Эстәлеккә күсергә

Биксурин Алик Сәлих улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алик Биксурин
Тыуған көнө

21 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (87 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Ҡыйғы районы, Үрге Ҡыйғы ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

актёр, балет артисы, театр эшмәкәре

Наградалары һәм премиялары

БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1969)

Биксурин Алик Сәлих улы (21 сентябрь 1937 йыл) — балет артисы, театр һәм мәғариф эшмәкәре. 1956—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1988—1990 йылдарҙа театрҙың директоры, 1985—2008 йылдарҙа Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы директоры.Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969).

Алик Сәлих улы Биксурин 1937 йылдың 21 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. Милләте — башҡорт.

Башҡорт дәүләт университетында уҡып, хоҡуҡ фәндәре буйынса белгес булып сыҡҡан, Ленинград хореография училищеһын тамамлаған.

1956—1976 — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй. 1976—1985 — төҙөлөш эшселәре профсоюзы өлкә комитетында ойоштороу-инструктор бүлеге мөдире. 1988—1990 йылдарҙа опера һәм балет театры директоры. 1985 йылдан хаҡлы ялға киткәнсә Башҡортостан Республикаһының Р. Нурыев исемендәге хореография училищеһы директоры булып эшләй. Был училище Али Сәлих улының тырышлығы менән барлыҡҡа килә. Атаҡлы балерина Элеонора Ҡыуатова үҙенең «Культура» гәзитенә биргән интервьюһында: «80-се йылдар уртаһында уҡ Биксурин Өфөлә хореографик училище асыу хыялы менән йәшәй башлай. Шул ваҡытта уҡ ул мәктәбе булмай тороп театрҙың (Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының — иҫк.) юҡҡа сығасағын аңлай. Ысынлап та, 90-сы йылдарҙа артистар сит илдәргә китә башланы, бейер кеше лә ҡалманы тиерлек. Биксурин юллап ныҡышмал йөрөнө, төҙөнө. Һәм ниәтенә иреште», — тип хәтерләй.

  • Бикчурин Алик Салихович. — Башкирская энциклопедия, т.1, с.472 — Уфа, НИ «Башкирская энциклопедия», 2005.
  • Елена Федоренко. Леонора Куватова: «Своих первоклашек я различала по ногам, а не по лицам…» -Газета «Культура» № 23 (7783) 7 — 13 июля, 2011 г.