Эстәлеккә күсергә

Төньяҡ амурҙары (башҡорт яугирҙәре)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төнъяҡ амурҙары. 19 быуат башы. Билдәһеҙ художник
Төнъяҡ амурҙары. 19 быуат башы. Билдәһеҙ художник
«Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы ағзалары Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә һәйкәл аса. 2010 йыл 4 сентябрь.
Шварц ҡалаһында "Изге Лауренция Сиркәүе"нә башҡорт уҡсылары иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташ, Германия
Елән кейгән «Төньяҡ Амурҙары» яугиры тарихи журнал өсөн фотоға төшә. Бородино яуы реконструцияһы ваҡытында, 2007 йыл

Төньяҡ амурҙары — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан урыҫ шағиры Денис Давыдовтың, уҡ-йәйә менән ҡоралланған башҡорт яугирҙәрен боронғо грек алиһәһе амурға оҡшатып, биргән баһаһы.

1812 йылда Ырымбур губернаһында бөтәһе 40 кавалерия полкы төҙөлә, шул иҫәптән 28 башҡорт полкы. Хәҙерге Калуга өлкәһе ерендәге яуҙа 2 башҡорт полкы ҡатнаша. 4 башҡорт полкы Мәскәүҙе һаҡлауҙа ҡатнаша.

Шағир Денис Давыдов башҡорттар тураһында былай тип яҙа: "«Йәйә һәм уҡтар менән ҡоралланып, осло башлы бүрек һәм сыбар кафтандар кейеп, аттарға атланып» улар «Наполеонға ҡурҡыу һалырға еберелгән». Д. Давыдов һыбайлыларҙың батырлығын, тәүәкәллеген данлай «ҡалмыҡ, башҡорттарҙан торған ҡара болот урау юлдан дошмандарҙың тылына ташланып уларҙың ҡотон алды»[1]. Бындай баһаны француз генералы Марбо ла раҫлай. Ул үҙенең көндәлегендә уҡ-йәйә менән ҡоралланған башҡорттар Наполеондың шәхси ҡарауылына һөжүм яһаны тип хәтерләй.

Рәсәй ғәскәре менән башҡорт һыбайлылары 1814 йылда Парижға барып етә. Ғафури районының Красноусол ауылында башҡорт полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуына 205 йыл тулыуға арнап, "Төньяҡ амурҙары" мемориаль комплексы асыла. Ул халыҡтан йыйылған аҡсаға төҙөлә[2]

YouTube сайтында Видео 1812. Северные амуры

  1. По улицам Тильзита петляли лишь несколько десятков казаков летучего прикрытия да прибившиеся к ним, пугающие местных жителей экзотически-свирепым видом калмыки и башкиры — меднолицые, в островерхих меховых шапках, в пестротканых халатах, вооруженные луками и стрелами, — из резерва, спешно подведенного князем Лобановым-Ростовским. Серебряков Г. В. Денис Давыдов. — М. : Мол. гвардия, 1985. — 446 с, ил. — (Жизнь замечат. людей. Сер. биогр.; Вып. 14 (661)). 150000 экз.
  2. В Башкирии появился мемориальный комплекс знаменитым «северным амурам»
  • Любезные вы мои... — Уфа. 1992.