Эстәлеккә күсергә

Ҡаялы гавань

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаялы гавань
Rock Haven
Постер фильма
Жанр

драма

Режиссёр

Дэвид Льюис

Продюсер

Дэвид Льюис
Джейсон Перез

Сценарий
авторы

Дэвид Льюис

Оператор

Паскаль Пусе

Композитор

Джек Кёртис Дубовски

Кинокомпания

Morning View Films

Оҙайлығы

78 мин.

Ил

Канада Канада

Йыл

2007

IMDb

1085496

Официальный сайт

«Ҡаялы гавань» (ингл. Rock Haven) – беренсе мөхәббәт ҡыйынлыҡтары, ҙурайыу һәм шәхси тойғо һәм дини ҡараштарҙың ярашыуҙары тураһында фильм.

Фильм төшөрөлгән урындарҙың тормошҡа яҡын пейзаж өлгөһө

Брэди – 18 йәше тулған, йәш кеше, ул әсәһе менән, Сан-Франсисконан йыраҡ булмаған, төньяҡ Калифорнияның ауыл ерендә йәшәй. Ул ябай, бер аҙ балаларға хас һәм бигерәк динсел егет. Дин уның ғаиләһендә төп урынды биләй, йорт интерьерының ҙур өлөшө христиан тематикаһына бағышланған, предметтары менән йыһазландырылған. Буш ваҡытында ул урындағы сиркәүгә ярҙам итә һәм христиан колледжына инергә әҙерләнә. Ул, һәр ваҡыт бер кемдә булмаған, яҡындағы пляжға йөрөргә ярата, был урын бигерәк аулаҡ һәм ҡаялар менән уратылып алынған, бында ул библия уҡырға һәм ҡояштың батҡанын ҡарарға ярата.

Бер мәл пляжда күрше егетен осрата – Клиффорд, ул, был танышыуҙың сәбәбе булып йәшерен мауығыу булғанына төшөнмәйенсә, уның менән таныша. Клиффорд – асыҡ гей, ләкин Бреди, уның әсәһе кеүек үк, яңы иптәше менән таныштырғандан һуң, белмәй. Уның әсәһе – Марта, шулай уҡ динсел христиан, ул улын Пегги менән таныштырып ҡарай, йәш ҡыҙ, шулай уҡ христиан ғаиләһенән, ләкин Бреди уға бер ниндәй ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәй. Һуңынан Пегги сәйер ҡыланышының сәбәбен аңлай һәм Брединың яңы мөнәсәбәттәрен хуплай. Шул ваҡытта, Брединың йәнендә, уның дини ҡараштары һәм Клиффордҡа мауығыуы арҡаһында, эске конфликт барлыҡҡа килә. Мөнәсәбәттәренең дауамын теләп, Бред Клиффордҡа, дин аша уртаҡ тел табыу хәленән, Библия баҫмаһын бүләк итә.

Шулайҙа хис-тойғоһо үҙен ала, Бреди ҡаршы тора алмай һәм Клиффорд менән үбешә. Ул Клиффордтың, улы тураһында бөтәһендә белгән һәм төрлө яҡлап уны хуплаған, әсәһе – Энжи менән таныша. Ул Бреди менән һөйләшә, әсәһенә бер нимә лә һөйләмәҫен белдереп тынысландыра һәм уның үҙенсәлекле булыуын ҡабул итеүен һорай, һәм дин быға мәшәҡәтләмәгәнен белдерә. Бреди сиркәүҙәге хеҙмәтенә бармай ҡала һәм Клиффорд менән сексҡа баҙнат итә, унан һуң ул тулыһынса үҙенең кем икәнен аңлай. Бының турала ул әсәһенә һөйләй, һәм әсәһе уны «гомосексуализмды дауалау» христиан лагерына барырға ышандыра, ул Клиффорд менән бәйләнештәрен өҙөргә тырыша һәм юл сәфәренә йыйына. Клиффорд быға ҡаршы тора алмай һәм атаһының әргәһенә Барселонаға барырға план тота. Бының алдынан, сиркәүҙә осрашыу теләге менән, Пегги аша ҡулъяҙма бирә. Осрашыу ваҡытында улар хушлашалар, һәм Бреди Клиффордҡа үҙенең түшендәге тәреһен бүләк итә. Ул уның ҡалыуын һорай, ләкин Клиффорд, Бредиға асыуланмағанын әйтеп, һәм: «Мин, һинең ышанысың көслөҙөр тип, уйланым» – тиҙә, күҙ йәштәре менән сығып китә. Клиффордтың киткәненән һуң Бреди священник менән һөйләшә һәм диндең тойғоһона ҡаршы килмәгәнен аңлай. Ул әсәһенә бер ҡайҙала бармағанын һәм уны бер нимәлә дауаламаҫын әйтә. Һуңында улар бер-береһен аңлайҙар.

  • Шон Хогланд — Бреди
  • Оуэн Алабадо — Клиффорд
  • Лаура Джейн Коулз — Марта
  • Кэтрин Хехт — Энжи
  • Эрин Дейли — Пэгги
  • Джонни Йоно — Дуг
  • Дэвид Льюис — Преподобный Браун

Гомосексуализм тематикаһы ҡуҙғатылған фильмдар: