Проект:АХБ төҙөтеү/Файрушина Зульфия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Файрушина Зульфия битенән йүнәлтелде)

1980 йылдарҙа Зөлфиәнҽң тәүгҽ шиғырҙары "Пионҽр" журналында, "Пионҽр" гәзиттәрҽндә донъя күрә. Ул шулай бәләкәйҙән үҙҽнҽң күңҽл кисҽрҽштәрҽн аҡ ҡағыҙға тҽркәй башлай. Ҡыҙҙың һөйләүҽ буйынса 6-сы кластан башлап бҽр нисә йыл ата - әсәһҽнә Рәми Ғарипов исҽмҽндәгҽ гимназияға тапшырыуҙарын тҽләй. Ләкин ата - әсәһҽ ҡырҡа ҡаршы була. Зөлфиәгә шулай уҡ бик йырларға ла ҡушмайҙар, йырлы кҽшҽнҽң яҙмышы моңло була тип ҡаршы киләләр. Әсәһҽ ҡыҙыҡайҙы бәләкәй саҡтан төрлө ҡул эштәрҽнә өйрәтә. Был һөнәр Зөлфиәгә бик ҙур ярҙам итә. Ул бҽр ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырмай, һәр ваҡыт үҙҽ өҫтөндә эшләй. Күңҽл кисҽрҽштәрҽн дәфтәргә тҽркәп бара.  Шиғырҙар, хикәйәләр яҙа. Һуңғы йылдарҙа Зөлфиә үҙҽнҽң шиғырҙарын көйгә һалып йырҙар яҙҙыра башлай. Уның ҽңҽл булмаған яҙмышына арналған йырҙар, автор әйтҽүҽнсә, уны күңҽл төшөнкөлөгөнән һаҡлай. Ҡаты сирҙән һуң был донъянан баҡыйлыҡҡа күскән әсәһҽнҽң ҽңҽл булмаған яҙмышы ла Зөлфиәнҽң яралы йөрәгҽнә бысаҡ ҡаҙағандай була. Аталары бик иртә киткәс, әсәһҽнә ауыл тормошонда төрлө һынауҙарҙы ҽңҽп йәшәргә тура килә. Зөлфиә М. ҡыҙы ҡаршылыҡтарҙан торған яҙмышына ҡәнәғәт. Үкҽнҽскә ҡаршы Өфө шәһәрҽндә үҙҽнә уңайлы эш таба алмау сәбәптәрҽ бөгөн уның яҙмышын тағы ла ҡырҡа үҙгәрткән. Зөлйиә М. ҡыҙы әйтҽүҽ буйынса ул һәр ваҡыт ҡаршылыҡтарға ҡаршы атлаған. Бөгөн Зөлфиәнҽң үҙҽнҽң ҡыҙының икҽ балаһы бар. Ҡыҙы Миләүшә Мәскәү ҡалаһына Росгвардияла хәрби хҽҙмәт юлын үтә. Тормош иптәшҽ( Мәсҽтлҽ районы ҽгҽтҽ) мҽнән Балашиха хәрби ҡалала йәшәй. Зөлфиәнҽң һылыуынан ҡалған ҡыҙы ла Зөлфиәгә икҽ ҽйән бүләк иткән.


Күҙ йәшенә мансылған моңло ғүмер - яҙмыш икән

Зөлфиә Миңнеғәли ҡыҙы Фәйрушина-Иҙәш ауылы ҡыҙы, оҙаҡ йылдар район гәзите хеҙмәткәре булып эшләне, әле Мәскәү ҡалаһында йәшәй.Гәзит уҡыусыларға уның менән ихлас әңгәмә бик фәһемле булыр тигән уйҙабыҙ. Был үҙенсәлекле ханым менән әңгәмәләшеүе үҙе бер ғүмер кеүек, йәнде әрнеткән дә, йөрәкте тулҡынландырған кисерештәрҙе тулыһынса һеҙгә тапшырыу өсөн һөйләшеү стилен үҙгәрешһеҙ биреүҙе хуп күрҙек.

