Эстәлеккә күсергә

Өс хаким һәм биш император

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өс хаким һәм биш император
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 2852
Алмаштырылған Ся (династия)
Тамамланыу датаһы б. э. т. 2070
Урынлашыу картаһы
 Өс хаким һәм биш император Викимилектә
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Тарихҡа тиклемге Ҡытай
Өс хаким һәм биш император
Ся династияһы
Шан династияһы
Чжоу
Көнсығыш Чжоу Яҙҙар һәм Көҙҙәр
Һуғышыусы батшалыҡтар
Цинь династияһы
Чу династияһы — болалы ваҡыт
Хань Көнбайыш Хань
Синь: Ван Ман
Көнсығыш Хань
Өс батшалыҡ дәүере: Вэй, Шу, У
Көнбайыш Цзинь
Ун алты вәхши дәүләт Көнсығыш Цзинь
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар
Суй династияһы
Тан династияһы
Сун
Төньяҡ Сун
Көнбайыш Ся
Көньяҡ Сун

Өс хаким һәм биш император (ҡыт. 三皇五帝) — Ҡытайҙың беҙҙең эраға тиклем өсөнсө мең йыллыҡҡа ҡараған иң боронғо тарихи осоророндағы легендар хакимдары.

Пекинда Мин империяһы осоронда нигеҙ һалынған Боронғо Императорҙар ғибәҙәтханаһы бар. Унда өс хакимдан (улар — өсөһө лә Ғәли йәнәптәре) башлап Ҡытайҙың бөтә императорҙарының исемдәре яҙылған таҡтасыҡтар табыныу объекттары сифатында һаҡлана. Был өс Ғәли йәнәптәре Ҡытай территорияһында йәшәгән ҡәбиләләрҙә төрлө ваҡытта килеп тыуған хәлгә йоғонто яһай ала, һәм иң абруйлы юлбашсылары тип иҫәпләнелә. Тик уларҙың береһе генә (өсөнсөһө) ысынлап йәшәгән шәхес тип иҫәпләнелә, сөнки тәүге икеһе тураһында яҙма сығанаҡтарҙың булыуы ла мөмкин түгел.

  1. Тайхао (Taihao) — Фэн (Feng) ҡушаматы алған һәм Фуси (Fuxi) титулына лайыҡ булған шәхес. Бик иртә тарихи осорҙа Ҡытай территорияһында йәшәгән көнсығыш ҡәбиләләренең легендар юлбашсыһы. Ул беренселәрҙән булып, кешеләрҙе балыҡ тоторға, һунар итергә, мал аҫрарға өйрәтә. Шулай уҡ «Үҙгәрештәр китабының» (И-цзин) нигеҙе тип иҫәпләнгән данлыҡлы 8 триграмманы уйлап тапҡан кеше.
  2. Ян Ди (Yandi) — Цзян (Jiang) ҡушаматлы һәм Шэньнун (Shennong) — «илаһи ер эшкәртеүсе» титулын алған шәхес. Цзян (Jiang) йылғаһы буйында йәшәгән ҡәбиләнең легендар юлбашсыһы. Уның ҡәбиләһе аҙаҡ Вэй һәм Хуанхэ йылғалары буйлап көнсығышҡа табан күсенә һәм Ҡытайҙың үҙәгендә төпләнә. Ул ырыуҙаштарын ергә үҫемлектәр ултыртырға өйрәтә һәм һабанды уйлап таба, тип иҫәпләнелә.
  3. Хуан Ди (Huangdi) — Цзи (Ji) ҡушаматлы, Сюаньюань (Xuanyuan) титулына эйә булған шәхес. Уға «Кешелек мәҙәниәтенең атаһы» булараҡ табыналар, сөнки ул яҙманы, музыканы уйлап тапҡан, тәгәрмәс һәм арбаны ҡулланылышҡа индергән, арифметиканы һәм медицинаны уйлап тапҡан, тип иҫәпләнелә. Ул — «Һары Император», был Хуан («жёлтый») Ди («император») исеменең һүҙмә-һүҙ тәржемаһе.

Мифтарға ярашлы, Ян Ди — юғарғы Илаһ, Ҡояш Аллаһы. Ләкин ул бер ваҡытта ла ҡояшҡа тиңләштерелмәй. «Ҡояш көсөнә» эйә, тиҙәр. Артабан ул юғарғы Илаһ урынын утлы аждаһаға ултырып килгән яңы алла — Хуан Диға бирә. Хуан Ди Ян Дины Көньяҡҡа идара итеүсе итеп тәғәйенләй. Ян Ди менән сағыштырғанда Хуан Ди кешеләр менән әүҙемерәк аралаша һәм уларға бик күп белем (музыка, арифметика, яҙма, транспорт) бирә. Аҙағыраҡ Ян Ди юғарғы тәхетте Хуан Динан тартып алырға тырыша, әммә уңышҡа өлгәшә алмай, сөнки ерҙе тотошо менән көлгә әйләндереүҙән ҡурҡып, Ҡояш көсөн ҡулланыуҙан тыйыла. Һөҙөмтәлә Ян Ди төньяҡҡа китеп юғала. Мифтарға ярашлы, Хуан Ди аждаһа уны килтергән урында — Куньлунь тауында төҙөгән бай һарайҙа йәшәй. Хуан Ди яҡынса 300 йыл хакимлыҡ итә. Уның артынан тағы ла бер ут бөркөп торған аждаһа килеп уны бик күп шаһиттарҙың күҙ алдында күккә осороп алып китә. Шулай итеп, Хуан Диҙың хакимлыҡ итеүе тамамлана.

