Боулз уйнау
Боулз уйнау | |
Булдырыусы | Corning Inc.[d][1] |
---|---|
Ил | Англия |
Оборудован | lawn ball[d] һәм jack[d] |
Боулз уйнау Викимилектә |
Боулз уйындары (ингл. bowls) — «шарҙар уйнау» йәки «шарҙар»: традицион инглиз спорт уйыны, Британия илдәрендә бик популяр булған уйын, уның төп маҡсаты — асиметриялы шарҙарҙы «Джек» (Jack) йәки «Китти» (Kitty) тип исемләнгән ҙур булмаған аҡ шарға мөмкин тиклем яҡыныраҡ тәгәрләтеп алып килергә.
Боулзда ғәҙәттә берешәр, икешәр, өсөшәр йәки дүртешәр кешенән торған ике команда ҡатнаша. Бер йәки ике кеше ғәҙәттә дүрт шар менән (һирәгерәк ике шар менән) уйнайҙар, өс кеше ғәҙәттә - өс шар менән, ә дүрт кеше гел ике шар менән уйнай. Шарҙар «вудс» (woods) тип атала йәки ағас шарҙар, сөнки элек улар ҡаты ағас тоҡомдарынан (имән, уҫаҡ) эшләнгән. Хәҙерге ваҡытта йыш ҡына ҡаты каучук йәки күп ҡатлы синтетик материал ҡулланыла. Һәр «вудс»тың бер яғы икенсе яғына ҡарағанда ҡыйышыраҡ була. Дөрөҫ ташлаған саҡта ауышҡан ауырлыҡ үҙәге шарҙы бер аҙ бөгөлгән траектория буйлап тәгәрләп барырға мәжбүр итә, был, үҙ сиратында, уйын процесын ҡатмарлаштыра.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихсылар шарҙар менән уйын Боронғо Мысырҙа уҡ барлыҡҡа килгән тип һанайҙар. Мысырлылар был уйынды бәләкәй генә таштар ярҙамында уйнағандар. Был факт яҡынса беҙҙең эраға тиклем 5 быуатҡа ҡараған ҡәберлектәрҙе ҡаҙыу ваҡытында табылған артефакттарҙан билдәләнгән. Спорттың был төрө бөтә донъяла популяр булып китә һәм бик күп төрлө формалар ҡабул иткән, мәҫәлән,: Bocce («бочче», Италия), Bolla («бола», Саксония), Bolle («боле», Дания), Boules («буль», Франция) и Ula Miaka («Ула Миака», Полинезия).
Әлеге көнгә тиклем шарҙар менән уйындар үткәрелгән иң боронғо корт Англияла Саутгемптон ҡалаһында урынлашҡан. Был корт, тарихи яҙмаларға ярашлы, уйындар өсөн беҙҙең эраның 1299 йылынан файҙалана.
Спорттың башҡа төрҙәре һымаҡ, шарҙар уйнау Британия колониаль илдеренә 1600-сы йылдарҙа инә башлай. Үләндәге беренсе шарҙар уйыны Төньяҡ Америкала 17 быуат башында АҠШ-та уҙғарыла. Тарихи яҙмалар дәлилләүенсә, Президент Джордж Вашингтон үҙенең алпауыт ерендә шарҙар менән уйнаған. Канадала спорттың был төрө 1730 йылда күрһәтелә: Яңы Шотландияла Порт Рояль ҡалаһында шарҙарҙың беренсе партияһы уйнала. Австралияла беренсе уйын 1844 йылда тасманияла Сэнди Бич ҡалаһында уҙа. Яңы Зеландияла был уйын 30 йыл үткәс барлыҡҡа килә. 1903 йылда Британ Кегль ассоциацияһы оошторола. Шараҙар уйыны Бөтә донъя комитеты бөтә донъялағы уйындың ҡәғиҙәләренең стандартлығы өсөн яуаплы һәм бөтә Ер шарында уйынды популяштырыу уның төп бурысы булып тора.
Ярыштарҙа еңеү өсөн махсус физик әҙерлек кәрәкмәй. Шуға күрә шарҙар уйынын бигерәк тә оло йәштәгеләр ярата, шул уҡ ваҡытта йәштәр ҙә был уйынды үҙ итә.
Лоун Боулз — үләндә шарҙар уйыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лоун Боулз (ингл. lawn bowls) ғәҙәттә оҙонлоғо 30,18 метр 40,23 метрға (33 — 44 ярдлы) газонда үткәрелә.
Индор Боулз — ябыҡ бинала шарҙар уйыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Индор Боулз (ингл. indoor bowls) үләндәге шарҙар уйынына оҡшаш, айырмаһы тик шунда: бина эсендә газондар урынына оҙонлоғо газондағына тиң яһалма ҡапламалы юлдар ҡулланыла.
Шот Мэт Боулз — ҡыҫҡа тректарҙа шарҙар уйыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шот Мэт Боулз (ингл. short mat bowlsmat bowls short) стандарт шарҙар менән 12,2-13,75 метр 1,83-1,9 метрға (6 футлыҡ 40-ҡа 45) размерлы юлдарҙа үткәрелә.
Уйын яланының үҙәге буйлап уны икегә бүлгән махсус блок була: ул уйынсыға «Джек»ка тура алға ынтылыш эшләргә мөмкинлек бирмәй. Уйынсыларға ынтылыш эшләгән саҡта шарҙың шылған ауырлыҡ үҙәген иҫәптә тотор кәрәк, шулай итеп, ул хәрәкәт иткән саҡта үҙәк блокты ситләтеп үтеп, сәпкә эләгергә тейеш.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- English Short Mat Bowling Association
- Southampton Old Bowling Green
- Боулз в России 2010 йыл 30 декабрь архивланған.