Аспазия (шағир)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аспазия
латыш. Johanna Emīlija Lizete Rozenberga
Тыуған көнө:

16 март 1865({{padleft:1865|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Курлянд губернаһы, Залениек олоҫо, Даукшас утары

Вафат булған көнө:

5 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (78 йәш)

Вафат булған урыны:

Юрмала

Эшмәкәрлеге:

шағир

Наградалары:
Командор ордена Трёх звёзд

Аспазия (латыш. Aspazija; ысын исеме Йоха́нна Эми́лия Лиза́шул Розенберг (латыш. Johanna Emīlija Lizete Rozenberga), кейәүгә сыҡҡас: Элза Плиекшане (латыш. Elza Pliekšāne); 16 март 1865 йыл5 ноябрь 1943 йыл) — латыш шағиры һәм драматургы. Латвия ССР-ының халыҡ шағиры Ян Райнистың ҡатыны[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Райнисҡа һәм Аспазияға Цюрихтағы мемориаль таҡтаташ

1865 йылдың 4 (16) мартында Залениек олоҫоноң Даукшас утарында тыуған.

1897 йылда донъя күргән үҙенең тәүге «Ҡыҙыл сәскә» шиғырҙар йыйынтығында һәм «Йәне тәне менән бирелгәндәр» (1894), «Көмөш япма» (1905) драмаларында Аспазия романтизмдың фәлсәфәүи һәм эстетик принциптарын тормошҡа ашыра. Ул эмансипацияны яҡлап сығыш яһай һәм иренең социал-демократик идеяларын хуплай.

1905 −1920 йылдарҙа ире менән бергә Швейцарияла эмиграцияла була. Уларҙың тыуған илгә ҡайтыуын йылы ҡабул итәләр һәм Риганың иң матур бульварының исеме улар хөрмәтенә үҙгәртелә[2].

Дубултала Аспазияның йорто

Аспазия Ойоштороу йыйылышы составына һайлана, Латвия дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүендә әүҙем ҡатнаша, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын актив яҡлай.

«Ҡомло түбәләрҙәге оҙон юл» телефильмында ҡулланылған «Мейес артында сиңерткә йырлай» йыр тексы авторы булараҡ билдәле.

1933 йылдан алып йәшәгән Дубулта ҡасабаһында 1943 йылдың 5 ноябрендә вафат була. Ригала Райнис зыяратында ерләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шағир хөрмәтенә Ригалағы урам — «Аспазия бульвары» исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 2. Анкилоз — Банка. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
  2. История Латвии XX век.