Миронов Андрей Александрович
Андрей Миронов | |||
рус. Андрей Александрович Миронов | |||
Исеме |
Андрей Александрович Менакер | ||
---|---|---|---|
Тыуған көнө | |||
Тыуған урыны |
Мәскәү ҡалаһы | ||
Вафат көнө | |||
Вафат урыны | |||
Гражданлығы | |||
Һөнәре |
актёр, йырсы | ||
Карьераһы |
1960—1987 | ||
Наградалары |
| ||
IMDb | |||
Аниматор.ру | |||
Миронов Андрей Александрович Викимилектә | |||
Миронов Андрей Александрович (фамилияһы — Менакер[1]; 7 март 1941 йыл — 16 август 1987 йыл, Рига) — СССР актёры, театр һәм кино, эстрада артисы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1980).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы һәм үҫмер йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Андрей Миронов 1941 йылдың 7 мартында[2][3] Мәскәүҙә Грауэрман исемендәге бала табыу йортонда тыуған, ата-әсәһе — билдәле эстрада артистары Александр Семёнович Менакер һәм Мария Владимировна Миронова. 7 мартта тыуһа ла, ата-әсәһе тыуған көнөн 8 март тип яҙҙыртҡан[2]. Был темаға ата-әсәһе шундай реприза ла башҡарған: «Андрей — ҡатын-ҡыҙҙарға 8 март бүләге».
1948 йылда Андрей Менакер беренсе класҡа Мәскәүҙең 170-се ирҙәр мәктәбенә бара. 1940-се йылдар аҙағында СССР-ҙа космополитизм менән көрәш кампанияһы башлана, урыны менән ул антисемитизм төҫөн ала, шунлыҡтан Андрейҙың ата-әсәһе малайҙың фамилияһын әсәһенекенә алмаштыра[4], өсөнсө класҡа инде ул Андрей Миронов булып бара. Әсәһе хәтерләүенсә, бала саҡта Андрей бер нимә менән дә мауыҡмаған, бер килке маркалар йыя башлаған да, ташлаған. Һәр йәйҙе тиерлек ул ата-әсәһе менән Пестовола Художество театрының ял йортонда ял итә. Андрей атаһы аша бер туған ағаһы Кирилл Ласкари менән бик дуҫ була. Улар джаз-банд булып уйнарға ярата — Кирилл роялдә уйнай, ә Андрей — һауыт-һабала.
Кинола беренсе тапҡыр «Садко» фильмында 1952 йылда төшөп ҡарай. Был юлы барып сыҡмай — массовкала уйнаған Андрейҙың сәхнә кейеме аҫтында күлдәген күреп ҡалып, режиссёр Александр Птушко уны ҡыуып ебәрә[5]. Беренсе тапҡыр мәктәп сәхнәһенә Миронов етенсе класта сыға. Константин Симонов буйынса ҡуйылған «Рус кешеләре» спектаклендә ул фон Краузены уйнай.
Туғыҙынсы класта мәктәп театр студияһына яҙыла, һуңыраҡ Үҙәк балалар театрының студияһына йөрөй башлай. 1958 йылдың йәйендә Андрей Миронов мәктәпте тамамлай һәм Вахтангов исемендәге театр янындағы Борис Щукин исемендәге училищеға уҡырға инә. 1960 йылда Миронов үҙенең беренсе ролен уйнай — «Ә был мөхәббәт булһа?» фильмы, режиссёры Юлий Райзман.
