Эстәлеккә күсергә

Асҡаров Айнур Юлай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Асҡаров Айнур Юлай улы
Рәсем
Тыуған көнө 1 август 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (37 йәш)
Тыуған урыны Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө музыкант, кинорежиссёр, кинопродюсер, сценарий яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Асҡаров Айнур Юлай улы (1 август 1987 йыл) — режиссёр, продюсер, сценарист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2020), Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2012).

Айнур Асҡаров 1987 йылдың 1 авгусында Башҡортостандың Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында тыуған. Уның атаһы — билдәле музыкант, йырсы, легендар «Рух» төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе — Юлай Асҡаров. Етенсе синыфҡа тиклем Маҡан мәктәбендә уҡый, артабан — Аҡъяр мәктәбендә. 2008 йылда Сибай сәнғәт колледжын «театр һәм кино актёры» һөнәре буйынса тамамлай, бер аҙ Сибай дәүләт балалар театрында ла эшләп ала, әммә режиссёр булыу теләге көслөрәк булып сыға һәм ул Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение университетына ижад һәм экран профессиялары факультетына уҡырға инә, һөнәре — «документаль (неигровой) кино режиссураһы» (В. Б. Виноградов оҫтаханаһы).

Уҡыған саҡта уҡ Санкт-Петергбург Йәштәр премияһы лауреаты була — «Еңмеш», «Дама с собачкой» фильмдары өсөн[1]. Университетты 2013 йылда тамамлап, Өфөгә ҡайта. Башҡортостан кинематографистар союзының йәштәр үҙәген етәкләй[2]. Артабан Айнур Асҡаров өсөн «Башҡортостан» киностудияһы форматы тар була башлай һәм ул шәхси эшҡыуар булып китә һәм үҙенең проекттарына — үҙе режиссёр һәм продюсер[3]. Режиссер бөтә нәмәне лә белергә, үҙе эшләп ҡарарға тейеш тип һанай ул:

 — Мин үҙемдең ижади юлымды «Башҡортостан» киностудияһының бер фильмын төшөргән саҡта техник эшендә башланым. Ауыр нәмәләр ташыным, штативтар, төшөрөү барышын эстән өйрәндем. Һәм был дөрөҫ тә, хәҙер бына мине операторҙар алдай алмай, кәрәкмәгән техниканы йәки штативты белдермәй килтереп һала алмай — мин бөтәһен дә беләм. Режиссура менән шөғөлләнергә теләгән һәр кем ябайҙан башларға тейеш[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. Асҡаровтың фильмдары төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша һәм призлы урындарҙы яулай[5].

  • 2018 йылда «Башҡортостан» киностудияһы башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына арналған «Өс таған» тулы метражлы нәфис фильмын төшөрөү өсөн республика Башлығының 9 миллион һумлыҡ грантын алды. Фильм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында төшөрөләсәк. Картинаның режиссёры — Айнур Асҡаров[6].
  • Өфөнән һөйөү менән (2017) — тулы метражлы фильм, жанры — романтик комедия (оператор Тимур Ғаниев)

2017 йылда Президент грантына төшөрөлдө. Премьераһы — 2017 йылдың 3 авгусы[7]. Рәсәйҙә прокат үтте.

  • Әсә (Ел алһын һүҙҙәремде…,2015) — ҡыҫҡа метражлы фильм

Сценарийҙы драматург Шәүрә Шәкүрова «Саҡ менән Суҡ» боронғо төрки эпосына нигеҙләнеп яҙған. «Әсә» фильмы 2014 йылда биш миллионлыҡ президент грантына лайыҡ булды. Картинаның жанрын режиссёр мистик драма тип билдәләгән. Фильм рус теленә лә тәржемә ителгән[8].

  • Пилорама (2015) — ҡыҫҡа метражлы фильм
  • Әсе бал (2013)

«Башҡортостан» киностудияһының «Әсе бал» документаль фильмы Швецияла уҙған «КиноРюрик» рус киноһы фестивалендә конкурстан тыш күрһәтелде. «Әсе бал» шулай уҡ Санкт-Петербургта үткән ХIII "ПитерКит"тың төп бүләге, «Кадр, алға!» фестиваленең «Иң яҡшы документаль фильм» номинацияһы, «АгроСвит-2013» ХХ халыҡ-ара телефестиваленең «Фильм геройына» приздары бар[9].

