Юл турғайы
Уҡыу көйләүҙәре
Юл турғайы | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Calcarius lapponicus Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 149678 |
Юл турғайы рус. Лапландский подорожник, лат. Calcarius lapponicus) — турғай һымаҡтар ғаиләһендәге ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турғай ҙурлыҡ. Ерҙән генә йөрөйҙәр, ағастарға ҡунмайҙар. Башлыса юл буйлап сүпләнеп йүгерәләр. Түбәһе, һырты ҡара-көрән. Ҡанаттары нәҙек аҡ юлаҡлы һорғолт көрән. Ҡорһағы, ҡойроғо аҡ, тамағы аҡһыл һары. Аҡһыл ерән түшендә ваҡ. ҡына ҡара таптары бар. Ҡыр турғайынан ҡара ҡауырһындары булмауы менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы яңғырауыҡлы: «тик-тик-тик».
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юл буйҙарындағы асыҡ урындарҙа „йөрөй. Башлыса үлән орлоҡтары менән туҡлана. Беҙҙең яҡтарға тик ҡышҡа ғына килә (октябрь айҙарында килеп, февраль аҙаҡтарында төньяҡҡа ҡайталар), һирәк осрай. Беҙҙең яҡта оя ҡормай.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 394. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.