Таганрог хәрби-тарих музейы
Таганрог хәрби-тарих музейы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 9 май 2004 (асылған 6 май 2010) |
Урынлашыуы | Рәсәй Федерацияһы, Таганрог, Урман биржаһы урамы, 20б |
Директор | Гаркуша Игорь Викторович |
Сайт | military-museum.ru |
Таганрог хәрби-тарих музейы Викимилектә |
Таганрог хәрби-тарих музейы — Таганрог ҡалаһындағы дәүләткә ҡарамаған беренсе музей, ҡаланың йәмле үҙәк районында, диңгеҙ ярына яҡын ғына, «ЮГ — Художестолы сүкеү» предприятиеһы администрация корпусының тәүге ҡатында урынлашҡан.
Музей тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей коллекцияһын йыйыу 2004 йылдың 9 майында башлана: «Авто-Ретро Таганрог» клубы барлыҡҡа килә. Артабанғы осорҙа бер нисә берәмек авто- һәм мототехника булдырыла һәм яңыртыла, элекке хәленә ҡайтарыла. 2008 йылдан клуб эшмәкәрлеге концепцияһы хәрби-тарихи йүнәлеш ала. 2010 йылдың 6 майында даими эшләүсе экспозиция асыла. Был ваҡытта экспозиция иҫәбендә бер нисә мең экспонат була. 2012 йылдың июлендә «Таганрог хәрби-тарих музейы» исеме рәсми статус ала.
Музей янында хәрби-тарихи клуб эшләй, был клуб Дондағы Ростов, Воронеж, Волгоград, Новочеркасск, Киев, Одесса, Брест, Берлин һәм башҡа ҡалаларҙа хәрби баталияларҙы яңыртыуҙа ҡатнаша.
2014 йылдың 25 октябрь төнөндә «ЮГ — Художестволы сүкеү» предприятиеһының музей урынлашҡан өс ҡатлы администрация бинаһы тулыһынса янып юҡҡа сыға[1][2]. Янған музейға ярҙам итеү өсөн 2014 йылдың ноябрендә ҡала мәҙәниәт Һарайында шәфҡәтлек концерты үткәрелә, ә 2 декабрҙә Таганрог йәштәр үҙәгендә Нонна Малыгинаның йәштәр театры спектакле премьераһы була[3].
Музей экспозицияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Авто- һәм мототехника
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йөк машинаһы ГАЗ_АА
- Еңел внедорожник (бөтә ерҙән дә үтә алыуға эйә автомобиль) ГАЗ-67Б, ГАЗ-67 ,ГАЗ_АА
- Бронялы автомобиль БА-64
- Автомобиль Opel P4
- Автомобиль Opel Olympia
- Мотоцикл ТИЗ-АМ-600
- Мотоцикл ИМЗ_М-72
- Мотоцикл BMW R12
- Мотоцикл Victoria Aero
- Мотоцикл NSU 251OSL
Ҡорал макеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шпагин пистолет-пулемёты (ППШ-41)
- Судаев пистолет-пулемёты (ППС-42, ППС-43)
- Токаревтың үҙе зарядланыусы винтовка (СВТ-40)
- Томпсон пистолет-пулемёты
- Мосин винтовкаһы
- Наган системаһы револьверы
- Пистолет ТТ-30, ТТ-33
- Макаров пистолеты
- Авиация пушкаһы ВЯ-23
- Дегтярёв пехота пулемёты (ДП-27)
- Дегтярёв танк пулемёты (ДТ)
- Дегтярёв танкка ҡаршы мылтығы (ПТРД)
- Симонов танкка ҡаршы мылтығы (ПТРС)
- Пулемёт MG-34
- Пистолет-пулемёт MP-40
- Винтовка Mauser 98k
- Пистолет Mauser C96
- Пистолет Walther P38
- Пистолет Parabellum
Башҡа экспонаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыш припастары макеттары, һалҡын ҡорал, форма, документтар, фронт көнкүреше әйберҙәре һәм башҡа ҡомартҡылар.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Собств. корр. В Таганроге сгорел первый частный военно-исторический музей 2014 йыл 25 октябрь архивланған. // Русская планета. — 2014. — 25 окт.
- ↑ Собств. корр. В Таганроге полностью сгорел музей Великой Отечественной войны // bloknot-taganrog.ru. — 2014. — 25 окт.
- ↑ Демидов А. В Таганроге состоится спектакль в поддержку военно-исторического музея // www.ruffnews.ru. — 2014. — 2 дек.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Таганрогского военно-исторического музея 2012 йыл 20 ноябрь архивланған.