Эстәлеккә күсергә

Күҙәнәктә һыуҙың әһәмиәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Күҙәнәктең химик составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күҙәнәктә һәр төрлө химик реакцияларҙа ҡатнашыусы бер нисә мең матдә бар. Улар органик һәм органик булмаған матдәләр кластарына ҡарай. Органик булмаған матдәләренә һыу һәм минераль тоҙҙар инә.

Күҙәнәктең органик булмаған матдәләре— һыу (70-80 % тирәһе) һәм минераль тоҙҙар(1-1,5 % тирәһе).

Күҙәнәктә һыуҙың әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күҙәнәк матдәләренән һыу беренсе урында тора. Ул күҙәнәк массаһының 80 % тирәһен тәшкил итә. һыуҙың күҙәнәктә мөһим компонент булыуы һан буйынса ғына түгел.

Уға күҙәнәк тереклегендә күп төрлө һәм мөһим роль бирелә.

Һыуҙың биологик роле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • һыу күҙәнәктең физик үҙсәнлектәрен — күләмен, һығылмалылығын билдәләй.
  • Күҙәнәктә барған химик реакциялар өсөн мөхит булып тора.
  • һыуҙың эретеүсе булараҡ та әһәмиәте ҙур: күп матдәләр күҙәнәккә тышҡы мөхиттән һыу эретмәһе рәүешендә үтеп инә һәм һыу эретмәһендә эшкәртелгән продукттар күҙәнәктән сығарып ташланыла.
  • Органик матдәләрҙең, айырым алғанда уларҙың функцияларын үтәү өсөн кәрәк булған аҡһымдарҙың, структураларын барлыҡҡа килтереүҙә һыуҙың әһәмиәте ифрат ҙур.
  • Транспорт ролен үтәй.
  • һыу күп химик реакцияларҙың (аҡһымдарҙың, углеводтарҙың, майҙарҙың һ. б. тарҡалыуы) туранан-тура ҡатнашыусыһы.
  • Күҙәнәктә осмос күренештәрен башҡара.
  • Фотосинтез процесында кислородтың сығанағы булып тора.
  • Күҙәнәктә терморегулятор ролен үтәй.

һыуҙың биологик ролен уның молекуляр структураһының үҙенсәлектәре, молекулаһының поляр булыуы билдәләй.

Водородные связи (1)

Һыуға ҡарата мөнәсәбәте буйынса матдәләрҙе төркөмләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыуҙың эретеүсе булараҡ үҙсәнлектәрен уның молекуляр структураһы үҙенсәлектәре менән аңлаталар. Күп матдәләр һыуҙа һәйбәт эрей: тоҙҙарҙың күбеһе, кислоталар, һелтеләр, ә органик матдәләрҙән — спирттарҙың күбеһе, аминдар, углеводтар, аҡһымдар һәм башҡалар.

һыуҙа һәйбәт эрегән матдәләрҙе гидрофил матдәләр тип йөрөтәләр (гр. «гидрос» — һыу, «филео» — яратам).

Шул уҡ ваҡытта күп матдәләрҙең һыуҙа насар йәки бөтөнләй эремәүе билдәле, мәҫәлән майҙар, клетчатка һәм башҡалар. Уларҙы гидрофоб матдәләр тип атайҙар (гр. «гидрос» — һыу, «фобос» — ҡурҡыу, күрә алмау).

Матдәләрҙең гидрофил йәки гидрофоб булыуҙары сәбәбе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр матдәләрҙең молекулаһында һыу молекулаһы менән электростатик үҙ-ара мөнәсәбәткә инерлек йәки улар менән водород бәйләнеше булдыра алырлыҡ атом төркөмдәре булһа, был матдәләр — гидрофил матдәләр.

Күҙәнәктең составында күп гидрофил матдәләр бар: тоҙҙар, углеводтар, аҡһымдар, түбән молекулалы органик берләшмәләр.

Күҙәнәктә шулай уҡ гидрофоб матдәләр бар (мәҫәлән, майҙар). Ундай матдәләрҙең составында гидрофил төркөмдәр булмай.

Гидрофоб матдәләрҙең йоҡа ғына ҡатламы күҙәнәк мембранаһының составына инә. Шуның арҡаһында һыуҙың тышҡы мөхиттән күҙәнәккә һәм киреһенсә күҙәнәктең бер участкаһынан икенсеһенә күсеп йөрөүе сикләнә.

  • А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
  • Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
  • Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
  • А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.