Бүребай ҡояш электр станцияһы
Бүребай ҡояш электр станцияһы | |
Ил | |
---|---|
Урынлашҡан | |
Статус |
ғәмәлдә |
Төҙөлә башлағын йыл |
28 май 2015 йыл[1] |
Эксплуатацияға башланған йылы |
29 октябрь 2015 йыл[2] |
Төп характеристикалар | |
Электр ҡеүәте | |
Картала | |
Бүребай ҡояш электр станцияһы — Башкортостандың Хәйбулла районы территорияһындағы Бүребай ауылы янында урынлашҡан.
Тәүге 10 МВт ҡеүәтле сират 2015 йылдың 25 октябрендә файҙаланыуға тапшырыла.[5]. 2016 йылда 10 Мвт ҡеүәтле икенсе сиратты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. [3][4]. Асылған ваҡытта Рәсәйҙең иң ҡеүәтле, Башҡортостандың тәүге сәнәғәт ҡояш электр станцияһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бүребай ҡояш электр станцияһы Башҡортостан территорияһында 2015 йылдан 2018 йылға тиклем тәҙөүгә планлаштырылған 59 мегавтт ҡеүәтле, ете ҡояш системаһының береһе. [6]. Башҡортостанда тәүге ҡояш электр станцияһы төҙөү тураһындағы мәғлүмәт 2013 йылда барлыҡҡа килә[7]. Проект Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 28 майындағы 449-сы ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Төҙөлөш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Хевел» Рәсәй компанияһы етештергән ҡояш модулдәре Өфө дәүләт авиация техник университетында тест һынауы үтә. Төҙөлөш урыны һайлау Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновацон сәйәсәт министрлығы]енән бергә алып барыла.[7].
«Авелар Солар Технолоджи» «Хевел» компанияһының директоры Айҙар Хафизов әйтеүенсә, республиканың көньяҡ райондары яҡшы инсоляцияға эйә. Башҡортостандағы инсоляция кимәле йылына бер квадрат метрға 1,3 мең киловатт-сәғәт тәшкил итә, был иһә Европаның көньяҡ райондары күрһәткесенә тура килә[3][8]. Количество солнечных дней в Башкирии составляет около 260, для сравнения — в Сочи — 190, в Москве — 114[6]. станцияны төҙөү 2015 йылдың 28 майында башлана[1][9], а запуск первой очереди на 10 МВт состоялся в конце октября того же года[2]. Бүребай электр станцияһы Башҡортостанда икенсе ҡояш электр станцияһы булырға тейеш була, сөнки 2015 йылдың июненә Бөгөлсән ҡояш электр станцияһын асыу планлаштырыла, әммә ул Бүребай электростанцияһынан ике айға һуңыраҡ асыла.
Очередь | Название | Мощность | Ввод |
---|---|---|---|
Баймаҡ СЭС-ы | 10 МВт | 29 октябрь 2015 | |
Юлдыбай СЭС-ы | 10 МВт | 2016 аҙағы (план буйынса) |
Бүребай ҡояш электр станцияһы Башҡортостандың тәүге сәнәғәт электр станцияһы. Әммә уның асылыуына тиклем республикала әҙ ҡеүәтле шәхси ҡояш станциялары ла була. Мәҫәлән, 2015 йылдың ғинуарында республиканың Төньяҡ ҡасабаһы тулыһынса ел-ҡояш электр станцияһы менән тәьмин ителеүгә күсә. [10]. 2016 йылдың 1 мартында Бүребай ҡояш электр станцияһы күмәртәләп һатыу электр энергияһы баҙарына сығарыла. [11].
Тасуирлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҙөлөштә 88 мең тонна йоҡаҡ пленкалы модуль файҙаланыла, төҙөлөш майҙаны 40 гектар ерҙе ала[3]. 70 % комплектующих произведены на территории России. Объём инвестиций для всех семи станций составил 6 миллиардов рублей[6], непосредственно для Бурибаевской СЭС — около 1 миллиарда[3]. Кредит дочерним предприятиям «Хевел» на строительство Бурибаевской СЭС выделен Газпромбанком[12]. Аренда земли под электростанции предоставлена на 49 лет[8]. Болотло көндә станция ҡуйылған ҡеүәттән 20-25 процент, ә ҡышҡы көндәрҙә — 70 процент энергия етештерә ала. Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры урынбаҫары Илдар Шахмаев билдәләүенсә, кәрәк ваҡытта ҡеүәт 50 Мвт-ҡа тиклем күбәйтелә ала.[9]. «Авелар Солар Технолоджи» вәкиле белдереүенсә, Бүребай ҡояш электр станцияһын файҙаланыуға тапшырыу төбәктең ышаныслығын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк һәм республиканың көньяҡ райондарының энергия дефицитын кәметәсәк. [13].Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы урынбаҫары Ильдус Яхин раҫлауынса, республикаға ҡояш электр станцияһын индереү экологик торошҡа ла ыңғай тәьҫир итәсәк һәм зарарлы матдәнең атмосфераға таралыуын йылына 55 мең тоннаға кәметәсәк[6]. Дәүләткә Бүребай ҡояш электр станцияһынан электр һатып алыу баҙар хаҡынан 4 тапҡырға ҡыйбатҡа төшә — кВт сәғәте 8 һум[14]. Башҡортостан территорияһында әле төҙөлөп ятҡан электрстанцияларға өҫтәлмә булып, 2020 йылға 90 Мвт ҡеүәтле бер нисә ҡояш электр станцияһы индереләсәк[8].
