Палас-отель (Дондағы Ростов)
Иҫтәлекле урын | |
Балаҫ-Отель
| |
Архитектура стиле | ампир |
Төҙөлгән ваҡыты | 18 быуат |
Балаҫ-Отель Викимилектә |
Палас-Отель — Дондағы Ростов ҡалаһындағы боронғо биш ҡатлы йорт. XVIII быуат архитектура ҡомартҡаһы.
Йорттоң адресы: Дондағы Ростов, Буденный проспекты, 43/53.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дондағы Ростов ҡалаһындағы Буденный проспекты һәм Пушкин урамы мөйөшөндә урынлашҡан өс ҡатлы йорт 1880-се йылдарҙа Кушнарёвтың тәмәке фабрикаһы өсөн төҙөлә. 1914 йылда «Я. С. Кушнарёв ширҡәте» Асланиди тәмәке фабрикаһы менән бергә Ҡазан (Газетный) тыҡрығында урынлашҡан Асмоловтың тәмәке фабрикаһына ҡушыла, ә Буденный проспектындағы бина 1914—1915 йылдарҙа әрмән архитекторы Зәкиев Арутюн Христофорович проекты буйынса «ампир» архитектура стилендә үҙгәртеп төҙөлә[1].
Үҙгәртеп төҙөгәндән һуң бинала 1-се класлы ҡунаҡхана асыла. Ҡунаҡханала 2-3-әр урынлы 70-ләп номер, ҙур ашхана залы була. Залдың уртаһында фонтан атылып тора. Залдағы арҡыры стена буйында оркестр ҡыуышлығы урынлашҡан. Ашхана залына ингән ерҙә стеналағы ҙур уйымда балыҡ аквариумы тора, ундағы балыҡтар ресторан менюһына инә. Аквариум майҙаны 8 квадрат метр тәшкил итә.
Ашхананың стенаһы яҡты һарғылт аҡ төҫкә буялған. Буй һәм бер арҡыры стена буйлап айырым ашхана кабинеттары урынлашҡан. Кабинеттарҙан ашхана залына сығынтылары булған аркалы ишектәр асыла. Ашхана залы 800 кешегә иҫәпләнгән була[2].
1914 йылдың авгусында был зиннәтле «Палас-отель» ҡунаҡханаһында император Николай II ғаиләһе һәм тәхет вариҫы менән туҡтала. Император ғали йәнәптәре ғаиләһе менән Кавказдан Мәскәүгә атлы экипажда китеп барған була.
1918 йылдың 23 мартынан 4 майға тиклем «Палас-отелдә» Дондағы революцион казак башлыҡтары Подтёлков Фёдор Григорьевич һәм Кривошлыков Михаил Васильевич етәкселегендә Дон совет республикаһы хөкүмәте урынлаша.
Ростовты аҡтар ғәскәре баҫып алғандан һуң 1918 йылдың май айында бында яңынан ҡунаҡхана эшләй башлай.
1919 йылдың 13 июнендә ҡунаҡхананың вестибюлендә Кубань радаһы рәйесе хорунжий Николай Рябовол үлтерелә. Ул Кубандең үҙаллылығы һәм артабан Граждандар һуғышында ҡатнашыуҙан баш тартып Рәсәйҙән бүленеп сығыуы өсөн сығыш яһай. Офицер погонындағы үлтереүсе уның арҡаһына ике тапҡыр ата һәм автомобилдә ҡаса[3].
1920 йылда ҡунаҡханала 1-се атлы армияның штабы, ә һуңғараҡ Төньяҡ Кавказ хәрби округ штабы урынлаша.
Хәҙерге ваҡытта бина үҙгәртелгән, ике ҡат өҫтәп төҙөлгән. Әлеге ваҡытта унда Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «Көньяҡ регионы хоҡуҡи тәьминәт идараһы» федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы, «Төньяҡ Кавказ хәрби округы штабы» федераль дәүләт учреждениеһының Элемтә идаралығы һәм башҡа ойошмалар урынлашҡан[4].