Винсент Ван Гог

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ван Гог, Винсент битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Винсент Ван Гог
нидерл. Vincent van Gogh
Автопортрет, 1889
Автопортрет, 1889
Тыуыу датаһы:

30 март 1853(1853-03-30)

Тыуыу урыны:

Грот-Зюндерт

Вафат булыу датаһы:

29 июль 1890(1890-07-29)

Вафат булыу урыны:

Овер-сюр-Уаз

Гражданлығы:

Нидерландтар Нидерландтар

Жанр:

пейзаж
натюрморт
портрет

Стиль:

импрессионизм

Бағыусылары:

Тео Ван Гог

Йоғонто алған:

Адольф Монтичелли

Commons-logo.svg Commons-тағы эштәре

Винсе́нт Ви́ллем Ван Гог (нидерл. Vincent Willem van Gogh, 30 март 1853, Бреда янындағы Грот-Зюндерт, Нидерландтар — 29 июль 1890, Овер-сюр-Уаз, Франция) — бөтә донъяға танылған в нидерланд рәссамы-импрессионист.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә]

Винсент Ван Гог Нидерлантта Бельгия сигенән йылаҡ балмаған Төньяҡ Брабант провинцияһының Грот-Зюндерт ауылында 1853 йылдың 30 мартында иртәнге 11 сәғәттә тыуа. Винсенттың атаһы Теодор Ван Гог була, әсәһе Гаагала ихтирамлы китап төпләүсе һәм һатыусы ҡыҙы Анна Корнелия Карбентус була. Теодора һәм Анны ғаиләһендә Винсент икенсе бала була. Исемен, бөтә ғүмерен протестант сиркәүенә бағышлаған, атаһы яғынан олатаһы хөрмәтенә бирәләр. Теодор һәм Анна был исемде Винсенттан бер йыл алда тыуған беренсе балаларына бирәләр, тик ул беренсе көндә үк үлә. Шудай итеп Винсент, икенсе бала булып тыуһа ла, ғаилә лә өлкәне була. Винсент тыуып дүрт йыл үткәс, 1857 йылдың 1 майында, ҡустыһы Теодорус Ван Гог (Тео) тыуа. Бынан тыш Винсенттың Кор (Корнелис Винсен)т исемле ҡустыһы( 17 май 1867), һәм өс һәңлеһе — Анна Корнелия (17 февраль 1855), Лиз (Элизабет Губерта, 16 май 1859) һәм Вил (Виллемина Якоба, 16 март 1862) була.

Бер туғандар Винсентты үҙ һүҙле, ауыр һәм "сәйер ҡылыҡлы" ялҡытҡыс бала булды тип хәтерләй. Был балала башҡа бабаларҙан айырып торорлоҡ ниндәйҙер сәйерлек бар һәм ул миңә башҡа балаларға ҡарағанда яҡыныраҡ булды, унан лайыҡлы кеше сығыуына мин ышандам, тип хәтерләй гевернатка. Ғаиләнән ситтә, киреһенсә, Винсент холҡоноң кире яҙын күрһәтә, ул тыныс холҡло, етди һәм уйланыусан була. Ул бөтөнләй тийәрлек башҡа балалар менән уйнамай. Ауылдаштары алдында ул киң күңелле, дуҫтарса, иғтибарлы, мәрхәмәтле, һөйөклө һәм баҫылҡы бала була. 7 йәш тулғас ауыл мәктәбенә уҡырға бара, тик бер йылдан уны мәктәптән алалар, һәм һеңлеһе Анна менән уны өйҙә гувернанка уҡыта.

1864 йылдың 1 октябрендә ул Завебергҡа мәктәп-интернатҡа китә. Өйҙән китеү бик күп ғазап кисереүҙең сәбәбе була, өлкәнәйгәстә ул быны онота алмай. 1866 йылдың 15 сентябренән Тилбургта Виллема интернат-колледженда уҡый башлай. Винсент француз, инглиз, немец телдәре тиҙ бирелә. Шунда ул рәсем төшөрөү дәрестәрен ала. 1869 йылдың мартында Винсент ҡапыл уҡыуҙы ташлап ата йортона ҡайта. Ошоноң менән уның белем алыуы тамамлана. «Минең бала сығым күңелһеҙ, һыуыҡ һәм буш булды…» тип ул бала сағын хәтерләй.

Галерея[үҙгәртергә]

Автопортреттар[үҙгәртергә]

Көнбағыштар[үҙгәртергә]

Иристар[үҙгәртергә]

Пейзаж[үҙгәртергә]

Төрлөһөнән[үҙгәртергә]

Ван Гог яҡынса 1866 йылда

Иҫкәртмәләр[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Ван Гог. Письма. Пер. с голл. — Л.-М., 1966.
  • Ревалд Дж. Постимпрессионизм. Пер. с англ. Т. 1. — Л.-М, 1962.
  • Перрюшо А. Жизнь Ван Гога. Пер. с франц. — М., 1973.
  • Мурина Е. Ван Гог. — М., 1978.
  • Дмитриева Н. А. Винсент Ван Гог. Человек и художник. — М., 1980.
  • Стоун И. Жажда жизни (книга). Повесть о Винсенте Ван Гоге. Пер. с англ. — М.,Правда, 1988.
  • Constantino Porcu Van Gogh. Zijn leven en de kunst. (из серии Kunstklassiekers) Недерланды, 2004.
  • Wolf Stadler Vincent van Gogh. (из серии De Grote Meesters) Amsterdam Boek, 1974.
  • Frank Kools Vincent van Gogh en zijn geboorteplaats: als een boer van Zundert. De Walburg Pers, 1990.
  • Г. Козлов, «Легенда о Ван Гоге», «Вокруг света», № 7, 2007.
  • Ван Гог В. Письма к друзьям / Пер. с фр. П.Мелковой. — СПб.: Азбука, азбука-Аттикус, 2012. — 224 с. — Серия «Азбука-классика» — 5 000 экз., ISBN 978-5-389-03122-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Ҡалып:Ван Гог