Ғағауз теле
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Ғағауҙ теле | |
|---|---|
| Үҙатама: | Gagauz dili |
| Илдәр: | Молдова (Гагауз Ери), Украина һәм башҡалар |
| Төбәктәр: | Молдова составындағы Ғағаузия Автономиялы Территориаль Яһалышы |
| Рәсми статусы: | Гагауз Ери |
| Телде белеүселәрҙең дөйөм һаны: | 150 000 тирәһе |
| Классификация (?) | |
| Категория: | Евразия телдәре |
| Алтай ғаиләһе | |
| Яҙма: | Латин әлифбаһы, совет ваҡытында — кирил әлифбаһы (ғағауҙ имләһе) |
| Тел кодтары (?) | |
| ГОСТ 7.75–97: | gag гаг 145 |
| ISO 639-1: | юҡ |
| ISO 639-2: | юҡ, Алтай ғаиләһенең коды (tuu) ҡулланыла |
| ISO 639-3: | gag |
Ғағауҙ теле (ғағ. Gagauz dili/Гагауз дили) — Алтай тел ғаиләһендәге оғуҙ төркөмөнә ингән ғағауҙҙарҙың теле. Ул урыҫ һәм румын ("молдаван") теле менән бер рәттән Молдовалағы Ғағаузия Автономиялы Территориаль Яһалышы — Гагауз Еринең рәсми теле.
[үҙгәртергә] Диалекттар
Ғағауҙ теленең ике төп диалект — чадырлунг-комрат йәки үҙәк диалекты һәм вулканешт йәки көньяҡ диалекты бар.
[үҙгәртергә] Имлә
Ҡарағыҙ: Ғағауҙ имләһе
Башта ғағауҙ телендә грек алфавитыы ҡулланылған. 1957 йылда ғағауҙ теленең әлифбаһы (кирил имләһе нигеҙендә) ҡабул ителгән. 1996 йылнан башлаған латин (төрөк әлифбаһы нигеҙендә булдырылған) әлифбаһы ҡулланыла. Шулай уҡ был әлифбала [ts] (ц) өнө өсөн ҡулланылған Ţ хәрефе һәм [æ] (ә) өнө өсөн ҡулланылған Ä хәрефе лә бар.
Хәҙерге ғағауҙ әлифбаһы:
| А а | Ä ä | B b | C c | Ç ç | D d | Е е | F f |
| G g | H h | I ı | İ i | J j | K k | L l | M m |
| N n | O o | Ö ö | Р р | R r | S s | Ş ş | T t |
| Ţ ţ | U u | Ü ü | V v | Y y | Z z |