Эстәлеккә күсергә

Һауа шары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һауа шары
Уйынсылар һаны
күп
Уйнау урыны
урам
Физик активлыҡ
юғары

Һауа шары — балалар уйыны.

Ауыл осондағы тигеҙ, киң майҙансыҡ, сирәм ер, сыныҡтырыу лагерында спорт майҙансығы.

Һәр уйынсыға 60-70 см оҙонлоғондағы беләк йыуанлығы таяҡ; ағастан эшләнгән шар. Шар таяғы ҡаҡланған ҡайын ағасынан, шар ҡаҡланған ҡайын тамырынан эшләнә.

Уйнаусылар ишләшеп ике тигеҙ өлөшкә бүленәләр. Яҡтарҙың башлыҡтары шыбаға тотошоп, көтөүсе һәм һуғыусы яҡты билдәләйҙәр: шыбағала ҡулы өҫкә сыҡҡаны шар һуға, аҫта ҡалғаны көтөүсе була. Яҡтарҙың урынын һауала шар таяғы өйөрөп тә билдәләргә була. Ҡайһы башлыҡтың таяғы, ергә төшкәс, һап яғы менән үҙенә ҡарап ята, шуның яғы шар һуға, икенсе яҡ көтөүсе була. Әгәр таяҡ башы бер төрлө төшһә, тағы өйөрәләр.

Майҙансыҡтың уртаһынан сик һыҙыла. Һыҙыҡ уртаһында мая соҡоро ҡаҙыла. Уның диаметры — 20, тәрәнлеге — 10 см. Һыҙыҡтың бер яғын һуғыусылар, икенсе яғын көтөүселәр биләй. Һуғыусылар яғында, сик һыҙығынан 2-3 метр ара ҡалдырып, параллель һуғыу һыҙығы һыҙыла. Көтөүсе яҡтың башлығы шар менән мая соҡоро янында ҡала һәм ҡулына бейәләй кейә. Башҡа уйнаусыларҙың барыһында ла (һуғыусыларҙа ла, көтөүселәрҙә лә) 60-70 см оҙонлогондағы таяҡ.

Уйындың аңлатмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыусы яҡтың башлығы иптәштәре араһында шарға һуғырға сират билдәләй. Көтөүсе башлыҡ, мая соҡоро янында тороп шарҙы һауаға сҡйә. Шар ергә төшөп килгән саҡта сират буйынса беренсе һуғыусы һуғыу һыҙығынан шарға таяғын бәрә. Әгәр шар, бәрелгән таяҡтан ҡаҡлығып, алыҫҡа осһа, һуғыусы таяғын ҡотҡарырға йүгерә. Был ваҡытта көтөүселәрҙең береһе таяғы менән осоп барған шарҙы кире ҡаҡлыта һәм уны йә үҙе, йә иптәше көтөүсе башлыҡҡа бәрә. Башлыҡ шарҙы мая соҡорона төшөрә. Әгәр көтөүсе башлыҡ таяғын ҡотҡарырға йүгергән һығыусыбалалан алда шарҙы мая соҡорона төшөрһә, яҡтар урындарын алмаштыра; һуғыусы яҡ —— көтөүсе, көтөүселәр һуғыусы була. Ә инде һуғыусы шар мая соҡорона төшмәҫтән алда таяғын соҡорға төртһә, уйын шул килеш дауам итә. Таяғын ҡотҡарған уйнаусы шарға һуғырға торған иптәштәре артына баҫа.

Шар һуғыусыға таяғы шарға теймәһә, ул сик һыҙығы яғында ҡала һәм иптәшенең шарҙы алыҫҡа һуғыуғын көтә.Әгәр берәй һуғыусышарҙы алыҫҡа осорһа, сик һыҙығы янында торған һуғыусылар уның менән үҙ таяҡтарын ҡотҡарырға йүгерә. Бәрелгән таяҡтар барыһыла ҡотҡарылһа, таяғын шарға тура бәргән һуғыусы таяҡтарын ҡотҡарған иптәштәре араһынан беренсе булып яңынан шар һуғырға сиратҡа баҫа, ҡалғандары, тәүҙә шарға һуҡҡан нәүбәттә сығып, үҙ-ара сиратты билдәләйҙәр.

Әгәр бер һуғыусы ла таяғын ҡотҡара алмаһа, яҡтар урындарын алмаштыра.

Һуғыусы башлыҡ үҙе сиратта тормай, ғәҙәттә, ул ҡотҡарылмаған таяҡтар күбәйеп киткәндә, иптәштәренә ярҙамға килә. Һуғыусы яҡтың бар таяҡтары ла шарға бәрелеп ҡотҡарылмаһа, һуғыусы башлыҡ көтөүсе башлыҡтың таяғын шарға бәрә һәм ул шуның менән һуңғы мөмкинселекте файҙалана. Көтөүселәр таяҡтарын ҡотҡарыусыларға тотҡарлыҡ яһарға тейеш түгел.

Уйындың әәһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡул, аяҡ мускулдарын хәрәкәтсел эшкә йәлеп итә, ҡул хәрәкәттәренең таҫыл һәм килешле булыуын яҡшырта; иптәшлек, бер-береңә ярҙам итеү кеүек сифаттар тәрбиәләй.