Уҫы даруғаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Осинская даруга
Уҫы даруғаһы
Урынлашҡан урыны

Өфө өйәҙе ( 1708 йылға тиклем)
Казань губернаһы (1708-1719)
Өфө провинцияһы (1719-1744)
Ырымбур губернаһы (1744-1781, 1796-1798)
Өфө наместниклығы (1781-1796)

Тарҡалыуы

1798

Карта: «Өфө провинцияһының һәм Башҡортостандың даруғаға бүленеше», Красильниковтың Ырымбур губернаһы ландскартаһы, 1755 йыл

Уҫы даруғаһы — Башкортостандың тарихи административ-территориаль берәмеге[1].

Урыҫ дәүләте һәм Рәсәй империяһы дәүерендә лә, Себер, Ҡаҙан, Нуғай даруғалары менән бергә Өфө өйәҙе биләмәләрен дүрт өлөшкә бүлеп торған.

Һәр даруға үҙ сиратында олоҫтарға бүленгән.

Уҫы даруғаһы Өфөнән төньяҡтараҡ урынлашҡан.

Көньяҡ-көнбайышта Ҡаҙан даруғаһы, көнсығышта Себер даруғаһы, көньяҡта Нуғай даруғаһы, төньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡтан Ҡазан өйәҙе сиктәш булған.

Ағиҙел һәм Ҡариҙел араһында тар ғына һыҙатты биләп торған.

XVIII быуатҡа тиклем Уҫы даруғаһы — 4 улустан, XVIII быуаттан һуң 3 улустан (Ғәйнә, Ирәкте, Уран) торған.

1798 йылда идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, даруға бүленеше бөтөрөлә.

Уса даруғаһы улустары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Таҙлар — Ҡыҙғына (Кизгеня) йылғаһы буйында; имән урманы һәм яландар.
  2. Уран — Беүә йылғаһы буйында; ҙур урмандар, яландар ҙа бар.
  3. Ғәйнә — Тол буйында; ҙур урмандар, ҙур булмаған яландар, тауҙар бар; урман артындағы был олоҫҡа тиклем 60 саҡрым, Өфө ҡалаһы яғынан һаҙлыҡтар аша арба юлы юҡ.
  4. Ирәкте — Тере Танып һәм башҡа йылғалар буйында; урман, ҙур булмаған яландар[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Статья «Дорога» в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
  2. Руденко Сергей Иванович:«Башкиры. Историко-этнографические очерки» (2006) 2016 йыл 5 сентябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]