Эстәлеккә күсергә

Аҡҡош йыры (Калхас)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Лебединая песня (Калхас)». Литографированный оттиск. 1888 г.[0]

«Аҡҡош йыры (Ка́лхас)» — А. П. Чеховтың «Калхас» хикәйәһе буйынса авторҙың үҙе тарафынан яңынан яҙылған шул уҡ исемдәге бер шаршаулы пьеса. Әҫәр 1887 йылдың ғинуарында бер аҙ ҡыҫҡартыла[1][2][3]. Эпик жанрҙан драмаға әйләндерелгән, эксперименталь формалы пьеса-монолог. Төп герой үҙенең эпик башланғысын драма формаһында күрһәтә[4][5].

Әҫәрҙең яҙылыу тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Аҡҡош йыры (Калхас)» тарихы 1886 йылдың 10 ноябрендә «Петербург гәзитендә» А. Чехонте ҡултамғаһы менән яҙылған «Калхас» хикәйәһенән башланып китә. 1887 йылдың ғинуарында «Аҡҡош йыры (Калхас)» хикәйәнән драмаға әйләндереп яҙыла[1].

Автор үҙе 1887 йылдың 14 ғинуарында М. В. Киселеваға: «Мин дүрт картиналы пьеса яҙҙым. Ул 15—20 минут дауамында уйналасаҡ. Донъялағы иң бәләкәй драма… Мин уны бер сәғәт биш минут эсендә яҙып бөтөрҙөм. Бәләкәй әйберҙе яҙыуы еңел»[1][6].

Пьеса «Сезон»[7] йыйынтығында баҫылып сыға һәм беренсе баҫмаһында: «Петрушка! Егорка! Кто тут есть? Боже, свеча тухнет!»- тигән һүҙҙәр менән тамамлана, йәғни пьесаның икенсе яртыһы булмаған. Был турала Чехов үҙе «Артисты» журналының нәшерсеһе Ф. А. Куманинға 1889 йылдың 5 сентябрендә: «… „Сезонға“ мин монологтың бары тик беренсе киҫәген генә бирҙем», — тип яҙа[1].

1887 йылдың аҙағында Корш театры өсөн яҙылған версияһы үҙгәртелә һәм Никитаның роле ҡыҫҡартылһа ла, пьеса «Отеллоның»: «О, если бы угодно было небу…» (Акт IV, 2-се күренеш) монологы Никитаның «Прости покой, прости, моё довольство…» монологы менән алмаштырылып, (Акт III, сцена 3) 1888 йылда Император театры өсөн күрһәтелә[1][8].

Чехов тере саҡта «Аҡҡош йыры (Калхас)» пьесаһы болгар, немец, поляк, серб-хорват һәм чех телдәренә тәржеә ителә.

Лебединая песня. Рисунок Л. О. Пастернака, 1895 год
  • Василий Васильевич Светловидов — актёр, комик, 68 йәшлек ҡарт, Калхас ролен башҡарыусы.
  • Никита Иваныч — суфлёр[1][5].

Драмалағы ваҡиға провинция ҡалаһының театрында бара. Ҡарт комик Василий Васильич Светловидов бенефистан һуң буш ҡалған театрҙа үҙенең үткән тормошо хаҡында, талант, йәшәү һәм үлем тураһында уйланып ултыра[3][5][9].

Нәфислек үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйәләге конфликт пьесала күрһәтелгән конфликттан айырылып тора, сөнки төп геройҙың кисерештәре хикәйәлә автор тарафынан яҙылһа, пьесала ул геройҙың үҙ биографияһын иҫенә төшөрөп һөйләүҙән ғибәрәт. «Аҡҡош йыры» этюдында һөйләү беренсе заттан алып барыла, герой бер үк ваҡытта актёр ҙа, режиссёр ҙа, тамашасы ла, ә үның һөйләгәндәре бары тик уның хәтирәләре генә. [10]. Тағы ла бер мотивы — ғүмерен театрға бағышлау арҡаһында геройҙың тормошҡа ашмай, ҡорбан булып ҡалған мөхәббәте[5].

Чехов Шекспир, Пушкин, Грибоедовтарҙың сәхнәлә ҡуйылған «Борис Годунов», «Король Лир», «Гамлет», «Отелло» пьесаларынан цитаталар килтерә һәм пьесаһын Чацкий һүҙҙәре менән тамамлап, сюжетты ҡатмарландыра[3][4][5].

Барлыҡ цитаталарҙың да темаһы — геройҙың бер кемгә лә буйһонғоһо килмәүе. Чацкий, мәҫәлән, Фамусов Мәскәүендә ҡалғыһы килмәйенсә:

Вон из Москвы! Сюда я больше не ездок.

Бегу, не оглянусь, пойду искать по свету,

Где оскорбленному есть чувству уголок!

Карету мне, карету!

[5]

-тип ҡысҡырһа, Чехов геройы ла шундай уҡ һүҙҙәрҙе әйтә.

Был өҙөктәр барыһы ла сәхнәлә ғүмер буйы уйнаған артистың тойғоларын күрһәтеү өсөн ҡулланыла[3][5].

Шулай итеп етеп килгән ҡартлыҡ һәм үлем проблемаһы герой тарафынан үҙенең әле терелеген күрһәтеү һәм актёр булараҡ ролдәрҙе яттан белеүен күрһәтеү өсөн, уның һуңғы «аҡҡош» йыры мотивы булып тора[3].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Громов, Твердохлебов, 1976
  2. Артемьева, 2014, с. 71
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Артемьева, Л. С., 2014
  4. 4,0 4,1 Одиноков, 2009
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Виглянская, 2012
  6. Чехов, Т.11 , 1978, с. 408
  7. Сборник «Сезон», 1887 г., вып. 1, стр. 52—53, раздел: Для сцены и эстрады. Заглавие: Калхас. Драматический этюд в 1 действии. Подпись: Ант. .
  8. Корнаухова, 2014
  9. Артемьева, 2014, с. 71—72
  10. Артемьева, 2014, с. 73