Социаль мәғлүмәт агентлығы
Социаль мәғлүмәт агентлығы | |
Нигеҙләнгән | |
---|---|
Тел | |
Веб-сайт |
АНО «Социаль мәғлүмәт агентлығы» — Рәсәй мәғлүмәт агентлығы, социаль яуаплылыҡлы граждандар эшмәкәрлеген яҡтыртыуға йүнәлтелгән. 1994 йылдан Мәскәүҙә автоном коммерция булмаған ойошма булып эшләй, журналист Елена Тополева-Солдунова етәкләй. Граждандарҙың һәм коммерция булмаған ойошмаларҙың, хәйриә фондтарының, социаль эшҡыуарҙарҙың эштәре тураһында мәғлүмәт йыйнай һәм баҫтырып сығара, ошо өлкәлә Рәсәйҙә иң тәүҙә барлыҡҡа килгән һәм иң эре мәғлүмәт агентлығы һанала[1][2].
Тарыхы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1994 йылдың 24 октябрендә Мәскәүҙә «Душа человека» һәм «Нет алкоголизму и наркомании» фондтары, «Радуга» педагогик ойошма һәм йәмәғәт эшмәкәре Елена Тополева-Солдунова ярҙамы менән барлыҡҡа килә[3][4].
Әгәр тәүҙә «Социаль мәғлүмәт агентлығы» коммерция булмаған ойошмалар һәм киң мәғлүмәт сараларын яҡтыртһа, 2013 йылдан башлап социаль эшҡыуарлыҡты яҡтырта башлай[5]. 2014 йылда агенлыҡ «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар Фонды ойошторған бөтә Рәсәй «Яҡшылыҡ импульсы» премияһын ала, «Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә лидер» номинацияһында еңә[6]. «Социаль мәғлүмәт агентлығы» социаль эшҡыуарлыҡ субъекты булып тора, сөнки үҙенең эшмәкәрлеге менән социаль әһәмиәтле мәсьәләрҙе хәл итә, коммерция булмаған ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә һәм социаль мөһим бизнесҡа мәғлүмәти ярҙам күрһәтә[7].
«Новый бизнес» порталы фекеренсә, «Социаль мәғлүмәт агентлығы» Рәсәйҙә гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү өлкәһендә иң мәғлүмәти структура булып тора[2].
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ойошманың төп эшмәкәрлеге яңылыҡтар һәм аналитик материалдар сығарыу. Агентствоның хеҙмәткәрҙәре социаль ойошмаларға PR-хеҙмәттәр күрһәтәләр, регуляр рәүештә тематик семинарҙар һәм тренингтар үткәрәләр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ М. Федотов. Совет по развитию гражданского общества и правам человека поздравляет «Агентство социальной информации» с 20-летием! Совет при Президенте Российской Федерации по развитию гражданского общества и правам человека (24 октябрь 2014). Дата обращения: 6 июнь 2015.
- ↑ 2,0 2,1 Тополева-Солдунова Елена Андреевна . Новый бизнес. Дата обращения: 6 июнь 2015.
- ↑ АНО «Агентство социальной информации» . Лаборатория социальной рекламы. Дата обращения: 6 июнь 2015.
- ↑ Наталья Прокина. Елена Тополева-Солдунова . Опора-Кредит. Дата обращения: 6 июнь 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Елена Тополева-Солдунова. Важная причина прожить следующие 20 . Агентство социальной информации (24 октябрь 2014). Дата обращения: 6 июнь 2015.
- ↑ «Импульс добра» 2014 . Беҙҙең киләсәк (фонд). Дата обращения: 6 июнь 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Социальные предприниматели России . Ресурсный центр поддержки социального предпринимательства. Дата обращения: 6 июнь 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Агентство социальной информации — Ойошманың рәсми сайты