Эстәлеккә күсергә

Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 июнь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Ҡораласыҡ, Федоровка районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө хирург
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы (5 июнь 1954 йыл) — СССР һәм Рәсәй хирургы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991). 1997 йылдан — Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы.

Фәнни тикшеренеүҙәре ашҡаҙан һәм бөйән эсәге сей яра ауырыуҙарын хирургик дауалау ысулдарын камиллаштырыуға, анастомоз зоналарында ҡан микроциркуляцияһын өйрәнеүгә (ашҡаҙан-эсәк соустье) арналған. Мини-лапаротомия ысулдарын дауалау практикаһына индереү инициаторҙарының береһе.

Хәмзә Зәки улы Әбдрәшитов 1954 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының Федоровка районы Ҡораласыҡ ауылында тыуған).   1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай (1978), 1996 йылда кандидатлыҡ, 2000 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1978 йылдан — Ишембай ҡалаһындағы «Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу идаралығының медицина-санитария бүлегендә хирург, травматолог. 1984 йылдан — Ишембай үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире. 1986 йылдан — Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһының баш табибы.

1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы.

1999 йылдан — Республика клиник дауаханаһы баш табибының хирургия буйынса урынбаҫары. 2001 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының госпиталь хирургияһы кафедраһы профессоры, 2002 йылдан — республика кардиология диспансерының баш табибы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта.

Ишембай ҡалаһында эшләү дәүерендә уның туранан-тура ҡатнашлығында ИЗТМ (Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы) медицина-санитар бүлеге, дауалау-физкультура диспансеры төҙөлә, берләштерелгән балалар дауаханаһының филиалы, психо-неврологик диспансер асыла[1].

Республика кардиология диспансерында баш табип булып эшләгәнендә республика өсөн уникаль операциялар эшләй[2]. 2002—2005 йылдарҙа республика кардиология диспансерында медицина фәндәре докторы Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы етәкселегендә матди-техник база, диагностик һәм дауалау-профилактика хеҙмәте артабан үҫеш ала[3]

110-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Ҡайһы бер хеҙмәттәре

  • «Дифференциальная диагностика и лечение острого живота» (2001 й.), «Лекции по общей хирургии» (2001 й.), «Очерки сердечно-сосудистой хирургии» (2002 й.) фәнни баҫмаларҙың авторҙашы.
  • Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы. Новые хирургические технологии в лечении язвенной болезни и двенадцатиперстной кишки и постгастрорезекционных синдромов [Текст]: дис автореферат. … мед. фәндәре докторы: 14.00.27 / Әбдрәшитов З. Х. — Өфө, 2000. — 27 б.
  • Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы. Компрессионный гастродуоденоанастомоз при резекции желудка [текст]: диссертация … медицина фәндәре кандидаты / Әбдрәшитов З. Х. — Өфө, 1996. — С. 105 — Библиогр.: с 84-105.
  • Абдрашитов Х. З.//Башкирская энциклопедия: в 7 томах. Т.1. А-Б. /Главный редактор М. А. Ильгамов. Уфа: НИ «Башкирская энциклопедия». 2005. — 624 с. С.11
  • Абдрашитов Хамза Закиевич//Научная мысль. Родом из Ишимбая: Сборник /сост. Г. Вахитова.- Ишимбай: МБУК ЦБС ИКБ, 2014.-44с. С.5.
  • Указ Президиума ВС РБ от 16.06.1992 № 6-2/286 «О ПРИСВОЕНИИ ПОЧЕТНОГО ЗВАНИЯ „ЗАСЛУЖЕННЫЙ ВРАЧ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН“ РАБОТНИКАМ ЗДРАВООХРАНЕНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»