Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ваҡ ҡарсыға Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме
Accipiter badius (Gmelin , 1788 )
Төрҙәре
Accipiter badius badius (Gmelin, 1788)
Accipiter badius canchroides (Severtsov, 1873)
Accipiter badius dussumieri (Temminck, 1824)
Accipiter badius poliopsis (Hume, 1874)
Accipiter badius polyzonoides Smith, 1838
Accipiter badius sphenurus (Ruppell, 1836)
Һаҡлау статусы
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003425
Accipiter badius
Ваҡ ҡарсыға (лат. Accipiter badius , рус. Туркестанский тювик ) — Европаның көнсығыш өлөшөнән башлап Урта Азияла һәм Индияла йәшәй торған уртаса ҙурлыҡтағы ҡарсыға[ 1] .
Күгәрсендән бәләкәйерәк. Осҡанда ҡыҫҡа ҡанаттары, оҙон ҡойроға күҙгә салына. Һырты күкһел һоро, кәүҙәһенең аҫ яғы ерәнһыу төҫтәге йыш йыш арҡыры һыҙыҡлы һарғылт аҡ. Ағастар араһынан да яҡшы оса. Ҡор ҡарсығаһынан байтаҡ бәләкәй, ә ә бүҙәнә ҡарсығаһынан ерән ҡорһаҡ ҡауырһындары менән айырыла.
Көйлө генә итеп һыҙғыра: «тьйүү үии-тьйүү-үии»
Төрлө ағаслы урмандарҙа йәшәй. Ҡош -ҡорт, ваҡ хайуандар менән туҡлана Күсмә ҡош. Һирәк осрай.
↑ Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө,1986 йыл. ИБ 3478 28.693.35 И 90
Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 38. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0