2001 йылда Ғәлиәкбәр урта мәктәбенең 11-се класынан һуң Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының филология бүлегенә уҡырға инә һәм 2006 йылда тамамлай. 2006 йылда Бөрйән районының Ғәлиәкбәр мәктәбендә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. 2012 йылда һөнәрен камиллаштырып, математика фаненән белем бирә. 2019—2023 йылдарҙа Ғәлиәкбәр ауылы советы хакимиәте башлығы, 2023 йылдың сентябрь айынан Бөрйән районы мәғариф бүлегендә методик эштәрҙе ойоштороусы.
  • Газина Айгөл Солтан ҡыҙы Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған.
  • Ғәбитова Фатима Зәйнәғәбдин ҡыҙы (2 ғинуар 1950 йыл — 9 октябрь 2014 йыл). Фатима Зәйнәғәбдин ҡыҙы Бөрйән районы Ҡотан ауылында тыуған. Ырғыҙлы һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай, урта белемде Иҫке Собханғол урта мәктәбендә ала. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында филология факультетында уҡый. Ырғыҙлы урта, Нәби, Байғаҙы, Аҫҡар мәктәптәрендә эшләй. 1980 йылдан алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Ғәлиәкбәр мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уҡыусылары республика рус теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында урын яулай. Бер нисә йыл Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә директор булып эшләй.
  • Ғәбитов Буранбай Рауил улы 1973 йылдың 21 ғинуарында Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1980—1990 йылдарҙа Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә уҡый. 1990 йылда Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 1996 йылда Башҡортостан ҡурсаулығында башлай. Ҡурсаулыҡ директорының фән эштәре буйынса, һаҡ буйынса урынбаҫары вазифаларын башҡара. 1999 йылда Башҡортостан ҡурсаулыҡтарҙы үҫтереү фондының башҡарма директоры итеп тәғәйенләнә. 2000 йылдан — Урман хужалығы министрлығының урман хужалығы инженеры. 2005 йылдан алып Ғәлиәкбәр мәктәбендә информатика, химия, биология, география дәрестәре алып бара.
  • Ишмөхәмәтов Марс Кәбир улы — технология, рәсем уҡытыусыһы. Марс Кәбир улы 1977 йылдың 1 ғинуарында Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1984—1993 йылдарҙа Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә уҡый. 1995—1997 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Марс Кәбир улы Ғәлиәкбәр мәктәбендә 2004 йылдан бирле эшләй. Ул 2004—2006 йылдарҙа Сибай педагогия колледжын тамамлай.
  • Ишмөхәмәтова (Ғәлиева) Сания Сабир ҡыҙы[2]
  • Ҡаһарманов Рауил Абдулхаҡ улы 1973 йылдың 7 февралендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1990 йылда Ғәлиәкбәр урта мәктәбен тамамлағас, Баймаҡ совхоз-техникумынына уҡырға инә. 1991—1993 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Техникумды 1995 йылда тамамлай һәм Ғәлиәкбәр мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ физкультура техникумында, Башҡорт дәүләт педагогия институтында физик культура педагогы һөнәрен үҙләштерә. Рауил Абдулхаҡ улының тәрбиәләнеүселәре район, зона ярыштарында призлы урындар яйлай[3]. Рауил Абдулхаҡ улы өлгәшкән уңыштары өсөн БР Мәғариф министрлығы (2008 йыл), Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының (2010 йыл) Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 2012 йылда Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була.2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты тапшырыла. Ул — йәмәғәт эшмәкәре. Ғәлиәкбәр ауыл Советында 6 тапҡыр рәттән депутат. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» номинацияһында район Советы һәм хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә һәм фотоһы Район Почет таҡтаһына ҡуйыла[4].
  • Минһажева Сәриә Йомабай ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы. Сәриә Йомабай ҡыҙы 1951 йылдың 9 октябрендә Белорет районы Аҙнағол ауылында тыуған. 1967 йылда Сермән урта мәктәбен 8-се класынан һуң Белорет педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә һәм 1971 йылда тамамлай. 1971/1972 уҡыу йылында Бөрйән районының Мәндәғол мәктәбендә уҡыта. 1972 йылдан алып 2006 йылға тиклем Ғәлиәкбәр мәктәбендә башланғыс синыфтарҙа уҡыта. 2000 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезында (Өфө) ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар Ғәлиәкбәр ауылы «Ағинәйҙәр» ҡорон етәкләй.