-Һаумыһығыҙ, Зөлфиә апай! һеҙ район гәзитендә нисә йыл эшләнегеҙ ул, ҡыҫҡа ғына күләмле, әммә тәрән мәғәнәле нәҫерҙәрегеҙҙе халыҡ юҡһына....

-Һаумыһығыҙ, һылыу. Мине онотмағанығыҙ өсөн үҙемдең сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм. Мин әле лә күңел кисерештәремде ҡағыҙға теркәп барам. Белмәйем. Нәҫер тигәндәрем үҙемә йөрәк ауазы булып ишетелгәндәй. Күңел түренән урғылып сығып йөрәкте йыуата, иркәләй.Шуларҙы яҙып ҡына һалһам да ярһыуҙар, күңел яралары баҫылғандай була. Ул ваҡытта ла тормошом әллә ни еңел түгел ине. Бала менән яңғыҙ йәшәгән йылдар. Кеше һүҙе. Һынап ҡараған күҙҙәр һәр ваҡыт мине оҙатып йөрөнө.Төндәр буйы илап сыҡҡан ваҡыттар күп булды. Шул ваҡытта үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй яҙылған нәҫерҙәр булғанға, бәлки кеше, уҡыусылар күңелендә уйылып ҡалғандыр.Мине аңлаған ата- әсәйемә, туғандарыма, ауылдаштарыма бөгөн дә рәхмәтле булып йәшәйем. Яҙмыш баштан һыйпамаһа ла, уларҙың мине аңлауы, ярҙам ҡулы һуҙыуҙары бик күп күңел кисерештәрен еңеп сығырға ярҙам итте.Ҡағыҙ менән ҡәләм күңелгә ҡанат ҡуйҙы. Иҫәнғолда эшләгән йылдарым ғүмеремдең матур итеп сигелгән ҡулъяулығы һымаҡ йөрәгемдә йәшәй. Һылыуымдан ҡалған балалар, уларҙы ла аяҡҡа баҫтырам, тип үткән йылдар... Ғүмеремдең ҡабатланмаҫ миҙгеле булып ҡулын болғай. Һағындыра. Ҡайһы саҡта шул йылдарға ҡайтҡы килә. Үткәндәр һағалай...

-Хәтеремдә, һеҙ теүәл 40 йәшегеҙҙә ҡапыл Мәскәүгә йәшәргә киттегеҙ. Диндә лә кешенең рухи камиллығы 40 йәшкә тура килә тип әйтелә. Ғүмерегеҙҙәге был ҡырҡа боролошҡа йылдар күҙлегенән ҡарап ниндәй баһа бирер инегеҙ?

-.Мәскәү айырым тарих. Ысынлап та, мин ул йылдарҙа тулыһынса үҙемде һындырып, ҡабат ҡорҙом һымаҡ. Мине Мәскәүгә һаман да балаларҙы уҡытыу, аҡса етмәү мәсьәләһе алып китте. Ҡыҙҙарыма үҫә төшкәс аҡса еткерә алмай башланым. Өфөлә фатир алып тороуҙар, квартира хаҡы ҡиммәт. Ҡыҙ балаларҙың артынан эйәреп йөрөүем һаман хәтеремдә. Үҫә төшкәс, үҙем яңғыҙ уларҙы үҫтергәс, балалы булып яңғыҙ ҡалып ҡуймаһындар, тип ҡурҡа инем. Сығып китһәләр эйәреп сығам. Был миңә үҙемә лә бик ауырлыҡ килтерҙе. Шул ваҡытта мин ысынлап та ныҡлап дингә индем. Мәсеттән сыҡмай балаларыма бәхет, һаулыҡ һорап ултырған ваҡыттар күп булды. Доғаларҙы ятлап бөтә торғайным. Ул үҙемә лә рухи көс бирҙе, шул һынған күңелде доға яманы.Көс өрҙө. Киләсәккә тағы ла бер аҙым яһалды.Үткән йылдар утлы күмер ҡалдырып юғала барҙы.Иртәнге көнгә өмөт һүнмәне.Ҡыҙҙарым мине тәүҙә бик аңлап етмәһәләр ҙә, хәҙер рәхмәт әйтәләрҙер,тип ышанам. Бөгөн дә уларға ҡулымдан килгәнсе ярҙам итергә тырышам. Дингә китеүемдең төп сәбәбен балаларҙа күрәм. Мин тормошта үҙемә әллә ни бер нимә лә һораманым. Улар өсөн бик күп түбәнселектәрҙе күрергә тура килде. Яҙмышыма зарланмайым. Ҡайһы саҡта ғына ҡайһы бер хаталарҙы төҙәтергә мөмкинселек булмауы ҡыйын.

