Ҡаршы (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Город
Ҡаршы
үзб. Qarshi, Қарши
Ил

Үзбәкстан

Область

Кашкадарьинская

Координаталар

38°52′ с. ш. 65°48′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

XIV век

Элекке исеме

Нахшаб, Насаф, Бек-Буди

Город с

1926

Рәсми теле

узбекский

Халҡы

254 600[1] кеше (2014)

Сәғәт бүлкәте

UTC+5

Телефон коды

+ 998 75

Почта индексы

73****

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

18 (старого образца 1998—2008)
70 — 74 (нового образца с 01.10.2008)[2]

Ҡаршы (Үзбәкстан)
Ҡаршы
Ҡаршы

Ҡаршы (үзб. Қарши, Qarshi) — Үзбәкстандағы ҡала, Ҡашҡадаръя өлкәһенең административ үҙәге.

Халҡы — 254,6 мең. кеше (2014)[1].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаршы Памир-Алай тау системаһының көнбайыш сигендә, Ҡаршы оазисында, Ҡашҡадаръя йылғаһы буйында урынлашҡан. Кунгуртау итәгендә, көнсығышында — Ҡаршы далаһы. Климаты ҡоро, яуым-төшөм йылына — 200—400 мм[3]. 1970-се йылдар башында Амударъянан ирригация каналы үткәрелгән.

Ташкенттан 400 км (520 — юл буйлап). Ҡаршынан 10 км көнсығыштараҡ Ҡаршы-Ханабад хәрби-һауа базаһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланың атамаһы бик боронғо сығанаҡтарҙа бар. Хәҙерге Үзбәкстанда ҡала 2700 йыл элек барлыҡҡа килгән тип һанайҙар. 2006 йылдың 27 октябрендә илдә Ҡаршы ҡалаһының 2700 йыллығын үткәрҙеләр.

Ҡаршыла Әмир Тимер (Аҡһаҡ Тимер) күпере
Манғыттар династияһы осоро (1756—1920)

Бохара ханлығында әштәрхәниҙәрҙе манғыт династияһы[4] алмаштыра (әсәй яҡлап Сыңғыҙхан улы Джучи туғаны), улар Рәсәйҙәге революцияға тиклем Бохарала хакимлыҡ итә.

Манғыт аристократияһының Бохара ханлығында көс йыя башлауы XVII быуатҡа тура килә. 1712 йылда манғыт Хоҙаяр бей аталыҡ вазифаһына ҡуйыла, ул 1715—1716 йылдарҙа вазифаһынан төшөрөлә. 1719—1720 йылдарҙа уны төшөргән Ибраһим бей Бохаранан ҡасып киткәс, Хоҙаяр бейгә хакимлыҡҡа ҡайтырға рөхсәт итәләр. Уның ҡарамағына Ҡаршы ҡалаһын бирәләр. 1721 йылда улы Хәким бейҙе аталыҡ итеп ҡуялар.

1740 йылда Персия башлығы Нәдир шаһ Мәүерәннәһргә һөжүм итергә килгәс, Хәким бей уның менән һөйләшеп, дәүләтен һуғыштан һаҡлап ҡала. Уның биш улы була. Өсөнсө улы Мөхәммәд Рәхимбей Нәдир шаһҡа ҡушылып яуҙарында ҡатнаша.

1747 йылда хан үлтерелгәс, бар хакимлыҡ Мөхәммәд Рахимбей ҡулына күсә. Мөхәммәд Рәхимбей Әбүлфәйез хандың ҡыҙына өйләнә. Рәхимбей хан осоронда Бохара ханлығына Бохара, Сәмәрҡәнд, Миәнкәл, Кермине, Ҡаршы, Гузар, Атамурат, Чарджоу, Шәһрисәбез ҡалалары инә. Гиссар менән Ташкент үҙаллы биләмәләр булып ҡала. Мөхәммәд Рахимхан Сыңғыҙхан тоҡомо булмаһа ла, ҡатынҡы сәйәсәте, яҡшы ойоштора белеүе менән хатта хан титулына эйә булыуға өлгәшә.

Зәки Вәлидиҙең табышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала бөйөк башҡорт ғалимы Зәки Вәлиди булып киткән.