Ижад юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960-сы йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1962 йылдың 19 мартында «Ә был мөхәббәт булһа?» фильмының премьераһы була. Фильм ҡаты тәнҡиткә дусар була, фильмды әхлаҡһыҙлыҡта ғәйепләйҙәр. Ләкин тамашасылар уны дәррәү ҡабул итә[6]. Июндә Андрей Щукин исемендәге училищены ҡыҙыл диплом менән тамамлай һәм Мәскәү сатира театрына эшкә саҡырыла, бында ул 25 йыл эшләй. Театр сәхнәһендәге беренсе роле — О. Стукаловтың А. Крюков ҡуйған « Тәүлегенә 24 сәғәт» спектаклендә Гарик роле. Шул уҡ йылды Мироновҡа «Өс плюс ике» кинокомедияһында төшөргә тәҡдим итәләр. 12 ноябрҙә экрандарға «Минең ҡустым» фильмы сыға, тәнҡитселәр уны һалҡын ғына ҡаршылай. Актёр был фильмда физкультурник Юрканы уйнай. Миронов кандидатураһын худсовет ағзалары ҡиәфәтен оҡшатмай кире ҡаҡһалар ҙа, уны фильмда төшөрәләр[6]. 1963 йыл — Миронов театрҙа бик күп ролдәрҙә уйнай башлай, Горький, Саратов, Кисловодск ҡалаларында гастролдәрҙә була. 23 декабрҙә, Наталья Фатееваның тыуған көнөндә, Андрей Лариса Голубкина менән таныша.
1964 йылда 21 августан 20 сентябргәсә Миронов ГДР-ҙа Потсдам, Наумбург ҡалаларында төшөрөлгән «Ғүмергә торошло йыл» фильмында Фридрих Энгельс ролен уйнай. 1966 йылдың 12 майында Миронов ҡатнашлағында «Автомобилдән һаҡлан» картинаһы төшөрөлә, фильм сит ил кинофестивалдәрендә күп премиялар ала. Апрель—май айҙарында Миронов «Хәйерле кис!» телетапшырыуының ике сығарылышында алып барыусы була, һуңыраҡ шуға оҡшатып «„13 ултырғыс“ кабачогы» төшөрөлә башлай. Йәйен театр Балтик буйы республикаларында гастролдә була. 1967 йылдың 13 майы — Лев Славиндың «Интервенция» спектакленең премьераһы, «Мәскәү театр яҙы-67» фестивалендә Мироновҡа был спектаклдәге Селестен роле өсөн өсөнсө премия бирелә. 18 августа Александр Островскийҙың « Төшөмлө урын» спектакленең премьераһы була, Миронов Жадовты уйнай. Спектакль театр тормошонда һиҙелерлек ваҡиғаға әйләнә, дәүер өсөн бик мөһим һорауҙарҙы ҡуҙғата — герой «алдашып йәшәмәҫкә» тырыша, тик еңелә[6]. Ноябрҙә Актерҙар йортонда артистың беренсе шәхси ижади кисәһе ҙур уңыш менән үтә. 1968 йылда Бөйөк октябрь социалистик революцияһының 50 йыллығына бағышланған Мәскәү театр йәштәре смотрында Жадов һәм Селестен ролдәре өсөн беренсе премия ала.
Актерҙың Татьяна Егорова менән булған беренсе етди романы туй менән тамамланмай. 1968 йылдың 24 октябрендә Миронов менән Егорова ЗАГС-ҡа ғариза бирәләр, тик 15 декабрҙә туй үткәрә алмайҙар — Мироновтың атаһына инфаркт була.
1969 йылдың 4 апрелендә — тамашасыларҙың күңелен яулаған "Буталсыҡ көн, йәки Фигароның өйләнеүе"нең премьераһы. 28 апрелдә «Гәүһәр ҡул» фильмының премьераһы, фильм уны ҡараған тамашасылар һаны буйынса рекорд ҡуя — 76 миллионон 700 мең[6] кеше. Февралдә Миронов Алексей Новиков- Прибойҙың Татьяна Рыбасова ҡуйған «Тоҙло купель» радиопостановкаһында Себастьян Лутатини ролен уйнай. Майҙа Андрей Мироновтың беренсе грампластинкаһы сыға. «Гәүһәр ҡул» кинофильмынан музыка һәм йырҙар платинкаһында артист тамашасылар яратып тыңлаған «Уңышһыҙлыҡ утрауы» йырын башҡара. Октябрҙә Миронов режиссёр Леонид Хейфецтың «Рудин» телеспектаклендә төшә. Рудин роле өсөн тик юғары баһа ғына ала.
