Әбәк-көбәк
Уҡыу көйләүҙәре
Әбәк-көбәк уйыны | |
---|---|
күп | |
ялан | |
уртаса |
Әбәк-көбәк (урыҫ. Абак-кубяк)— башҡорт милли балалар уйыны.
Уйнаусылар араһынан көтөүсе һайлана. балалар бер-бер артлы теҙелешеп тора. көтөүсе алда торған баланың усына һуғып:
Әбәк-көбәк, алтын табаҡ,
Етә алһаң, көмөш ҡалаҡ,
Етә алмаһаң, артыңа
Етмеш көрәк көл!-
ти ҙә йүгереп ҡаса, ә тегенеһе уны баҫтыра. көтөүсе, ҡасып барып, теҙелгән төркөмдөң артына баҫа алһа, баҫтырылған бала көтөүсе була. Ә инде ҡаса алмай баҫтырған балаға тотолһа, яүынан үҙе көтөүсе була; баҫтырып тотҡаны төркөмдөң артына барып баҫа. Уйын шул тәртиптә дауам итә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. – Өфө : Китап, 2002 й. ISBN 5-295-02840-2
- Башҡорт халыҡ уйындары / [төҙ. Г. Р. Хөсәйенова]. – Өфө : Ғилем, 2006 й. – 72 б. ; 20 см. – 200 д. – ISBN 5-7501-0628-4.