Алатау (саңғы-биатлон стадионы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алатау
Нигеҙләү датаһы 2010
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Талгарский район[d]
Рәсми асылыу датаһы 2010
Карта

«Алатау» — Алматы өлкәһендә Алматынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан 2011 йылда төҙөлгән Ҡышҡы Азия уйындары өсөн саңғы-биатлон комплексы. Комплекста биатлон, саңғыла уҙышыу һәм саңғыла ориентирлашыу буйынса ярыштар үткәрелә.

Комплекс тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саңғы-биатлон комплексы Алматы өлкәһенең Талғар районы Һалдат тарлауығында диңгеҙ кимәленән 1460 м алып 1500 м бейеклектә урынлашҡан. Алматыға һәм аэропортҡа ҙур булмаған алыҫлыҡта ятыуы (35-40 км) тамашасыларға, ойоштороусылаға һәм спортсыларға ярыштар урынына еңел килеү мөмкинлеген тәьмин итә. Комплекстың дөйөм майҙаны 48 гектар тәшкил итә. Шулай уҡ бер нисә парковка майҙансығын, вертолет майҙансығын, трасса һүрәттәрен, атыш урынын һәм старт-финиш зонаһын үҙ эсенә ала. Стадионды планлаштырыу FIS, IBU спорт ойошмаларының халыҡ-ара стандарттары буйынса башҡарылған[1]

Комплекс ҡунаҡхана һәм хеҙмәт комплексы менән тоташтырылған ирекле ике стадиондан тора. Һәр стадиондың һыйҙырышлылығы 3100 кеше тәшкил итә, шуларҙың 1800 ултырыу урыны һәм 1300 урынды баҫып тороу урыны[2]

Саңғы трассаларының максималь оҙонлоғо 10 км тәшкил итә, айырым 5 километрлыҡ ике түңәрәктән тора (ҡыҙыл) + 5 км (күк). Биатлон трассаларының максималь оҙонлоғо — 4 километр. Трассаның дөйөм оҙонлоғо 14 км тәшкил итә[3]

Ярыштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саңғы-биатлон комплексы саңғыла уҙышыу һәм биатлон ярыштары буйынса чемпионат һәм Ҡаҙағстан кубогына республика кимәлендә даими саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса ярыштар үткәрә[4][5] .

Комплекс шулай уҡ халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә:

  • 2011 — VII Ҡышҡы Азия уйындары
    • биатлон
    • саңғы ярыштары
    • саңғы ориентирлашыуы
  • 2014 — биатлон буйынса Азия чемпионаты[6]
  • 2017 — 28-се ҡышҡы Универсиада
    • биатлон
    • саңғы ярыштары
    • саңғы икебәйгеһе (ярыштар шулай уҡ трамплиндар комплексында үтә)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]