-Хәҙер районда мосолманса кейенгән ҡатын-ҡыҙҙы осратыу ғәжәп түгел. Был йәһәттән һеҙҙең алдан күреүлекте әйтке килә. Һеҙ мосолманса кейенеп йөрөү ниәтенә нилектән килгәйнегеҙ?

-Кейем күрке сепрәк тигәндәй,ысынлап та дини кейем дә кейенеп йөрөгән ҡатын – ҡыҙҙар бик күбәйҙе. Мин дингә килеүемде алдан уҡ әйтеп киткән инем. Көс етмәҫтәй һынауҙар мине яулыҡҡа ылыҡтырҙы. Күңел ғазабы, тиһәм дөрөҫ булыр инеме икән?.. Һылыуымдың сирле малайын да йөрөтмәгән ер ҡалманы. Барыбер шәбәйтеп булманы.Үкенескә ҡаршы, ул да беҙҙе ташлап китеп барҙы. Шулай уҡ, беҙҙең ғаилә лә фажиғәле хәлдәр булып торҙо. Бер тыуған ҡустымдың, бер ай эсендә ҡапыл килгән алама ауырыуҙан беҙҙе ташлап китеүе, унан һуң бик ныҡ ҡайғырып атайымдың да аяҡтан йығылыуы ла быға сәбәпсе булғандыр.Ниндәйҙер бер осор шул тиклем төшөнкөлөк баҫты. Әсәйемде ҡыҙғаныу булдымы, айҙар буйы үҙ – үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙаплана инем. Аллаға шөкөр, шул яулыҡ, намаҙ

Зөлфиә-Фәйрушинаның Моңло-Ижады, сегодня в 11:58

уҡыуҙар ниндәйҙер дәүер күңелде һаҡланы, көс бирҙе.

- “Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай», тигәндәй, оло ҡалала төпләнеп китеүе ныҡ ауыр булдымы?

- Мәскәү, ысынлап та, күҙ йәштәренә ышанмай. Был хаҡ һүҙҙәр. Мин тәү тапҡыр эшкә китеүемдә балаларға бәйле ине. Мәскәүгә килеп еткәнсе илаған ваҡыттар булды. Эште һайлап торорға ваҡыт тар. Ҡыҙҙарымдың икеһе лә кейәүгә барырға булып киттеләр.Туй үткәрергә лә аҡса кәрәк. Шуның өсөн күҙемде йомоп эшкә урынлаштым. Кредиттарым да бар ине. Ҙур ҡыҙым бюджетка үтә алманы. Уның уҡыуына ла түләргә тура килде.Былар бөтәһе лә минең һынауҙарым. Мин ярҙам итмәһәм, уларға кем ярҙам итә. Мәскәүгә килеп урынлашып, бер аҙ ижадтан ситләштем.Ниндәйҙер бер дәүер күңел ҡатты. Шулай ҙа көндәлектәр яҙа инем. Мин бында бөтөнләй икенсе донъяға килдем. Мине йәшерәк саҡта ла Мәскәүгә саҡырғандар ине. Ул ваҡытта минең яуабым бер генә ине - тыуған яғымды бер ваҡытта ла ташлап китмәйем. Үкенескә ҡаршы, һуңлап булһа ла, юл төштө.

- Һеҙ әсәйегеҙҙе ныҡ ҡәҙерләйһегеҙ, бала сағығыҙ, ғаиләгеҙҙә ниндәй мөхиттә үтеүегеҙ хаҡында һөйләп китһәгеҙ ине?

