Аҡҡош
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Аҡҡош, ҡаңғылдаҡ аҡҡош (лат. Cygnus) Ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Йәш саҡта-һорғолт көрән, ҙурайғас-бөтә ҡауырһындары ла ап-аҡ. Йөҙгәндә муйынын туры тота. Күҙҙәре һәм аяҡтары ҡыҙыл, суҡышы ҡыҙғылт һары. Тауышы яңғырауыҡлы:"Ҡаңҡ" йәки "ҡаң-ға". Ярҙары ҡамышлы ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Үлән,төрлө орлоҡ,иген менән туҡлана. Күсмә ҡош.Бик һирәк осрай. Ояһы ҡуйы ҡамышлыҡтарҙа.4-6 бөртөк аҡ йомортҡа һала.
Э.Ф.Ишбирҙиндан.
- Аҡҡош
- Бөҙрә аҡҡош
- Ҡара аҡҡош