Эстәлеккә күсергә

Салауат Юлаев (фильм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат Юлаев
Жанр

тарих, биография

Режиссёр

Яков Протазанов

Сценарий
авторы

Степан Злобин
Галина Спевак

Оператор

Александр Шеленков

Композитор

Арам Хачатурян

Кинокомпания

Союздетфильм

Оҙайлығы

72 мин.

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Тел

урыҫ

Йыл

1940

IMDb

0034147

«Салауат Юлаев» (рус. Салават Юлаев) — режиссёр Яков Протазановтың башҡорт батыры Салауат Юлаев тураһында 1940 йылда төшөргән киң форматлы төҫһөҙ кинофильмы. 1941 йылдың 21 февралендә экранға сығарыла. 1986 йылда М. Горький исемендәге киностудияла яңыртыла.

«Салауат Юлаев» фильмы, 1941 йыл.

Башҡорт йөҙбашы, улус старшинаһы Юлай Аҙналиндың улы үҫмер Салауат батша офицерына ҡул күтәргәне өсөн тыуған ауылын ташлап китергә мәжбүр була. Һалдаттар эҙәрләүенән уны каторганан ҡасып килеүсе Хлопуша ҡотҡарырға тырыша. Һәр урыҫты дошман күргән егет тәүҙә уға ышанмай. Әммә рудникта бергә таш сығарыу, бер уйлы булыу, каторганан бергәләп ҡасыу уларҙы дуҫлаштыра. Салауат менән Хлопуша ике йыл буйы Урал киңлектәрендә йәшеренеп йөрөй. Шул мәлдә казак хуторында Емельян Пугачевты осраталар һәм уның яҡын арҡаҙаштары булып китәләр. Салауат тыуған яҡтарына ҡайтып үҙ халҡын Пугачевҡа ҡушылырға саҡыра. Урыҫ крәҫтиәндәре, завод эшселәре менән бергә башҡорт атлылары көрәшкә күтәрелә. Батша хөкүмәте уларға ҡаршы Михельсон етәкселегендә яҡшы ҡоралланған ғәскәр ебәрә. Һатлыҡйән казак старшинаһы арҡаһында пугачевсылар ҙур юғалтыуҙар кисерә һәм сигенергә мәжбүр була. Хлопуша һәләк була, Пугачев ҡулға алына. Башҡорт байҙары Салауатты эҙәрлекләп, уны һалдаттарға тоттора. Әммә дуҫтары ярҙамында егет тауҙарға ҡаса. Арҡаҙаштары менән хушлашҡанда Салауат: «Башҡорт халҡы иректә йәшәйәсәк әле!» - ти.

Сценарийҙы яҙыу тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романы 1929 йылда донъя күрә. «Өфөлә мин 1924 йылда рус телен һәм әҙәбиәтен уҡыта инем. […] Башҡортостандың таулы-урманлы һәм таулы-далалы төбәктәрендә экспедицияла ҡатнаштым, һыбай йөрөнөм, башҡорт йәйләүҙәрендә йәшәнем, һунар иттем, башҡорт телен өйрәндем, йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр яҙҙырҙым. Былар барыһы ла «Салауат Юлаев» әҫәрен яҙғанда миңә ярҙам итте. […] Өфөнөң тарихи архивтарында эшләргә лә ваҡыт бүлдем. Бында мин башҡорт ихтилалдары тураһында ҡыҙыҡлы материалдар таптым һәм «Салауат»ты яҙырға булдым. […] Салауаттың тыуып үҫкән ауылында, Пугачев ғәскәренең Екатерина ғәскәрҙәре менән һуғышҡан ерҙәрҙә булдым. Салауат үҫкән тәбиғәт менән таныштым. Тап ошонда мин милли герой тураһында бер ҡайҙа ла баҫылмаған легендаларҙы яҙып алдым. Халыҡ телендә Салауаттың йырҙары тип һаҡланған йырҙарҙы ишеттем».

С. Злобиндың романын 1939 йылда экранға сығарырға хәл ителә. Яҙыусы автобиографияһында былай тип яҙа:

Мин иҫке шарапты һелкетеп, яңынан әсетеү өсөн тағы Башҡортостанға килдем. „Салауат" темаһы ла ҡапыл ҡабарып сыҡты. Мин шул саҡта 25 йәшлек авторҙың Салауат тураһында яҙған балалар әҫәрендә тарихи яҡтан күп нәмәне аса алмағанын һәм әҫәрҙе, XVIII быуаттағы крәҫтиәндәр һуғышын бөтөнләй икенселәй баһалап, яңынан яҙыр кәрәклеген аңланым. Был эште мин фильмға сценарий яҙыу менән бер юлы алып барҙым. Бөтөнләй яңыртылған „Салауат Юлаев“ романы 1941 йылда ғына, мин фронтта булғанда, донъя күрҙе. 1941 йылдың яҙында „Салауат Юлаев“ фильмы экранға сыҡты. Уның сценарийын ҡатыным менән бергәләп яҙғайныҡ.
  • Режиссёр: Яков Протазанов
  • Сценаристар: Степан Злобин, Галина Спевак
  • Оператор: Александр Шеленков
  • Рәссам: Владимир Ладягин
  • Композитор: Арам Хачатурян
  • Советские художественные фильмы. Аннотированный каталог. Том 2. Звуковые фильмы (1930—1957). — М.: Искусство, 1961.