1970-се йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1970 йылдың июнендә Миронов Маргарита Микаэляндың Александр Куприн буйынса ҡуйған «Ҡараңғыла» телеспектаклендә Аларин ролендә төшә. «Мәскәү театр яҙы-70» фестивалендә « Дәүер тотҡонлоғонда» спектаклендә Вишневский роле өсөн диплом һәм икенсе премия менән бүләкләнә. Йәйен Сатира театры менән Силәбе и Магнитогорск ҡалаларында гастролдә була. 27 декабрҙә телевидениела «Ҡараңғыла» спектаклен тәүге тапҡыр күрһәтәләр. 1971 йылдың июнендә Андрей Миронов Әҙәбиәтселәр йортонда үҙенең утыҙ йәшен байрам итә.
Май айында ул актриса Екатерина Градова менән таныша һәм 29 июндә уға рәсми тәҡдим яһай. Сентябрҙә «Бәләкәс менән ҡыйыҡ аҫтында йәшәүсе Карлсон» телефильмында ҡараҡ Рулле ролендә төшә. 30 ноябрҙә Миронов менән и Градованың туйы була.
1972 йылдың 28 апрелендә экрандарға «Республика мөлкәте» фильмы сыға, ул тиҙ арала тамашасы һөйөүен яулап ала. Тәнҡитсе К. Рудницкий Мироноватың был фильмдәге роле тураһында: «Иҫтә ҡала торған, матур ролде Миронов иҫтә ҡалырлыҡ итеп, матур уйнаны, тамашасыларҙың һөйөүен тәү күренеүҙән үк еңел генә яулап алған Маркиз аҙаҡҡаса был һөйөүҙе һаҡлап ҡалды …»[6],-ти Май аҙағында театрҙың Болгарияла гастролдәре була. 1973 йылдың 28 майында Андрей Миронов менән Екатерина Градованың ҡыҙҙары Мария тыуа. 10 августа «Ҡарт юлбаҫарҙар» фильмы сыға, 29 декабрҙә уны телевидение күрһәтә. Ошо уҡ йылды Миронов театрҙа режиссёр булараҡ «Ҙур өйҙөң бәләкәй комедиялары» спектаклен ҡуя .
1974 йылдың 18 марты — киң экрандарға «Итальяндарҙың Россиялағы иҫ киткес мажаралары» кинокомедияһы сыға, «Россия» кинотеатрында тамашасыларҙың был фильмды төшөргән ижади төркөм менән осрашыуы була. 29 апрелдә «Буталсыҡ көн, йәки Фигароның өйләнеүе» телеспектакленең премьераһы үтә. 16 октябрҙә Андрей Мироновҡа РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелә. Октябрҙә уны бер нисә уңышһыҙлыҡ көтә: Миронов Эльдар Рязановтың «Яҙмыш көлөүе, йәки мунса арты еңел булһын!» фильмында Женя Лукашин роленә үтә алмай, бынан тыш Екатерина Градова менән айырылыша. Ноябрҙә Миронов театр менән Италияла гастролдә. Декабрҙә Анатолий Эфростың "Печорин журналының биттәре"ндә Грушницкий ролен уйнай.
1975 йылда телевидениела «Һалам эшләпә» водевиле күрһәтелә, Миронов Фадинарҙы уйнай. Тәнҡитсе А. Демидов Миронов был фильмда үҙенең иң шәп ролдәренең береһен башҡарҙы һәм тәүге тапҡыр Фадинарҙы бойоҡ кеше итеп уйнанағандыр, тип яҙа.[6]. Йәй аҙағында Ҡаҙағстанда гастролдәр үтә. 14 сентябрҙә «Ҡайтыу» телеспектакленең премьераһы була. Миронов Борис Вязовнин ролендә, ҡуйыусыһы Павел Резников. Ноябрь аҙағында Тбилиси ҡалаһында концерттар ҡуя.
