Эстәлеккә күсергә

Хәбиров Фәрит Барый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәбиров Фәрит Барый улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ҡыяуыҡ ауылы, Рәсәй
Вафат булған көнө 29 июнь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Хәләл ефете Хәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙы
Балалары Хəбиров Радий Фəрит улы
Һөнәр төрө уҡытыусы, дәүләт хеҙмәткәре

Хәбиров Фәрит Барый улы (1 ғинуар 1930 йыл — 29 июнь 2003 йыл) — педагог, дәүләт хеҙмәткәре. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986), РСФСР-ҙың атҡаҙанған һөнәри‑техник белем биреү уҡытыусыһы (1991), Луначарский исемендәге премия лауреаты (1991). «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләнгән (1995).

Фәрит Барый улы Хәбиров 1930 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Ҡыяуыҡ ауылында тыуған.

1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлаған. Шул уҡ йылда БАССР-ҙың Бүздәк районында хеҙмәт юлын башлаған.

1952 йылдан — Ишембай районының Йәнырыҫ урта мәктәбендә уҡыта.

19541955 йылдарҙа Сәлих тулы булмаған урта мәктәбе уҡытыусыһы.

1955 йылдан КПСС-тың Маҡар райкомында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары булып эшләй.

19571959 Сәлих мәктәбе директорының уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары, ә 1959 йылдан Ишембай районы Һайран урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Унда эшләгән ваҡыт арауығында ул мәктәпкә кирбестән бина һалдыртып өлгөрә[1] .

19621965 йылдарҙа «Коммунар» колхозы рәйесе.

1969 йылдан Ишембай район советының мәҙәниәт бүлеге мөдире.

1973 йылдың 25 майында Ишембай ҡалаһында 1-се һанлы махсус һөнәри училище асыла һәм бер йылдан, 1974 йылда, унда Фәрит Барый улы училище директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 19751995 йылдарҙа ул ошо уҡыу йортоноң директоры булып эшләй[2]

Фәрит Барый улы училищены аяҡҡа баҫтырыуға, сифатлы белем һәм тәрбиә биреүгә бик күп көс һала.1988 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың Һөнәри-техник белем биреү буйынса комитеты һәм Профсоюздарҙың мәғариф хеҙмәткәрҙәре, юғары мәктәп һәм фәнни учреждениелар өлкә комитеты училище коллективына «Юғары мәҙәниәт училищиһы» тигән маҡтаулы исем бирә.

Фәрит Барый улы Хәбиров 2003 йылдың 29 июнендә вафат булған һәм Ишембай ҡалаһында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1988).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған һөнәри‑техник белем биреү уҡытыусыһы (1991)
  • Луначарский исемендәге премия лауреаты (1991).
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (1995)
  • Ф. Хабиров. Счастливые годы моей жизни. Уфа, 1991.
  1. Учителя Радия Хабирова рассказали о его детстве [1]
  2. ХАБИРОВ Фарит Бариевич [2].
  • ХАБИРОВ Фарит Бариевич [3]
  • Учителя Радия Хабирова рассказали о его детстве [4]