  • Беҙ ҡол түгел (2012) — ҡыҫҡа метражлы фильм
  • Еңмеш (2011) — ҡыҫҡа метражлы фильм, лирик комедия (оператор Тимур Ғаниев, фильм директоры Зөһрә Бураҡаева)

«Еңмеш» фильмы төрлө фестивалдәрҙә 40-тан ашыу бүләк алған. Кинофесивалдәрҙә ҡатнашыу һәм бүләкләнеү[10][11]:

  • Студенттар фильмы фестивале «Питеркрит», Рәсәй, 2011 («Иң яҡшы режиссура», «Иң яҡшы оператор эше»)
  • Ҡыҫҡа метражлы кино фестивале « РRОвзгляд», Рәсәй, 2011 («Балалыҡты иҫкә төшөргәне өсөн» ООО «Киномир» учредителенән махсус приз)
  • Ҡыҫҡа метражлы кино фестивале « РRОвзгляд», Рәсәй, 2011 («Страна» телеканалының махсус призы «Тыуған илгә һөйөү»)
  • Халыҡ-ара кинофестиваль «Ер һәм халыҡ», Рәсәй, 2011 (Ир-ат ролен иң яҡшы башҡарыусы"-Ғәлимйән Мәмбәтов)
  • Халыҡ-ара кинофестиваль «Ер һәм халыҡ», Рәсәй, 2011 («Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм»)
  • VII Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале, Рәсәй, 2011 («Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм»)
  • VI «Апсны-КҮҢЕЛ ИЛЕ» асыҡ кинофестивале, Рәсәй, 2011(«Иң яҡшы фильм»)
  • Халыҡ-ара йәштәр кинофестивале «METERS\МЕТРЫ», Рәсәй, 2011(«Иң яҡшы фильм»)
  • Халыҡ-ара кинофестиваль «ArtoDoes», Рәсәй, 2011(Гран-при, «Иң яҡшы фильм»)
  • Йәш кино фестивале"Алтын алма", Рәсәй, 2011(Диплом, «Балалар менән ҡыҙыҡлы режиссёрлыҡ эше һәм ваҡыт менән тап килеү өсөн»)
  • 6 Its Me International Youth Film Festival, Әрмәнстан, 2011(«Иң яҡшы режиссёрлыҡ эше»)
  • Халыҡ-ара «Кинопроба» фестивале, Рәсәй, 2011 (Диплом, «Балалар донъяһына ихласлыҡ»)
  • Мәскәү йәштәр кинофестивале «Йәшәйәсәкбеҙ!», Рәсәй, 2011 (Тамашасылар призы)
  • XXI Халыҡ-ара «Кешегә мөрәжәғәт» кинофестивале, Рәсәй, 2011 (Дани Гуревич иҫтәлегенә приз)
  • IVХалыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы «Свирск мифы» автор кинофестивале, Рәсәй, 2011 (Гран-при һәм «Иң яҡшы ир-ат ролен башҡарыусы»)
  • Rob Knox Film Festival, UK, 2012 (Гран-При)
  • Timishort International Film Festival, Romania, 2012 (Тамашасылар призы)
  • Халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивале «Харьков сирене», Украина, 2012 (Милен Демонжо призы)
  • 2012 (Гран-При)
  • 21 DIVERCINE Festival Internacional de Cine para Ninos y Jovenes, Уругвай, 2012(«Иң яҡшы дебют» призы)
  • VIII халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы кино һәм анимация OPEN CINEMA фестивале, Рәсәй, 2012 («Икенсе яр» номинацияһында еңеүсе)
  • Film Festival Della Lessinia, Италия, 2012 («Иң яҡшы балалар фильмы»)
  • KONIK Film-Festival, Рәсәй, 2012 (Гран-При, «Иң яҡшы актёр ансамбле» призы)
  • Өфөнән һөйөү менән (2017)
  • Ҡырағай (2017) — креатив продюсер; ҡыҫҡа метражлы фильм
  • Пилорама (2015) — ҡыҫҡа метражлы фильм

Сценарийҙар авторы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әсе бал (2013)
  • Еңмеш (2011)