1976 йылды Польшала гастролдәр һәм Варшавала Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша. 10 декабрҙә « Аҡылдан бәлә» спектакленең премьераһында Миронов Чацкий ролендә. Л. Фрейдкина әйтеүенсә, Миронов Чацкийҙа Грибоедовтың үҙенең һыҙаттарын һис күрмәгән. А. Вислова был роль уның өсөн һынылыш роле булды, ти: « Шат күңелле, бер ҡасан да бошонмаған һәм сая Мироновты беҙ башҡаса күрмәйәсәкбеҙ, тик уның сатҡылары ғына ара-тирә теге, йә был ролдә күренеп ҡаласаҡ. Был һынылыш бер яҡтан йәшлектән өлкән йәшкә тәбиғи күсеү, олоғайыу менән аңлатылһа, күбеһенсә йәмғиәттә кәйеф үҙгәреү менән бәйле булғандыр…»[6]
1977 йыл «12 ултырғыс» телефильмын күрһәтеүҙән башлана. Тамашасыларға фильм оҡшамай, шулай ҙа тәнҡитсе В. Кичин : « Был фильмда һис шикһеҙ, Бендер килеп сыҡҡан. Миронов бында еңел-елпе, комедия буяуҙарын йәлләмәһә лә бик талантлы кеше дрмаһын уйнай»[6], тип яҙа. Йәйен Лариса Голубкинаға өйләнә,йәй аҙағында Миронов «Ер менән күк араһында» телеспектаклендә уйнай(Климов роле, режиссёры Валерий Фокин). Сентябрҙә Госкино линияһы буйынса АҠШ-ҡа барып ҡайта . 22 сентябрҙән 6 октябргә тиклем — Югославияла гастролдә, Белград Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаша(БИТЕФ). 1978 йыл — ғинураҙа «Андрей Миронов йырлай» тигән грампластника сыға. Ноябрҙә телевидение «Останкино» концерт студияһында Андрей Мироновтың ижади кисәһе"н күрһәтә.
1979 йылдың 1 ғинуары — экрандарға Миронов ҡатнашҡан яңы «Ябай хикмәтле хәл» фильмы сыға. 4 майҙа «Этте иҫәпләмәгәндә кәмәләге өсәү» фильмының премьераһы. 23 майҙа Миронов Малая Бронная урамындағы театр сәхнәһендә А. Эфростың « Дон Жуандың дауамы» спектаклендә төп ролдә. А. Вислова спектакль тураһында: «Яңы Дон Жуандың башҡаса яҙмыштан иркәләнеп кенә йәшәгеһе, ҡатын-ҡыҙҙар һөйөүендә йөҙәһе килмәй. Ул үҙенә тағылған ошо ролдән ҡот осҡос ялҡҡан…»[6] Июнь айында — театр менән Ригала гастролдә. 11 августа — П.Резниковтың «Дачниктар» спектакленең телепремьераһы, Миронов Дачник ролендә. Октябрҙә «Мәскәү театр яҙы-79» фествале йомғаҡтары буйынса Мироновҡа «Беҙ, түбәндә ҡул ҡуйыусылар» спектаклендә Леня Шиндин роле өсөн икенсе премия бирелә. Октябрҙә Сатира театрының Болгарияла гастроле, Мироновты Болгария телевидениеһының яңы йыл программаһында яҙҙыралар. Ноябрь — Венгрияла гастролдәр.
1980-се йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1980 йылдың авгусын Миронов ҡатыны, Л. Голубкина, менән Голландияла үткәрә. 14 ноябрҙә «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә, 18 декабрҙә РСФСР Юғары Советы Президиумы указы менән Мироновҡа «РСФСР-ҙың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
1981 йыл — май аҙағында театр менән Новосибирскиҙа, июндең 12-һенән 26 -һына тиклем — Германия Федератив Республикаһында гастролдә була һәм «Донъя театрҙары-81» халыҡ-ара фестивалендә Бертольд Брехттың «Өс грошлыҡ опера»һында ҡатнаша[7] .