- Мин ғаиләлә өсөнсө ҡыҙ булып тыуғанмын. Шул хаҡта минең бер шиғырым да бар ине. Мине ир бала тип көткәндәр. Әсәйем һөйләүе буйынса, табиптар игеҙәк бала тыуа, имеш тип тә әйткәндәр. Мин дүрт килограмм өс йөҙ грамм булып

тыуғанмын.Ныҡ эре һөйәкле булғанға ла ир бала тип уйлағандар күрәһең.

Әсәйем менән атайым ғүмер буйы колхозда эшләнеләр. Бала саҡтан беҙҙе лә эшкә өйрәттеләр.Беҙ ғаиләлә алты бала инек.Үкенескә ҡаршы, һылыуым менән ҡустым йәшләй үлеп киттеләр. Атайым да беҙҙе ҡалдырып бик иртә китеп барҙы.Әсәйемде ысынлап та, ныҡ ҡарарға тырышам, йыл һайын санаторийҙарға йөрөтәбеҙ.Тик ул һуңғы йылдарҙа ғына биреште.Бик ҡаты аварияға эләкте. Аллаға шөкөр, үткән йыл уңышлы ғына операция үткәрҙе.Һикһән бер йәштә, ҡустым менән йәшәй.Ҡустым менән намаҙ уҡыйҙар,ураҙа тота.Тормош ҡаршылыҡтары алдында бирешмәҫкә тырыша. Беҙ йыш ҡына ҡайтып торабыҙ.Мәскәүгә килеп йөрөнө һаман.Беҙ әсәйебеҙ менән ғорурланабыҙ,тормош һынауҙына бирешмәй йәшәһен ине, тип теләйбеҙ.

-Интернет селтәрендә "Зөлфиә Фәйрушинаның моңло ижады" төркөмөндә һеҙҙең һүҙҙәргә яҙылған йырҙар ҙа ҡуйыла. Ғөмүмән, ижадығыҙ тураһында ентекләп һөйләһәгеҙ ине. Үҙегеҙҙең ижад кисәгеҙҙе үткәрергә йыйынмайһыгыҙмы?

-Төркөм асырға уй ҙа, теләк тә юҡ ине.Иҫәнғолда ,,Ҡош юлы “ түңәрәгендә йөрөгән укыусым Әлфидә Ҡолсурина(Рәхмәтуллина) асҡан төркөм.Минең шиғырҙарымды йыйнап матбуғаттан, куйып, саҡырҙы инде төркөмгә. Тәүҙә бик уңайһыҙланғайным. Әле – әле өйрәнеп киттем, бик күп хаттар килә башланы.Шиғырҙарҙы күберәк йырға һорай башланылар.Йөрәктә ятҡан хыялдар шулай ысыбарлыҡҡа сыҡты.Мин үҙем бала саҡта ата – әсәйемдән бик үтенеп һорай инем.Мине Өфөгә интернатҡа бирегеҙ, тип. Атайым да , әсәйҙә мине ауылдан сығарып ебәргеләре килмәне.Мин бала саҡта йырҙар яҙып, актриса булырға хыяллана инем.Ҡайҙа инде сәнғәт тирәһенә барыу.Сәнғәт училещеһына һигеҙенсе класты тамамлағас барып ҡарағайным.Имтихандарға һуңлап,ул хыялда ғына тороп ҡалды.Мин үҙем йырларға бик ярата инем.Әсәйем нишләптер, моңло кеше бәхетһеҙ була, тип хыялды һүндерә килде.Шиғырҙарҙы тәүҙә бик мохтажлыҡ кисергәндә, һатҡан осраҡтарҙа булды( хәҙер ҡайһы бер йырҙарымдың) икенсе авторҙа булыуы ҡайһы ваҡыт күңелде һыҙлатһа ла, уйламаҫҡа тырышам. Яҙмыштан уҙмыш юҡ икәненә күндем, шикелле.Юҡ, һылыу, ижад кисәһе тураһында уйлағаным булманы.Казанға ике рәт саҡырғандар ине концертҡа, унда ла барып булманы.

- Әҫәрҙәрегеҙҙе китап итеп сығарғанығыҙ бармы?

