Эстәлеккә күсергә

Билдәһеҙ кеше хикәйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Билдәһеҙ кеше хикәйәһе
Жанр

повесть

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ

Ижат ителгән ваҡыты

1893

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1893 йылдың феврале һәм мартында

Билдәһеҙ кеше хикәйәһе — А. П. Чехов тексы. 1893 йылда «Русская мысль» журналының 2-се һәм 3-сө һандарында (февраль һәм март айҙары) баҫылып сыҡҡан. Үҙгәрештәр яһалып, яҙыусының әҫәрҙәре йыйынтығының алтынсы томына индерелгән.

1880-се йылдар аҙағында Чеховтың башына яңы сюжеттың бик ҡыҙыҡ идеяһы килә. 1893 йылда яҙыусы Любовь Гуревичҡа яҙған хатында ул «баҫтырырға уйламайса ғына бер әҫәр яҙа башланым» тип хәбәр итә. Автор әҫәрҙе цензура үткәрмәйәсәген алдан уҡ белеп тора. Был идеяһына яҙыусы 1891 йылда кире ҡайта һәм уны «Минең пациентым хикәйәһе» тип атай.

Повесть 80-се йылдарҙа йәшәгән кешеләргә арналған (алдан уйланған атамаларының береһе — «Һикһәненсе йылдарҙа»). Уйланған әҫәрҙең геройы — террорист, был саҡта ул көн үҙәгендә торған мөһим мәсьәлә була. 1881 йылдың 1 мартында батшаға һөжүм итеү арҡаһында «Народная воля» революцион народниктар ойошмаһы етәкселеге тармар ителеүгә ҡарамаҫтан, ХIХ быуаттың 80-се йылдарында был ойошманың эшмәкәрлеге дауам итә. 1887 йылдың апрелендә А. И. Ульянов һәм уның иптәштәрен хөкөм итеү процесы бара, шул уҡ йылдың майында улар язаға тарттырыла. 1887 йылдың июнендә народная волясылар Г. А. Лопатин һәм шағир П. Ф. Якубовичтарҙың суд процесы бара, уларҙы ла үлем язаһына хөкөм итәләр, аҙаҡтан язаны каторга менән алыштыралар. «Билдәһеҙ кеше хикәйәһе» әҫәренең ижади идеяһында Чехов менән таныш булған революцион хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың яҙмышы күрһәтелергә мөмкин була.

Чехов тере саҡта «Рассказ неизвестного человека» серб-хорват теленә тәржемә ителә.

«Билдәһеҙ кеше» (элек үҙен флот лейтенанты тип атап йөрөтөүсе кеше) Санкт-Петербургҡа етди дошман араһына инергә бара. Еңел аҡыллыраҡ бай кешенең ғаиләһендә, хеҙмәтсе битлеге аҫтында ул ялсы булып хеҙмәт итә. Һуңынан ул үҙенең был миссияһын һәм тормошоноң мәғәнәһеҙлеген аңлап, хеҙмәтсе булып эшләүҙе дауам итеүҙән баш тарта.

Тәржемәсе Хью Аплин был повесты «бөйөк әхләҡи таҙалыҡҡа»[1] эйә булған ҡатын-ҡыҙ персонаждарының авторы яҙыусы И. С. Тургенев әҫәрҙәре менән сағыштыра. Луи де Берньер «Рассказ неизвестного человека» хикәйәһен бик шәп әҙәби әҫәр тип таба[2][3].

А. В. Луначарский А. П. Чеховтың актив геройҙарҙы күрһәтмәүен бик йәл тип таба[4].

Журнал «Образование», 1903, № 9, стр. 85—91.

  1. Chekhov Anton. Introduction // The Story of a Nobody. — Hesperus Press Limited, 2002. — P. xvi–xvii. — ISBN 1-84391-003-9.
  2. Chekhov Anton. Forward // The Story of a Nobody. — Hesperus Press Limited, 2002. — P. ix–x. — ISBN 1-84391-003-9.
  3. McKibbin, Tony Moral Circumferences. Tony McKibbin. Дата обращения: 27 апрель 2017. 2017 йыл 28 июнь архивланған.
  4. Рассказ неизвестного человека 2017 йыл 5 май архивланған.