Заман-Башҡортостан (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Заман-Башҡортостан («Zaman—Башҡортостан») — халыҡ‑ара ижтимағи‑сәйәси гәзит.

Мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ойоштороусыһы — «Феза АЙ (Төркиә). 1993 йылдың майынан 2003 йылдың февраленә тиклем Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ, башҡорт, татар һәм төрөк (2001 йылдың ноябренә тиклем) телдәрендә сыға. Гәзит биттәрендә төрки халыҡтарҙың тормошо, ислам нигеҙҙәре һәм әхлаҡи ҡиммәттәре яҡтыртыла, хеҙмәттәшлек, үҙ‑ара ярҙам, толерантлыҡ идеялары пропагандалана.

Рубрикалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Рухиәт донъяһы»
  • «Беҙҙең тирәләге донъя»
  • «Белем»
  • «Иҡтисад»

Мөхәррирҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1993 — 1994 йылдар: Д.Д. Мәһәҙиев
  • 1995 — 1998 йылдар: С.Г.Сабирйәнова
  • 1998 — 2002 йылдар: Ф.Д. Рафиҡова