  • Хөснитдинова Һәҙиә Садиҡ ҡыҙы[5] — 1943 йылдың 29 августынан 1952 йылдың август айына тиклем эшләй. Бер үк ваҡытта ситтән тороп Темәс педучилещеһендә уҡый.
  • Мөхәмәтов Әбделвәхит Ғибат улы — Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы (1991). Әбделвәхит Ғибат улы 1961 йылдың 1 ғинуарында Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. 1968—1976 йылдарҙа Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый. 1978 йылда Иҫке Монасип урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. 1983 йылда институтты тамамлай һәм Бөрйән районы Ғәлиәкбәр урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары була. Уҡыусылар менән ауыл топоникаһын йыйып[6] һәм уларҙы өйрәнеп, республика кимәлендә үткәрелгән ғилми-тикшеренеү эштәре конкурстарында, конференцияларҙа уңышлы сығыш яһай[7]. Ғәлиәкбәр ауылы араларының шәжәрәһен туплай. 2007 йылда районда үткән "Шәжәрә байрамы"на Ғәлиәкбәр ауыл Советына ҡараған ауылдарҙың шәжәрәләре ағастарын[8] Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы менән төҙөй һәм беренсе урынды яулайҙар. 2009 йылда "Башҡорт теле һәм әҙәбәите буйынса регион-ара «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһында еңеү яулай. 2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» номинацияһында район Советы һәм хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә һәм фотоһы Район Почет таҡтаһына ҡуйыла.
  • Ғәлиев Усман Сабир улы[9]
  • Ғәлиева Шәүрә Ғизметдин ҡыҙы 1961 йылдың 15 ғинуарында Ишембай районы Яңы Һәйет ауылында тыуған. Яңы Һәйет башланғыс мәктәбендә уҡый. Берәтәк мәктәбендә 8 класты тамамлағас, урта белемде Ишембай ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбендә ала. 2 йыл Ишембай трикотаж фабрикаһында эшләй. 1981 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының әҙерлек бүлегенә уҡырға инә. Уҡыуын институтта дауам итеп, 1987 йылда тамамлай. Көйөргәҙе районы Илкәнәй (1987—1991), Айсыуаҡ (1991—2009), Ермолаевка ауылы (1-се һанлы мәктәп) мәктәптәрендә эшләй. 2016 йылдан алып Ғәлиәкбәр мәктәбендә эшен дауам итә һәм 2022 йылға хаҡлы ялға китә. Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы (2006)
  • Мөхәмәтова (Йәнтилина) Минигөл Минибай ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы, 2006—2010 йылдарҙа эшләй. Баймаҡ районы Кәрешкә ауылынан. Кәрешкә мәктәбен тамамлағас, Сибай педагогия колледжында белем ала.
  • Ғүмәрова Фәйрүзә Һаҙый ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы, башланғыс кластар уҡытыусыһы. Фәйрүзә Һаҙый ҡыҙы 1955 йылдың 6 ғинуарында Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1970—1974 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый. Тәүҙә Исламбай башланғыс мәктәбендә (1974) эшләй. 1975 йылдан Ғәлиәкбәр мәктәбендә хаҡлы ялға киткәнгә тиклем уҡыта.
  • Ҡаһарманова (Тимерғазина) Нәзилә Морат ҡыҙы 1960 йылдың 11 мартында Бөрйән районы Мораҙым ауылында тыуған. 1977 йылда Мораҙым урта мәктәбенең 10-сы класын тамамлай һәм башланғыс синыфтарҙа уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә. 1978 уҡыу йылында Бөрйән районының Ғәлиәкбәр мәктәбендә башланғыс синыфтарҙа уҡыта, пионервожатый булып эшләй. Рәсәй Федерацияһының ?????.
  • Ҡаһарманова Зөлфиә Юлай ҡыҙы
  • Сабитов Хәмит Ибраһим улы (16 май 1926 йыл — 24 ноябрь 2004 йыл) — тарих, географияһы уҡытыусыһы. уҡытыусыһы. Ғәлиәкбәр мәктәбендә уҡый. 1951 йылда Темәс педагогия училищеһын, 1956 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Ғәлиәкбәр мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Бөрйән районының Аҫҡар (1951—1952), Үрге Нөгөш (1954) мәктәптәрендә эшләй. 1956 йылда Ғәлиәкбәр мәктәбендә уҡыта башлай һәм директор вазифаһын да башҡара. 1970 йылда мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1979 йылдың ноябрендә һаулығы буйынса пенсияға сыға.
