Зәңгәр балсыҡ
Уҡыу көйләүҙәре
Зәңгәр балсыҡтың косметологиялағы ҡулланышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәңгәр балсыҡ бик күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Уны буй-һынды коррекциялау, сәстәрҙе яҡшыртыу өсөн ҡулланалар. Шулай уҡ ул тән тиреһенә йомшаҡлыҡ һәм матурлыҡ бирә.
Зәңгәр балсыҡтың түбәндәге файҙаһын һыҙыҡ өҫтөнә алып китергә кәрәк:
- арыуҙың һәм йоҡо туймауҙың билдәләрен юҡ итә;
- йыйырсыҡтарҙы тигеҙләй;
- икенсе эйәк барлыҡҡа килеүгә ҡамасаулай;
- бит тиреһенә һытҡылар, ҡара нөктәләр сығыуға ҡамасаулай;
- һипкелде, пигмент тимгелдәрен бөтөрә;
- биттең төҫөн яҡшырта.