- Йыйынтыҡҡа Әлфидә Ҡансурина шиғырҙарымды алып барып бирҙем ти ине.( Яҙыусылар союзына),Үҙем Өфөлә булғаным юҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ,,Йөрәк яраһы» тигән хикәйәләр йыйынтығы (әҫәр) әҙерләгәнмен.Мәскәүҙә баҫтырырға ине.Бында минең тормош юлы асыҡ сағылыш тапҡан.Йоҡа ғына брошюралар сығарған инем. Йыр китабымды сығарырға теләгем ҙур.

Шулай уҡ, халҡым араһында бик күп һорау килеп тыуа.Үпкәләп яҙыусылар ҙа бар:,,Ни өсөн йырҙар татарса сыға, ниңә татарса яҙаһығыҙ.Ниңә йырҙарығыҙ баршҡортса түгел”.Мин берәүгә лә миңә йыр яҙығыҙ,тип мөрәжәғәт иткәнем юк.Сөнки, алда әйтеп үткәнемсә күп йылдар балаларға бағышланды.Үҙемә

Зөлфиә-Фәйрушинаның Моңло-Ижады, сегодня в 11:58

вакыт ҡалманы.Әле лә күпселек хаттар Казандан килә.Минең йырҙарымды Болгар радиоһы аша тыңлауы бер яҡтан,ҡыҙғаныс, икенсе яҡтан үҙем дә аңлап етмәйем. ,,Яңғыҙ әсә» йырым, башҡа йырҙарым да, фәҡәт татар радиоларында ғына яңғырай.Халҡыма бәлки минең кәрәгем теймәгәндер.Хәҙер шиғыр, йыр яҙыусылар бик күп бит.

- Һеҙ ниндәй әсәй, өләсәй, ҡәйнә?

- Минең ике ҡыҙым да кейәүҙә ( береһе һылыуымдыҡы). Ике кейәүем дә әсәй, тип торалар.Икешәр бала үҫтерәләр.Ҙур ҡыҙым хәрби хеҙмәттә эшләй, кейәү ҙә бик күп йылдар Мәскәү ҡалаһында хеҙмәт итә.Ейәнсәрем, Карина, беренсе класта укый.Әле малайҙарына, Алла бирһә,алты йәш тула. Йөрәктә төрлө һорауҙар тыуа инде. Уларҙың киләсәге уйға һала. Бәләкәй ҡыҙымдың теләге, сит илгә китеп йәшәү ине. Уны бәләкәйҙән диңгеҙ,матур сит ил тормошо ҡыҙыҡһындырҙы. Диңгеҙ буйында, Бакула йәшәүе осраҡлы хәл түгелдер. Ике малай үҫтерәләр. Малайҙарының өләсәй, тип өҙөлөп тороуы миңә һәр хәлдә ҡыуаныслы хәл.Уларға ғүмер буйына бер фатиха бирәм.Тормоштоң ниндәй генә ҡаршылыҡтары булһа ла, балаларығыҙҙы етем итмәгеҙ. Һеҙ үҙегеҙ, атайһыҙ үҫтегеҙ, балаларығыҙҙы атайһыҙ ҡалдырмағыҙ, етем итмәгеҙ.тип өйрәтәм. Хәҙерге тормош ҡатмарлы, ғаиләне ҡороу ауыр, емерергә бер көн етә.

Бәләкәй ҡыҙым бик матур һүрәттәр төшөрә.Образлы һүрәттәрендә тотошлай яҙмыш сағыла.Ҙур ҡыҙым нишләптер юрист булам,тип хыяллана ине.Тап өҫтөнә баҫмаһа ла, хеҙмәте шул эшкә яҡын, тип әйтергә була инде.Ике ҡыҙымдың да көткән донъяларында йыш булам.Бәлки, ҡыҫылыуҙыр инде.Ике кейәүемә лә етешһеҙ яҡтарын вакытында әйтеп барырға тырышам.Өндәшмәйҙәр.Әсәй,тип тороуҙарына рәхмәтлемен.

- Үткәндәргә ҡайтыу мөмкин булһа, тормошоғоҙҙа ниҙе үҙгәртер инегеҙ?

