Эстәлеккә күсергә

Ҡорт елеме

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡорт елеме — ҡорттар ағас бөрөләренән, япраҡтарынан йыйылған ыҫмалалы есемдәрҙе эшкәртеп яһаған ҡарағусҡыл йәшел төҫтәге йәбешеүсән матдә. Унда 55 % ыҫмала һәм бәлзәм, 10 % эфир майҙары, 30 % балауыҙ һәм 5 % һеркә бар. Һәр ғаилә миҙгеленә 100-150 г елем йыя. Ҡорт елеме медицинала киң ҡулланыла.

Елемде умартала файҙаланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бал ҡорто елемде яһау өсөн материал эҙләй
Ҡорт елеме

Ҡорттар елемде умарталағы ярыҡтарҙы һылау өсөн ҡуллана. Шулай итеп улар умартаны үтәтмә елдән һаҡлай. Шулай уҡ ҡорт елеме менән улар һауа торошона ҡарап, кейәнең ҙурлығын көйләйҙәр. Исеме шунан килеп сыҡҡан да инде, προπόλις «ҡала алдында». Елем менән ҡорттар инә ҡорт йомортҡа һаласаҡ күҙәнәкте шымарталар. Әгәр ҙә умартаға эрерәк хайуан килеп керһә, уны ҡорттар сығара алмайҙар, шунлыҡтан елем ярҙамында емтекте серемәһен өсөн мумификациялайҙар.

  • Младенов С. Мёд и медолечение. София, 1971.
  • Хисматуллина Н. З. Апитерапия. — Пермь: Мобиле, 2005. — 74 с.