Экологик хәүефһеҙлек фонды
Foundation for Ecological Security Экологик хәүефһеҙлек фонды Фонд экологической безопасности | |
Тип |
коммерцияға ҡарамаған ойошма |
---|---|
Нигеҙләү йылы |
2001 |
Нигеҙләүселәр |
Джагдиш Рао Пуппала |
Урыны |
Ананд, Гуджарат, Һиндостан |
Эшмәкәрлек өлкәһе |
тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, социаль эшҡыуарлыҡ |
Слоган |
Securing common land ensures a better future for the rural poor |
Веб-сайт |
Экологик хәүефһеҙлек фонды (Foundation for Ecological Security йәки FES) — коммерцияға ҡарамаған Һиндостан ойошмаһы, урындағы берләшмәләрҙең күмәк ғәмәлдәре ярҙамында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өҫтөндә эшләй. FES урындағы үҙидара органдарына фәҡирлек менән көрәштә һәм үҙҙәренең ауыл хужалығы ерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙа булышлыҡ күрһәтеүҙе башлаусыларҙан һанала, ауыл общиналарына тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйенсә һөҙөмтәле хужалыҡ итеүҙә, мәғарифты үҫтереүҙә, иҡтисади мөмкинлектәрҙе ғәҙел файҙаланылыуҙа ярҙам итә. Фонд ярлы крәҫтиәндәргә дәүләт ерҙәренә пай төҙөргә ярҙамлаша, уларға тәбиғәткә зыян килтермәй ҙур уңыш алырға, тупраҡты һәм фаунаны һаҡларға, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә өйрәтә. Ойошма 2001 йылда төҙөлгән, Ананд ҡалаһында урынлашҡан. 2015 йылға FES 4 миллион акр самаһы ергә һинд берләшмәләренең хоҡуғын тәьмин итә, шуның менән уларға туҡ тормошҡа ныҡлы нигеҙ һала.
Фондтың төп эшмәкәрлеге Гуджарат, Раджастхан, Андхра-Прадеш, Карнатака, Орисса һәм Мадхья-Прадеш штаттарында бара. 2015 йылда FES Сколл фондынан социаль эшҡыуарлыҡ өсөн премия алды, унан алдараҡ Elinor Ostrom Award һәм Times of India Social Impact Awards тарафынан бүләкләнгәйне[1][2][3][4][5][6][7].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һиндостанда бик күп ауыл общиналары дәүләт ерҙәренә күҙ төбәп көн итә, шунда ризыҡ һәм тереклек итеү сараларын таба (община ерҙәре илдең ер фондының сиреге самаһын биләй, уларҙа 200 миллиондан ашыу ауыл кешеһе йәшәй). Әүәл был ерҙәрҙе насар ҡарайҙар, дөрөҫ файҙаланмайҙар, тупрағын хәлһеҙләндерәләр. Алыҫтан идара итеүсе дәүләт чиновниктарының был хәлгә йоғонто яһарлыҡ мөмкинлеге лә булмай. Университетта алып барған тикшеренеүҙәре буйынса фәҡир ауылға килеп эләккән Джагдиш Рао Пуппала ауыл общиналарының именлеге социаль һәм экологик системаларҙың тигеҙлегенә бәйле булыуы тураһындағы идеяны алға һөрә[8].
2001 йылда Рао Фондтың беренсе хеҙмәткәре булып китә. Ул һәм уның эйәрсендәре крәҫтиәндәр араһында аңлатыу эштәре алып бара, уларҙы фәҡирлек һәм ауылдың юҡҡа сығыуына ҡаршы көрәшергә, ресурстарға бергәләп идара итергә, уларға һаҡсыл ҡарарға өндәй. Фонд 4 миллион кешеле 7000 ауылда эш алып бара. Фонд булышлығы менән 1,5 миллион гектар община ере ауыл идараһына күсерелә. Бөтә был ауылдарҙа экологик хәл, тупраҡ торошо, грунт һыуҙары кимәле, фауна төрлөлөгө яҡшыра, уңыш күтәрелә, файҙаланылыусы ерҙәр майҙаны арта (ауыл кешеләренең бер гектарҙан килеме уртаса 1,4 мең долларға етә). Ауыл общиналары Фондтың ғилми тәҡдимдәре ярҙамында үҙҙәре өсөн отошлораҡ тармаҡтарҙы һайлай: иген үҫтерергәме, малсылыҡ менән шөғөлләнергәме, әллә урман хужалығы алып барырғамы?[8].
2010 йылда Омидьяр селтәре Фондҡа ярлыларҙың община ерҙәренә хоҡуғын тәьмин итеү өсөн 2,1 миллион доллар инвестициялай[9][10]. Фондтың башҡа инвесторҙары һәм бағыусылары: Гуджарат һәм Раджастхан штаттары хөкүмәттәре, Форд фонды, Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек сәйәсәте тикшеренеү институты, Мичиган университеты, Arghyam, National Bank for Agriculture and Rural Development, Hindustan Unilever Foundation, Royal Bank of Scotland Foundation, Sir Dorabji Tata and Allied Trusts, Jamsetji Tata Trust, Sir Ratan Tata Trust, The Duleep Matthai Nature Conservation Trust, Ensemble Foundation, Deutsche Gesellschaft für Internationale Zusammenarbeit, Grow-Trees, ITC Sunehra Kal Initiative, UNDP-GEF Small Grants Programme һәм Welthungerhilfe[11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 2015 Skoll Awardees (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 14 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ The Foundation for Ecological Security (ингл.). Omidyar Network. Дата обращения: 14 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ NREGA to target skill-intensive projects (ингл.). The Economic Times. Дата обращения: 14 май 2015.
- ↑ 2013 Award Results (ингл.). Elinor Ostrom Award. Дата обращения: 14 май 2015. 2013 йыл 11 июль архивланған.
- ↑ TOI Social Impact Awards: They battled the odds to even the chances (ингл.). The Times of India. Дата обращения: 14 май 2015.
- ↑ Foundation for Ecological Security, India (ингл.). Environmental Education Media. Дата обращения: 14 май 2015.
- ↑ Foundation for Ecological Security (FES) (ингл.). GEF-CSO. Дата обращения: 14 май 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 Jagdeesh Rao (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 14 май 2015.
- ↑ Omidyar Network Commits $2.1M to the Foundation for Ecological Security to Secure Rights to Common Land for India’s Poor (ингл.). Omidyar Network. Дата обращения: 14 май 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Omidyar Network commits $2.1 mn to FES (ингл.). The Indian Express. Дата обращения: 14 май 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Funding (ингл.). Foundation for Ecological Security. Дата обращения: 14 май 2015. 2015 йыл 8 март архивланған.