- Үткәндәргә ҡайтып булһа, бер нимәне лә йөрәккә яҡын

алмаҫҡа тырышыр инем.Күпселек осраҡта кешеләрҙең бер генә ҡарашы ла аяҡтан йыға.Улай йәшәү ауыр.Тормошҡа еңелерәк ҡарарға кәрәктер.Шуның өсөн һаулыҡ яғы бик ҡаҡшаны.Көйәләнеү менән бер нимә лә үҙгәрмәй.

Тәҡдиргә ышанам.Яҙмышыма төҙәтмәләр индереп булһа, ата – әсәйемә тағы ла рәхмәтлерәк булырға тырышыр инем. Сөнки тормошҡа сигеү, матур биҙәктәр иң беренсе тыуған нигеҙҙән башлана. ,,Фатихаңды бирсе, әсәй” йыры күңел рәнйештәрен һалған һымаҡ.

- Һеҙ әле лә төҫ ташламайһығыҙ, йәш күренеүегеҙҙең сәбәбе ниҙә, махсус диета тотаһығыҙмы?

- Төҫ ташлағанмындыр. Мин күберәк спорт менән шөғөлләнәм һылыу.Ҡыш саңғыла йөрөргә яратам.Тәбиғәттә йөрөү мине ҡанатландыра.Әллә бәләкәйҙән шулай үҫкәнгәме.Ҡәрсәйем менән урман, тауҙарҙы гиҙеп үҫтем.Мәскәүгә барғас конькиға баҫтым. Минең кейемдәр ғүмер буйы бер размер. Бер килограм да йыйнаған юҡ.Бәлки ул тынғыһыҙлыҡтан киләлер.Роликтарҙа йөрөй башлағас үҙемә аптыраным.Был донъя ла бөтә нимәгә лә өйрәнергә була, тырышлыҡ һәм теләк кенә кәрәк.

Диета тотмайым,һылыу. Ураҙа тотам.Аллаға шөкөр, диндән йыраҡлашманым.Мәскәүгә килгәс үҙебеҙҙең ризыҡты һағынып аптыраным.Беҙҙең яҡтағы аш – һыу тәмле, ҡайтһам әсәйем менән көндәр буйы, ашарға бешерәм. сәй эсәбеҙ.

- Дуҫтарығыҙ күпме?

- Дуҫтарым, һылыу күп түгел.Таныштарым күп.Ҡайһы саҡта кем менән һөйләшергә белеп булмай китә.Күңел минең күмәк кешеләр араһында ла, нишләптер яңғыҙлыҡ кисерә.Дуҫтар бар инде.Белмәйем, нишләптер мин берәү менән дә үҙемдең күңелемде дауалай алмайым.Ярҙам ҡулы һуҙырға тырышыусылар күп булһа ла, күңелдең яңғыҙ булыуы йәнде әрнетә.

- Әле ниндәй өлкәлә эшләйһегеҙ?

- Мәскәүгә килгәс төрлө өлкә лә эшләргә тура килде.Сөнки, алда әйтеп киткәнемсә, балалар өсөн тип янып йәшәгән йөрәк үҙен аяманы.Һуңғы йылдарҙа мин гимназияла педагог – тәрбиәсе эшләйем.Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың тормошонда янып йәшәүем. Икенсе вузды тамамлайым( педагог – психолог). Балаларға ярҙам итәм.Бәләкәстәрҙе балалар баҡсаһынан алырға кәрәк.Ҡыҙым хәрби булараҡ, күпселек осраҡта ваҡытында өйҙә булмай. Ярҙам итергә тура килә.Мин балаларҙы ныҡ яратам. Кеше балаһына өйрәнеп киттеп, ауырып йөрөгән саҡтар күп булды. Шулай уҡ, корректор булып ғилми институтта эшләйем.Әҙер материалдарҙы ҡарап сығам.Коллектив, Аллаға шөкөр, әйтергә лә ҡурҡам инде. Хәҙер бында бик күп нимәләрҙе ҡушып бөттөләр. Балалар баҡсаһында мөдирҙәр юҡ. Бөтә нимәне директор хәл итә.Гимназияның шулай уҡ институты ла

Зөлфиә-Фәйрушинаның Моңло-Ижады, сегодня в 11:58

бар.Әлбиттә, балалар менән эшләүе бик күп яуаплылыҡ талап итә.Ата – әсәләргә лә, балаларға ла ярарға кәрәк. Был минең өсөн көндәлек имтихан-һынау булып килгән.