1982 йылдың 6 мартында атаһы Александр Менакер вафат була. 9 декабрҙә Госкино бойорғо буйынса Алексей Германдың «Минең дуҫым Иван Лапшин» фильмын төшөрөү туҡтатыла, унда Миронов журналист Ханин ролен уйнарға тейеш була (оҙаҡламай был бойороҡ ғәмәлдән сығарыла). В.Виноградовтың « Кире бирәмен һеҙҙең портретты …» документаль фильмы төшөрөлә башлай, Миронов Алып барыусы ролендә ҡатнаша. Яңы йыл алдынан Андрей Мироновиың « Йә, пар кимәгәнбеҙме ни беҙ ?» диск-гиганты сыға.
1983 йылдың июнь—июль айҙары Советтар Союзының сит илдәге ватандаштар менән мәҙәни бәйләнеш йәмғиәте линияһы буйынса АҠШ-та гастролдә үтә («Родина» йәмғиәте). "Ленфильм"дың худсоветы «Блондинка мөйөш артында» фильмын ҡабул итмәй — кире төшөрөп, яңынан ҡорорға туры килә , ары Госкино ҡабул итмәй — тағын ҡабаттан төшөрөп, яңынан тауыш яҙҙырырыла.
1984 йылдың мартында «Элекке дуҫтар. Андрей Миронов. Раймонд Паулс» миньоны сыға. 21 майҙа экрандарға «Блондинка мөйөш артында» сығарыла, тәнҡитселәр уны кире баһалай (һуңыраҡ Миронов күп төрлө төҙәтеүҙәр, башта уйланғанды юҡҡа сығарыуҙар фильмға ышанысты юҡ итте, ти). Сентябрҙә «Минең дуҫым Иван Лапшин» сыға, фильмда Миронов үҙенең быға тиклем кинематографияла ҡалыплашҡан образы менән хушлаша [6].
1985 йылда Миронов А.Яблочкина исемендәге Үҙәк актерҙар йортонда ата-әсәһенең «…үҙ репертуарында» исемле китабының презентацияһында сығыш яһай. Сентябрҙә Алла Сурикова « Капуциндар бульварынан килгән әҙәм» фильмын төшөрә башлай, театрҙа эше күп булыуға ҡарамаҫтан, Миронов материалды « матур ғына» тип атап, фильмда уйнарға риза була[6]. Декабрҙә «Россия» дәүләт кино-концерт залында кинорежиссер Э. Рязановтың «Дуҫтар араһында» тигән ижади кисәһендә ҡатнаша.
1986 йыл — 29 майҙа А. Луначарскийҙың « Элеонораның күңеле» радиоспектакле (Миронов Наполеон Малапарт ролендә, ҡуйыусыһы В. Кольбус). 31 майҙан 10 июнгә тиклем Миронов мәҙәни делегация составында Мексикала футбол буйынса донъя чемпионатында була. Августа театр менән Томскиҙа гастролдә. Көҙөн актёрҙы КВН-дың Юғары лигаһына жюриға саҡылар .
1987 йыл, 15 июнь, Миронов М. Е. Салтыков-Щедриндың «Күләгәләр» спектаклендә Сатира театры бинаһындағы һуңғы ролен уйнай (Клаверов роле) 27 июндә Мәскәүҙәге һуңғы спектакле: «Эрмитаж» баҡсаһының Көҙгөлө театрында «Фигароның өйләнеүе». 13 августа — Мироновтың ғүмерендәге һуңғы концерты Рига ҡалаһында була.
