Прополис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Прополис, ҡорт елеме — ҡорттар ағас бөрөләренән, япраҡтарынан йыйылған ыҫмалалы есемдәрҙе эшкәртеп яһаған ҡарағусҡыл йәшел төҫтәге йәбешеүсән матдә. Унда 55 % ыҫмала һәм бәлзәм, 10 % эфир майҙары, 30 % балауыҙ һәм 5 % һеркә бар. Һәр ғаилә миҙгеленә 100-150 г прополис йыя. Прополис медицинала киң ҡулланыла.

Прополисты умартала файҙаланыу[үҙгәртергә]

Бал ҡорто прополис яһау өсөн материал эҙләй
Прополис

Ҡорттар прополисты умарталағы ярыҡтарҙы һылау өсөн ҡуллана. Шулай итеп улар умартаны үтәтмә елдән һаҡлай. Шулай уҡ ҡорт елеме менән улар һауа торошона ҡарап, кейәнең ҙурлығын көйләйҙәр. Исеме шунан килеп сыҡҡан да инде, προπόλις «ҡала алдында». Прополис менән ҡорттар инә ҡорт йомортҡа һаласаҡ күҙәнәкте шымарталар. Әгәр ҙә умартаға эрерәк хайуан килеп керһә, уны ҡорттар сығара алмайҙар, шунлыҡтан прополис ярҙамында емтекте серемәһен өсөн мумификациялайҙар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Младенов С. Мёд и медолечение. София, 1971.
  • Хисматуллина Н. З. Апитерапия — Пермь: Мобиле, 2005. — 74 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]