Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Википедия – ирекле энциклопедия
Салауат Юлаев ордены
Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре — ил алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн кешеләрҙе юғары дәртләндереү билдәһе. Дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай — тарафынан раҫлана. Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре менән бүләкләү һәм маҡтаулы исемдәр биреү хоҡуғы Башҡортостан Республикаһы Президентына бирелгән.
Башҡортостан Республикаһының түбәндәге дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре булдырылған:
Дәүләт бүләктәре
- 1. «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены
- 2. Халыҡтар дуҫлығы ордены
- 3. Салауат Юлаев ордены
- 4. Әсәлек даны миҙалы
- 5. «Башҡортостан Республикаһында фиҙәҡәр хеҙмәт өсөн» танылыу билдәһе
- 6. Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы
- 7. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы
- 8. Фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы
Маҡтаулы исемдәр
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ әртисе
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссәме
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ табибы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған әртисе
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссәме
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисе
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған камилаштырыусыһы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған тимер иретеүсеһе
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтеры
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек етештереү хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман үҫтереүсеһе
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транпорт хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик мәҙәниәт хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәттәр күрһәтеүсе
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һатыусы