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1987 йылдың 14 авгусында Ригала «Буталсыҡ көн, йәки Фигароның өйләнеүе» спектакле барышында, һуңғы күренеште уйнап өлгөрмәй. Миронов сәхнәлә саҡта аңын юғалта (спектакль Рига операһы бинаһында була). Уны сәхнә артына күтәреп алып сығалар һәм «ашығыс ярҙам» саҡырталар. Актёрҙы Гайльэзерс больницаһының нейрохирургия бүлегенә алып китәләр, «мейеһенә ҡан һауған» тигән диагноз ҡуялар. Ике көн буйы билдәле нейрохирург Эдуард Канделдың ситтән тороп етәкселегендә Мироновты аппарат аша яһалма тын алдырталар һәм йөрәк эшмәкәрлеген тәьмин итәләр.
1987 йылдың 16 авгусы, иртәнге 5:35-тә Андрей Миронов аңына килә алмай 47-се йәшендә вафат була.
Актёр 1987 йылдың 20 авгусында Мәскәүҙең Ваганьково зыяратында ерләнә (40-сы участок).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Воронежда һәм Ижевскийҙа А. Миронов урамы бар.
- Курган ҡала Думаһы ҡарары менән 2016 йылдың 26 майында Левашово микрорайонында бер яңы урамға актерҙың исеме бирелгән[8].
- А. Миронов исеме астероидҡа бирелгән. Астероид Миронов (англ.)русск., Л. Г. Карачкина и Л. В. Журавлева Ҡырым Астрофизика
Обсерваторияһында 1982 йылдың 14 октябрендә асҡан.
- 1988 йылды артист Рудольф Фурманов Андрей Миронов хөрмәтенә Ленинградта Андрей Миронов исемендәге «Русская антреприза» театры аса.
- 1991 йылды Андрей Миронов тураһында Григорий Горин сценарийы буйынса Алексей Габрилович менән берлектә «Андрей» тигән фильм-
монография төшөрөлә.
- 1990 йылдың 21 июнендә Мәскәүҙә, Петровка менән Рахманов тыҡрығы мөйөшөндә, әлеге Мәскәү ҡала думаһы бинаһында Андрей Миронов иҫтәлегенә таҡтаташ асыла.
Ғаиләһе һәм яҡындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ағаһы (аталары бер) — балетмейстер Кирилл Александрович Ласкари (1936—2009).
- Тәүге ҡатыны (1971—1976) — актриса Екатерина Георгиевна Градова (род. 1946).
- ҡыҙы — актриса Мария Андреевна Миронова (род. 1973).
- Икенсе ҡатыны (с 1977) — актриса Лариса Ивановна Голубкина (род. 1940).
- үгәй ҡыҙы — Мария Андреевна Голубкина (род. 1973).
- Өс туғандар — режиссёры А. А. Белинский и Л. И. Менакер.
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кинолағы ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәнһүрәттәр өсөн тауыш яҙҙырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Телевидениела эш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Театрҙың роле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аудиокитап һәм аудиоспектакль
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дискография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Миронов из рода Менакеров, Jewish.ru. Глобальный еврейский on-line центр (8 марта 2011). 30 май 2013 тикшерелгән.
- ↑ 2,0 2,1 Миронов Андрей Александрович Кино-Театр.ру
- ↑ 70-летие Андрея Миронова 2017 йыл 8 сентябрь архивланған. Наш Андрей Миронов
- ↑ «…развернувшаяся в конце 40-х кампания по борьбе с космополитизмом не располагала к тому, чтобы привлекать внимание к еврейскому происхождению, и родители сочли за лучшее не портить ребенку жизнь пресловутой „пятой графой“»
- ↑ Андрей Миронов. Баловень судьбы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 7 мартта тыуғандар
- 1941 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 16 августа вафат булғандар
- 1987 йылда вафат булғандар
- Ригала вафат булғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- Рәсәй актёрҙары
- СССР актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- Алфавит буйынса йырсылар
- Рәсәй йырсылары
- СССР йырсылары
- XX быуат йырсылары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары