Сикһеҙ (ойошма)
Культурный центр «Без границ» | |
Тип |
Коммерция булмаған партнёрлыҡ |
---|---|
Нигеҙләү йылы |
2011 |
Нигеҙләүселәр |
Тобиас Райзнер |
Төп фигуралар |
Янина Урусова, Томас Шмитт |
Вәкиллек | |
Эшмәкәрлек өлкәһе |
инвалид кешеләр өсөн кейем тегеү |
Дочерние организации |
Bezgraniz Couture конкурсы |
Веб-сайт |
Коммерция булмаған партнёрлыҡ «Сикһеҙ» мәҙәни үҙәге" — коммерция булмаған ойошма, Рәсәй йәмғиәтенең инвалидтар проблемаларын нисек ҡабул итеүҙәрен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Үҙәктең маҡсаты — мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр өсөн функциональ һәм элегант кейем тегеү. Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә Dialogue Social Enterprise халыҡ-ара проектын күрһәтеүсеһе .
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Siemens компанияһының элекке топ-менеджеры, немец эшҡыуары Тобиас Райзнер проектты уйлап тапҡан. Ул Рәсәйгә күсә һәм программалар эшләү компанияһына нигеҙ һала. Фирманың килеменә «Сикһеҙ» проектын финанслай башлай, ул инвалидтарға ярҙам итә[1].
Проекттың башланғысы булып bezgraniz.com сайты тора. Һуңғараҡ «Сикһеҙ» мәҙәни үҙәге" төҙөлә, уның генераль директоры Янина Урусова була.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙәктең мөһим проекттарының береһе «Сикһеҙ — кәүҙә, йәмғиәт, мәҙәниәт» фестивале. Фестивалдең программаларына күргәҙмәләр, концерттар һәм лекциялар тәшкил итә, улар йәмғиәтте инвалидлыҡ мәсьәләләренә иғтибар йәлеп итеү өсөн ойошторола[2][3].
Bezgraniz Couture
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙәк халыҡ-ара Bezgraniz Couture мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн кейем конкурсы үткәрә. Был донъяла беренсе ошондай конкурс. Янина Урусова, Тобиас Райзнер һәм Гудрун Вайсс-Даннхольц уға нигеҙ һалалар.
Проект халыҡ-ара мода аҙналығында ҡатнаша, мәҫәлән Mercedes-Benz Fashion Weekта[4].
Беренсе күрһәтеүҙә Германиянан, Рәсәйҙән, Италиянан, Бразилиянан дизайнерҙар ҡатнаша.
Башҡа проекттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙәк инвалид кешеләргә ярҙам итер өсөн башҡа проекттарҙы тормошҡа ашыра. Шуларҙың береһе «Инопланетники» проекты тип атала — унда ҡатнашыусылар нисек итеп улар яңы планетаны төҙөрҙәр ине тигән темаға уҙ идеялары менән бүлешәләр[5].
Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ойошма рәсми рәүештә Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә Dialogue Social Enterprise халыҡ-ара проектын күрһәтә. Мәҙәни үҙәк ярҙамында 2012 йылдан Мәскәүҙә күреү һәләтен юғалтҡан тренерҙар ҡараңғыла бизнес-тренингтар үткәрәләр, ул Dialogue Social Enterprise-тың мөһим проектының береһе «Ҡараңғыла диалог» проектының беҙҙеңсә версияһы[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мода без стандартов (рус.), neinvalid.ru.
- ↑ О фестивале «Без границ – тело, общество, культура» (рус.), acropolis-now.org.
- ↑ Russisches Behinderten-Fotoprojekt: Wie im alten Pergamon gemeißelt (нем.), журнал Spiegel.
- ↑ Видео с показа (рус.), Youtube.
- ↑ Биография Янины Урусовой (рус.), youlead.ru. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Инопланетники (рус.), OpenSpace.ru.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Программа «Тем временем» с Александром Архангельским, в которой поднимается тема фестиваля «Без границ» 2015 йыл 18 май архивланған.
- Каталог социальных предпринимателей России 2015 йыл 18 май архивланған.
- Фильм о конкурсе Bezgraniz Couture
- Статья о деятельности проекта в журнале Forbes
- Победители конкурс «Серебряный Лучник» 2015 йыл 18 май архивланған.
- Электронный журнал «Филантроп»
- Программа на телеканале «Дождь»