1913 йылда Зәки Вәлиди Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлана. Шул уҡ йылда профессор Н. Ф. Катанов тәҡдиме буйынса Зәки Вәлиди Фирғәнә өлкәһенә ғилми сәфәргә ебәрелә. Бер йылдан ул Бохара ханлығында тарихи эҙләнеүҙәр үткәрә һәм Санкт-Петербургта Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй императоры археология һәм тарих йәмғиәтендә эше тураһында доклад менән сығыш яһай. Сығышын юғары баһалайҙар, шуға күрә ул Урта Азияла ғилми тикшеренеүҙәрҙе дауам итергә рөхсәт һорай. Әммә бының өсөн аҡса бүлә алмайҙар[5]. Шуға ҡарамаҫтан, йәш ғалимға В. В. Бартольд фатихаһы менән Рәсәй Урта һәм Шәрҡи Азияны өйрәнеү комитеты һәм Император Фәндәр академияһы юлға сығырға рөхсәт бирә. 1914 йылдың 23 июнендә ул Бохаранан Шәһрисәбез ҡалаһы аша Сурхандаръя үҙәнендәге ҡалаларға йүнәлә, боронғо ҡулъяҙмалар, ҡомартҡылар эҙләй. Инде кире ҡайтып барғанда 1914 йылдың 16 июлендә Ҡаршы ҡалаһында туҡтай. Был сәфәрендә Зәки Вәлиди ҡиммәтле табышҡа юлыға. Баҙарҙа бер һатыусының ниндәйҙер ҡулъяҙмалараға төрөп дарыу һатыуын күреп ҡала. Вәлиди ҡағыҙҙы һатып ала. Ҡулъяҙма боронғо Ҡөрьән тәфсире булып сыға. Вәлиди Ҡаршынан 1914 йылдың 23 июлендә Бохараға юл тота. Йәш ғалим барлығы 23 ҡулъяҙма табып, бер нисә китап һатып алып ҡайта.

В. В. Бартольд ҡулъяҙманы XI быуаттан алда яҙылған тип иҫәпләй. А. К. Боровков XII—XIII быуаттарға ҡайтарып ҡалдыра. Шулай ҙа Тәбәриҙең төркисә тәфсиренән алынған тип фараз иткәндә, ул X быуат аҙағына ҡарауы ихтимал[6].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың 1 ғинуарына халҡы 254,6 мең кеше тәшкил итә[1].

Йыл 1939 1972 1979 1999 2010 2014
Халҡы,
мең кеше
23 79 108 197 238,2 254,6

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төбәктә тәбиғи газ сығарыла (Шуртан һәм Мөбәрәк газ ятҡылығы), мамыҡ һәм иген культуралары үҫтерелә.

Ҡомартҡылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • боронғо Ерҡорған нығытмаһы
  • мәсеттәр — Күк Көмбәҙ (XVI быуат аҙағы), Бекмир (XVI), Киличбой, Хужа ҡорбан, Мәғзон һәм Чармгар (XIX—XX)
  • XIX быуат мәҙрәсә бинаһы.

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала тыуғандар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нәжмүддин ән-Нәсәфи (1068—1142) — дин ғалимы, хәҙистәр белгесе, хәнәфи мәҙһәб шәриғәте белгесе.
  • Зыя әд-Дин Нәхшәби́ (1350 вафат) — табип һәм яҙыусы. Фәлсәфә һәм медицинатрактаттары авторы, «Тутый-намә» китабы менән мәшһүр.
  • Бардина Ольга Васильевна (19322001) — опера йырсыһы, СССР|-ҙың халыҡ артисткаһы (1981)
  • Ишбүләков Идеал Дәүләт улы (1926—1998) — опера йырсыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
  • Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы (16 март 1934 — 14 сентябрь 2005) — башҡорт телсе-ғалимы, филология фәндәре докторы (1992), профессор (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2003).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Статистический буклет «О населении языком цифр» 2014 йыл 14 октябрь архивланған.
  2. Новые автомобильные номера Үзбәкстана. Справочник Үзбәкстана — Золотые Страницы. Архивировано 25 ноябрь 2012 года.
  3. по БСЭ
  4. Манкытская династия // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  5. Салихов А. Г. Научная деятельность А. Валидова в России. — Уфа: Гилем, 2001, С.100-103.
  6. Салихов А. Г. Научная деятельность А. Валидова в России. — Уфа: Гилем, 2001, С.103-105.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]