Биш императорҙың исемдәре, сығанағына бәйле төрлө варианттарҙа булыуы ихтимал. Сым Цян версияһы буйынса улар — Хуан-ди, Чжуань-сюй, Ку, Яо һәм Шунь (黄帝、颛顼、帝喾、尧、舜).

Боронғо Императорҙар Ғибәҙәтханаһындағы иҫтәлекле алтаҡталарға ярашлы, биш император түбәндәгеләр:

  • Шао-хао (Shaohao) Цзиньтьень (Jintien) титулына эйә. Хуан Диҙың (Һары императорҙың) улы. Көнсығыш ҡәбиләләрҙең юлбашсыһы була. Ҡәбиләнең ике тапҡыр күсенеүенә етәкселек итә — тәүҙә көнбайышҡа, аҙаҡ киреһенсә көнсығышҡа. Ул император булғанда дәүләт сәскә ата, һәм ул 80 йыл тирәһе власть башында тора.
  • Чжуань-сюй (Zhuanxu) Гаоян (Gaoyang) титулына эйә. Хуан Диҙың (Һары императорҙың) ейәне, Шаохаоның ҡустыһының улы. 20 йәшендә император тәхетенә ултыра, 78 йыл, вафатына ҡәҙәр власит башында тора. Күк есемдәренең хәрәкәтенә нигеҙләнгән календарь уйлап таба.
  • Ди-ку (Diku) Гаосинь (Gaoxin) титулына лайыҡ була. Хуан Диҙың (Һары императорҙың) бүләһе. Уны йыш ғына «Аҡ император» тип тә атайҙар. Ул хакимлыҡ иткәндә мәҙәниәт, бигерәк тә музыка бик юғары кимәлгә күтәрелә культура. Ул музыка ҡоралдарының күбеһен уйлап тапҡан, тип иҫәпләнелә.
  • Яо (Yao) Таотан (Taotang) титулын алыуға өлгәшә. Ҡытайҙа легендар һәм бик хөрмәт ителгән император. Ҡытайҙағы берләшкән ҡәбиләләргә идара итә. Ҙур, ләкин ябай ҡыуышта йәшәй, шуға ла уны халыҡ сикһеҙ ярата. Рәсми идара итеү йылдары — беҙҙең эраға тиклем 2356—2255 йылдар. Күптән түгел Ҡытай археологтары Яоның баш ҡалаһын таба. 20 йәшендә император булған Яо 76 йыл тәхеттә ултыра, шунан тәхетен Шунюға тапшыра һәм тағы ла 28 йыл йәшәй. 119 йәшендә вафат була. Ул власть башында торғанда ғәйәт ҙур климатик үҙгәрештәр — бөйөк ҡоролоҡ һәм аҙаҡ — туфан ҡалҡыу. Ҡытайҙар, Яо һәм Шуньды — ғәҙел идара итеү өлгөһө, тип иҫәпләй.
  • Шунь (Shun) Яо-юй (Yaoyu) титулына эйә — Яоның вариҫы. Ауылдаштары араһында иҙге күңелле һәм аҡыллы кеше булараҡ таныла һәм ябай мөхиттән сыҡҡан кеше. Яо, кәңәшселәрен йыйып, шундай һорау ҡуя — илдең тәхетен кемгә бирергә була. Улар, Шуньға иғтибар итегеҙ, тигән кәңәш бирә. Яо ике ҡыҙын да Шуньға кейәүгә бирә һәм, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, тәхетен дә уға ҡалдыра. Шунь һыу баҫыуҙан ҡотолоу һәм һыу ер өҫтөнән китһен өсөн бик күп каналдар төҙөүе менән дан ҡаҙана. Шунь үҙенә 53 йәш булғанда тәхеткә ултыра һәм100 йәшендә вафат була. Ул үҙенең урынына Ся династияһына нигеҙ һалған Бөйөк Юяны регент һәм вариҫы итеп ҡалдыра.

Императорҙарҙың һаны тәүге биш элемент йәки биш стихия — у-син тураһындағы теория йоғонтоһо аҫтында һайланған. Биш стихия һәр саҡ үҙ-ара көрәшә, уның барышында сикһеҙ рәүештә бер-береһен юҡҡа сығаралар, шул уҡ ваҡытта ҡайтанан бер-береһен булдыралар. Һәр императорға билдәле бер стихия ярҙам итә. Стихия өҫтөнлөк алһа, батшалыҡ сәскә ата, стихия еңелһә, батшалыҡ та бөлгөнлөккә төшә.

Мәҫәлән, Хуан Ди идара итә башлаған осорҙа Күк, Ер стихияһы символы булараҡ, ғәйәт ҙур сиңерткәне һәм ҡортто күктә күрһәтә. Шуға ла Хуан Ди һары төҫкә өҫтөнлөк бирә.