Эстәлеккә күсергә

Тимеров Азамат Камил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азамат Тимеров
Тыуған

14 февраль 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (55 йәш)

Тыуған урыны

Баймаҡ ҡалаһы, Башҡорт АССР-ы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Коллективтар

Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Тимеров Азамат Камил улы (14 февраль 1969 йыл) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006).

Азамат Камил улы Тимеров 1969 йылдың 14 февралендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған.

1994 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған (уҡытыусыһы Д. М. Мусин).

1993 йылдан Сибай филармонияһында, 2007 йылдан — «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә, 2008 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. 2009 йылда «Йәдкәр» фольклор ансамбле художество етәксеһе була.

Азамат Камил улы башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусы булараҡ билдәле.

Башҡорт халыҡ йырҙары: «Абдрахман кантон», «Буранбай», «Кәмәлек», «Ҡара юрға», «Сибай», «Урал», «Хисам», «Эскадрон»; башҡорт композиторҙары Хөсәйен Әхмәтов, Х. Ә. Дәүләтов, Рафиҡ Сәлмәнов, Руза Сәхәүетдинова, Юлай Үҙәнбаевтың, шулай уҡ ҡайһы бер сит ил композиторҙары йырҙарын уңышлЫ башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006)
  • 1992 йылда — «Яҙғы моңдар» Республика башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Өфө), 1995 йылда — «Татар йыры» Халыҡ-ара конкурсы (Ҡазан), 1996 йылда «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Сибай), 2000 йылда Ҡырғыҙстандың Ҡара-күл ҡалаһында үткәрелгән Халыҡ-ара фольклор көйө конкурсы лауреаты.
  • Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.