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Башкирэнерго» башҡорт электр селтәре компанияһы башлығы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Андрей Макаров белдереүенсә, технологияның файҙалы яғы күп булһа ла, БСЭК кеүек селтәрле компаниялар өсөн, ҡояш генерацияһына ҡарағанда әһәмиәтлерәк проекттар ҙа бар[15]. Бынан тыш, Андрей Макаров, ҡояш электр станцияларынң тәүлектең ҡараңғы ваҡытында, ҡояш булмағанда, электр утын тотоноуҙың иң кәрәкле ваҡыты киске сәғәт 9-ҙа эшләй алмауын да тәнҡитләй. Көнөн йыйып, кис бирә торған ҡеүәтле ҡорамалдар юҡ. "Башҡортостандың Энергия һаҡлау үҙәге " коммерция булмаған автоном ойошмаһы директоры, бындай электр станцияларының файҙалы ғәмәл коэффициенты батареяларҙың туҙыуы арҡаһыда йыл һайын бер нисә процентҡа кәмейәсәк, тип белдерә[14]. Шулай уҡ, «Авелар солар технолоджи» менән БЭСК араһында ла электр тапшыру линияһын, электр станцияһынан таратыу подстанцияһына тиклем финанслау буйынса ла бәхәстәр сығып тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 В Башкирии началось строительство солнечной электростанции мощностью 10 МВт 2016 йыл 16 август архивланған. // Официальный сайт «Хевел»
- ↑ 2,0 2,1 Открытие Бурибаевской СЭС 2016 йыл 29 июль архивланған. // Официальный сайт «Авелар Солар Технолоджи»
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Первая солнечная электростанция начала вырабатывать энергию // Московский комсомолец, Уфа, 25 ноября 2015 года
- ↑ 4,0 4,1 Бурибаевская — солнечная электростанция (PV) — 10 мВт, Россия, 2015 2016 йыл 16 август архивланған. // renewnews.ru Возобновляемая энергия и ресурсы
- ↑ Ввод в эксплуатацию генерирующих объектов, реализуемых в рамках договоров поставки мощности на оптовый рынок, отобранных на конкурсах в 2014–2015 годах . Министерство энергетики РФ. Дата обращения: 24 сентябрь 2016. 2016 йыл 23 август архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 В Башкирии до 2018 года создадут сеть солнечных электростанций за 6 млрд рублей // ТАСС, 5 июня 2015 года
- ↑ 7,0 7,1 В Башкирии построят солнечную электростанцию // Башинформ, 29 апреля 2013 года
- ↑ 8,0 8,1 8,2 В 2015 году в Башкирии появятся две солнечные электростанции // Башинформ, 22 мая 2014 года
- ↑ 9,0 9,1 rb.ru/novosti/society/v_sele_buribay_khaybullinskogo_rayona_pristupili_k_stroitelstvu_pervoy_linii_novoy_elektrostantsii_m/ В селе Бурибай Хайбуллинского района приступили к строительству первой линии новой электростанции мощностью в 10 мегаватт] // Башкирское спутниковое телевидение, 29 мая 2015 года
- ↑ В Башкирии заработала первая коммерческая ветро-солнечная электростанция // Московский комсомолец, Уфа, 21 января 2015 года
- ↑ Бурибаевская СЭС вышла на оптовый рынок 2016 йыл 18 август архивланған. // Официальный сайт OOO «Авелар Солар Технолоджи»
- ↑ Газпромбанк профинансировал строительство солнечных электростанций в России 2016 йыл 18 август архивланған. // Официальнй сайт Газпромбанка
- ↑ O sole mio 2016 йыл 15 август архивланған. // Журнал «Эксперт», 16 ноября 2015 года
- ↑ 14,0 14,1 Электроэнергия в Башкирии немного «позеленела» // РБК-Уфа, 3 ноября 2015 года
- ↑ Энергетики Башкирии не готовы спонсировать строительство солнечных станций 2016 йыл 29 август архивланған. // МедиаКорСеть, 30 июня 2014 года
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексей Михайлов Солнце вместо нефти (русский) // Профиль : журнал. — М., 2016. — № 19 (953). — С. 18-24. — ISSN 1726-0639.