- Бөгөн күңелегеҙҙе нимә борсой?..

- Ҡайһы бер кешеләрҙең бик йыраҡ саҡрымдарҙа булып та үтә лә яҡын, ҡайһы берәүҙәрҙең тормошома һалҡын, ҡайһы берәүҙәрҙең бөтөнләй күҙәтеүсе, ә ҡайһы берәүҙәрҙең үтә лә битараф булыуы күңелемде борсой. Мин үҙем контакт кешеһе булмаһам да, дуҫтарымдың ҡараштарын тойомлауы ҡыйын. Кеше ҡараштарынан уйҙарын һиҙемләү йөрәкте әрнетә. Иң ауыры ике йөҙлө булырға өйрәнеп булманы. Ҡалай бар - шулай. Оҡшамағанды оҡшай, тип берәүгә лә ярамһаҡлана алмайым. Миңә тормош һәр милләт халҡына һөйөү тәрбиәләне... Күңелемдә милләтселек тойғоһо булмауы менән ҡыуанам... Сит илдә, сит ерҙә йәшәгәндә был ныҡ ҡамасаулар ине. Мине яҙмыш төрлө тарафтарға ташланы. Сәбәбе табылып торҙо. Ҡулдарымды яра - яра ерҙә аҡ бәхеттәр зҙләп йәшәнем. Бөгөн әйтергә лә ҡурҡам: ҡыҙҙарым менән сикһеҙ бәхетлемен. Хәлемде күҙ ҡарашымдан аңлайҙар. Үкенескә ҡаршы, күңелемде генә дауалай алманым. Уның үтә лә яралы булыуы бөгөн минең ижадымды күҙәтеүселәргә сер түгел. Бәхеткә килгәндә... Яҙмышыма бер ваҡытта ла һуҡранмайым. Тик нишләптер йәш өҫтәлгән һайын йөрәгемә, тормошома яуаплылыҡ өҫтәлә бара... Ғүмеремдең йылдан – йыл ҡыҫҡара барыуы сәбәпселер.

-Яҡташтарығыҙға теләктәрегеҙ.

-Яҡташтарыма теләктәрем,Һылыу: бәхетле булһындар.Иң мөһиме - күңел тыныслығы теләйем.Тормошта иң кәрәкле - булған һаулыҡ.Һаулыҡ булмаһа, бер нимә лә кәрәкмәй.Ғаилә бәхете. Балалар һау-сәләмәт булһын. Ауылға ҡайтһам кешеләргә һоҡланып бөтә алмайым, күпселеге матур йәшәй.Яңынан – яңы йорттар үҫеп сыҡҡан.Үкенескә ҡаршы, ғүмер бик тиҙ үтә.Ваҡыттың аяуһыҙ булыуы күңелде өтә.Ҡайһы саҡта тормошта яҡындарға бер йылы һүҙ әйтеп өлгөрә алмай ҡалғанбыҙ. Ә күпме йылдар үткән.Үпкәләшеп йәшәүҙе оноторға кәрәк.Өс көнлөк донъяла татыу йәшәүгә бер нимә лә етмәй. Бәхәсләшеп, кенә ҡыуып, кешегә насарлыҡ уйлап йәшәү һаулыҡты бөтөрә, аяҡтан йыға.Бер – берегеҙҙән көнләшмәгеҙ. Иң насар сир. Кешенең маңлай бәхетен бер ваҡытта ла тартып алып китеп булмай. Аллаһы Тәғәлә биргән байлыҡты ла, вазифаны ла кешенең ҡулынан тартып алып булмай.Үҙеңә бирелгәнеңә ҡыуанып, дуҫтарыңдың уңышына һөйөнөп йәшәү генә кешене бәхетле итә. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, татыулыҡ, балалар бәхете теләйем.

- Әңгәмә өсөн рәхмәт.

Әнисә Бикташева.