  • Хәлитова (Фәйезова) Фәүзиә Мансур ҡыҙы 1954 йылдың 31 июлендә Ишембай ҡалаһында тыуған. 1971 йылда Ишембай ҡалаһының 17-се һанлы мәктәбен тамамлай. 1972—1976 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетының рус бүлегендә уҡый. 1976 йылда йүнәлтмә буйынса Бөрйән районына эшкә ебәрелә. Тәүҙә Нәби мәктәбендә эшләй. 1976—2011 йылдарҙа Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 2010 йылда Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
  • Әминева Сәлиха Зиннур ҡыҙы 1962 йылдың 26 октябрендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1977 йылда Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең 8-се класынан һуң уҡыуын Иҫке Собханғол урта мәктәбендә дауам итә. 1979 йылда был уҡыу йортон тамамлағас, бер йыл үҙ ауылы мәктәбендә эшләй. 1980—1985 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетында уҡый. Институтты Ҡыҙыл дипломға тамамлап, Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә математика фәненән уҡыта башлай. Бер үк ваҡытта директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын да (был вазифала 24 йыл эшләй) башҡара. 2002 йылда Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Хеҙмәт ветераны. Дөйөм эш стажы (2023 йылға) 44 йыл тәшкил итә.
  • Әминев Фәрит Шәрифйән улы 9 апрель 1956 йыл — 23 май 1999 йыл) Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, Белорет педагогия училищеһында уҡый. Хеҙмәт юлы Ғәлиәкбәр мәктәбе менән бәйле. Тарих, география дәрестәре алып бара. Оҙаҡ йылдар профсоюз ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡара.
  • Әхтәмов Мөҙәрис Ғөбәйт улы — биология һәм химия уҡытыусыһы. 1938 йылдың 7 ғинуарында Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылында тыуған. Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр, Иҫке Собханғол мәктәптәрендә уҡый. 1961 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлап, Ғәлиәкбәр мәктәбендә эш башлай. Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай.
  • Әхтәмова (Шәмиғолова) Хәмдиә Ғиләж ҡыҙы — 1949 йылдың 22 мартында Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. Башланғыс белемде Яңы Собханғол, Иҫке Мөсәт мәктәптәрендә ала. Иҫке Собханғол мәктәбендә 9-сы класты тамамлай. 1964—1966 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡый. 1966 йылдан алып Ғәлиәкбәр ауылы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. 1981 йылдан Ғәлиәкбәр мәктәбендә эшкә алына. Тәүҙә мәктәп яны интернатында тәрбиәсе була. 1982 йылда Сибай педагогия колледжына ситтән тороп уҡырға инә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы (2002) мәктәптә хеҙмәткә өйрәтеү дәрестәре алып бара.
  • Ғәбитов Азат Әбдрәхим улы физкультура, математика уҡыта
  • Байморатов Факил Хәйбрахман улы
  • Байморатова Минигөл
  • Байғусҡаров Садиҡ Сәйфетдин улы физиканан уҡыта[11]
  • Аҫылғужина (Хәйруллина) Зәкирә Шәһитулла ҡыҙы (ҡара: Үрге Нөгөш мәктәбе)
  • Ғәбитов Азат Әбдрәхим улы тәүҙә Ғәлиәкбәр мәктәбендә, Һуүынан Ырғыҙлы мәктәбендә уҡыта.

Мәғариф өлкәһендә эшләүсе уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ғәлиәкбәр мәктәбен асыу

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Габитов Равил Ахмадуллович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 161. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  2. Ишмухаметова Сания Сабировна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 247. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  3. Тынғыһыҙлыҡ — уның булмышы
  4. Ҡотлайбыҙ! «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы»
  5. Яралы төйөн йөрәктә
  6. Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы
  7. Вахит Мухаметов
  8. Шәжәрә
  9. Галиев Усман Сабирович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 173. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  10. Кагарманов Карим Абдулхакович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 251. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  11. Байгускаров Садик Сайфитдинович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 84. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  12. Мухаметшина Зухра Сабировна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 364. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  13. Биккинина Загира Гилмановна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.