Эстәлеккә күсергә

Амнон Ицхаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Амнон Ицхаҡ
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Израиль
Тыуған көнө 8 ноябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Рамла[d], Израиль
Һөнәр төрө раввин
Рәсми сайт shofar.tv
 Амнон Ицхаҡ Викимилектә

Амнон Ицхаҡ (йәһ. אמנון יצחק‎, никудлы имләһендә אַמְנוֹן יִצְחָק, уҡыу: [am'nɔn jıt͡s'χak] (Amnon Yitzchaq, Амнон Йицхаҡ) ?; 8 ноябрь 1953 йыл) — Израилдә йәшәгән ортодоксаль (хареди) раввин.

Рав Амнон 1953 йылдың 8 ноябрендә Тель-Авив ҡалаһында йәмәни йәһүҙи ғаиләһендә тыуған. Атаһының исеме — Яхъя Зәкәриә, әсәһе Румия. Ғаиләһе дин тотмаһа ла, 24 йәштә, рав Шломо Ганцфрид төҙөгән Кицур Шульхан Арух тигән китапты уҡып сыҡҡандан һуң, Амнон хареди (динле) булып китә. Ошо китап иһә уға 13 йәшендә, бар-мицваһы уңайынан бүләк ителгән булған.

1986 йылда ул етәкләнгән «Шофар» хәйриә ойошмаһы барлыҡҡа килә[1]. Маҡсаты — йәһүдтәрҙе мөмкин тиклем дингә ҡайтарыу, иманын һәм ғәҙәттәрен халыҡҡа төшөндөрөү. Шундай эшмәкәрлеге сәбәпле лә ул Израилдең иң билдәле раввиндарының береһе булып китә. «Шофар» ойошмаһында башҡаларҙан тыш ике гәзит тә сығарыла: Arba Kanfot («Дүрт мөйөш», ғәҙәттәгесә шулай тип талитты атайҙар; был гәзитте күберәк хареди йәһүҙиләре уҡый) һәм Shofar News (ундағы мәҡәләләр динлелегенә ҡарамайынса бар израиллеләргә йүнәлтелә)[2].

  1. Video of Yitzchak in Tel Aviv. He describes his life story therein. 2008 йыл 7 июнь архивланған.
  2. Turgeman, Yeshurun. נמרודי, אמנון יצחק מאחוריך! (Nimrdi, Yitzhak is behind you!) (билдәһеҙ). Nrg (13 февраль 2007). Дата обращения: 28 апрель 2009. Архивировано 3 май 2009 года.