Никулин Михаил Андреевич
Михаил Никулин | |
Файл:Никулин Михаил Андреевич.jpg | |
Исеме: |
Никулин |
---|---|
Тыуған көнө: |
28.9.1898 |
Тыуған урыны: |
Дон Ғәскәре өлкәһе,Донецк округы, Вёшенская станицаһының Нижне-Максаев утары (хәҙер Ростов өлкәһе Шолохов районы Максаевский утары |
Вафат булған көнө: |
5.1.1985 |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
прозаик |
Ижад йылдары: | |
Йүнәлеше: |
социалистик реализм |
Жанр: |
повесть, хикәйә, очерк |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
русса |
Дебют: |
"Повесть о Хвиное" (1930 йыл) |
Ҡултамғаһы: | |
Михаи́л Андре́евич Нику́лин (28 сентябрь 1898 — 5 ғинуар 1985) — рус совет яҙыусыһы, прозаик, күп әҫәрҙәрҙең , шул иҫәптән ныҡ билдәле «Полая вода» повесының авторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дон Ғәскәре өлкәһе Дон округы Вёшенская станицаһының Нижне-Максаев утарында (хәҙер Ростов өлкәһе, Шолохов районы, Максаевский утары) дон казагы ғаиләһендә тыуа.
Вёшенскиҙә ике синыфлы мәктәпте тамамлай, артабан, Усть-Медведицкий реаль училищеһында имтихандар биреп, уҡытыусы булып эшләй.
Граждандар һуғышы башланғас, Никулинды Дон армияһына хәрби хеҙмәткә алалар. Аҡтар еңелгәс, ул Болгарияға эмиграцияға сыға. Тыуған илен ныҡ һағынған Никулин Донға[1] ҡайтыусы иң тәүге казактарҙың береһе була.
1930-сы йылдарҙың башынан Никулин «На подъёме» журналының редакцияһында эшләй. Шул уҡ ваҡытта ул совет казактары тураһында повестар, хикәйәләр,очерктар яҙа башлай. 1930 йылда «На подъёме» журналында «Повесть о Хвиное» тигән үҙенең тәүге етди әҫәрен сығара башлай. Артабан «Лукашка», «В степи», «Звёздочка» повестарын, «Встречи» (1936) һәм «Степные дороги» (1939) китаптарына ингән хикәйәләрен яҙа.
1935 йылда Никулинды СССР Яҙыусылар союзына[2] ағза итеп ҡабул итәләр.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ростов өлкә сәнғәт эштәре буйынса бүлеге етәксеһенең урынбаҫары булып эшләй.
Һуғыштан һуң Ростиздатта ғына түгел, ә үҙәк «Советский писатель», «Молодая гвардия», «Современник», Детгиз, «Советская Россия» нәшриәттәрендә бик күп повестарын һәм хикәйәләрен баҫтыра. Билдәле тәнҡитсе Михаил Лобанов уларҙы юғары баһалай.
Никулиндың иң күренекле әҫәре - «Полая вода» (1957) повесы. Унда автор Граждандар һуғышы ваҡытындағы һәм 20-се йылдарҙағы дон казактары тормошон һүрәтләй.
1950-се йылдарҙа Никулин «Дон» журналы редакцияһында эшләй.
Ул балалар өсөн бик күп китаптар ижад итә. Ул шулай уҡ болгар яҙыусыһы Б. Априловтың «Приключения Лисёнка» тигән әкиәтен тәржемә итә. М. А. Шолоховтың ижады тураһында «Мои раздумья над Тихим Доном» китабын яҙа. Ул Дон йырҙарын йыйыусы А. М. Листопадов тураһындағы «Погожая осень» китабының авторы.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, 1980-се йылдарҙа Никулин яҙышыуын дауам итә. 1981 йылда уның «А журавли кликали весну!» һәм «Малые огни» тигән ике повесы сыға. Никулиндың «Неумолчно шумят пшеница и тополь» тигән һуңғы повесы «Дон» журналында 1983 йылда баҫылып сыға.
Никулин Дондағы Ростовта 1985 йылдың 5 ғинуарында, 87-се йәшендә, вафат була.
Иҫтәлеген мәңгеләштереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Китаптар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалып:Книга:Писатели Советского Дона 1948, выпуски 1 и 2
- Ҡалып:Книга:Писатели Советского Дона 1958
- Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1976
- Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1986
- Калинин А. В. «Не Вам ли честь и предпочтенье…» // Дон и Кубань. — март 2010. — № 1 (7). — С. 12—13.
- Калинина Н. А. «Кто это был?» // Дон и Кубань. — март 2010. — № 1 (7). — С. 13—14.
- Тер-Маркарьян А. А. Молодые // Литературная Россия. — 10 августа 2001. — № 32.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шолохов Л. Г. «Мне грезилась донская гроза…» // Донской временник. — 2006. — С. 136.
- ↑ Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1986
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михаил Андреевич Никулин 2011 йыл 22 декабрь архивланған. в каталоге «Библус»
- Карташов Ю. И. Никулин Михаил Андреевич . Энциклопедия «Верхнедонцы». Архивировано 13 май 2012 года.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Дон казактары
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- СССР яҙыусылары
- Алфавит буйынса Рәсәй яҙыусылары
- Алфавит буйынса рус яҙыусылары
- XX быуат Рәсәй яҙыусылары
- XX быуат рус яҙыусылары
- Алфавит буйынса балалар яҙыусылары
- СССР-ҙың балалар яҙыусылары
- Рәсәйҙең балалар яҙыусылары
- Дондағы Ростов яҙыусылары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Соцреалист яҙыусылар
- Журналдар мөхәррирҙәре