Өфө сәнғәт мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Өфө сәнғәт мәктәбе — ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы ҡарамағындағы балаларға өҫтәмә белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы.

Ҡыҫҡаса тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1977 йылда 1-се балалар художество мәктәбе һәм 6-сы музыка мәктәбе, Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайының музыка-хор студияһы нигеҙендә Өфө сәнғәт мәктәбе булараҡ асыла. 2004 йылдан хәҙерге исемендә йөрөй. 1988 мәктәпкә 2-се балалар музыка мәктәбе ҡушыла. Китапханаһы, 2 концерт һәм күргәҙмә залы, тауыш яҙҙырыу студияһы бар. Мәктәптә лекторий, «Кескәйҙәр өсөн музыкаль ҡунаҡханалар» ижади проекты (2005 йылдан) эшләй.

Бөгөнгө эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музыка-хор (хор йыры, синтезатор, фортепьяно), халыҡ һәм тынлы музыка инструменттары (аккордеон, балалайка, баян, гитара, домра, ҡурай, саксофон, флейта), ҡыллы (скрипка), фортепьяно, хореография, художество, әҙерлек бүлексәләре бар. Өфө сәнғәт мәктәбендә 100-ләп уҡытыусы һәм концертмейстер эшләй, күптәре почетлы исемдәргә эйә. Мәктәпте 3,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2013). Мәктәп уҡыусылары араһында халыҡ-ара (151), Бөтә Рәсәй (34), төбәк-ара (23), республика (63) художество, музыка һәм хореография конкурстары һәм фестивалдәре, теория буйынса олимпиадалар (11; бөтәһе лә — 2005—13) лауреаттары бар.

Ижади коллективтары һәм уларҙың ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хор коллективтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Өлкән йөштәге балаларҙың өлгөлө хоры «Яҙғы тауыштар» тип атала. Ул «Дуҫлыҡ» халыҡ-ара балалар хор ассамблеяһында (Мәскәү, 1996), «Талант ҡанаттарында» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестивалендә (2014), Хор коллективтарының республика конкурстарында (2010, 2011) лауреат була.
  • Уртансы кластарҙа уҡыусы балаларҙың «Умырзая» исемле хоры «Өфө — Башҡортостан халыҡтарының дуҫлығы һәм берҙәмлеге баш ҡалаһы» ҡала мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивалендә (2006), «Хор йәйғоро» республика конкурсында (2013), «Талант ҡанаттарында» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестивалендә (2014, Гран-при) ҡатнашып лауреатлыҡ яулай.
  • Кескәйҙәр хоры «Ҡояшҡай» «Хор йәйғоро» республика хор коллективтары конкурсында (2010, 2012) лауреат була.
  • Әҙерлек төркөмө хоры «Тамсылар» тип атала. Ул — Хор коллективтарының республика конкурсы (2013; бөтәһе лә — Өфө) лауреаты.

Вокаль ансамблдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Яҙ» — «Елдәр розаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы (Ағиҙел ҡалаһы, 2009), «Талант ҡанаттарында» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестивале (2013) лауреаты.
  • «Хохотушки», «Веснушки» ансамблдәре вокаль ансамблдәрҙең ҡала конкурстары лауреаты (2010, 2012; икеһе лә — Өфөлә).
  • «Ҡурай сәскәһе» башҡорт халыҡ инструменттары фольклор ансамбле «Праганың ҡышҡы әкиәте» халыҡ-ара балалар ижады фестивале лауреаты (Прага, 2008) була.
  • Гитарасылар, скрипкасылар ансамблдәре — халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестивалдәре лауреаттары (Өфө, 2011, 2013, 2014).
  • Урыҫ халыҡ инструменттары оркестры ла ҡалала билдәлелек алған.

Хореография коллективтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Звездочки» — Республика «Сулпылар» телевизион конкурсында (Өфө, 2010, 2012), Рәсәй балалар сәнғәт мәктәптәре һәм балалар музыка мәктәптәренең хореография бүлексәләре фестивалендә (Мәскәү, 2003, 2004), «Болгария дуҫтары» халыҡ-ара фестивалендә (2004, 2008) лауреат була.
  • «Арабески» коллективы «Болгария дуҫтары» халыҡ-ара (2007; икеһе лә — Албена ҡалаһында), Рәсәй балалар сәнғәт мәктәптәре һәм балалар музыка мәктәптәренең хореография бүлексәләре (Мәскәү; 2003, 2006), ижади коллективтарҙың «Сәнғәт донъяһында» (Сочи ҡ.; 2004, 2007) фестивалдәре, «Алтын феникс» конкурсы (Санкт-Петербург, 2009), балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында «Афарин» республика хореография сәнғәте конкурсында (Өфө; 2008) лауреат булыуға өлгәшә.
  • «Формула танца» коллективы — «Балтик йондоҙлоғо» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады (2010, 2011, Швеция-Финляндия), «Планетаның киләсәге» балалар һәм үҫмерҙәр ижады (Санкт-Петербург, 2009) конкурс-фестивалдәре, «Болгария дуҫтары» халыҡ-ара (2012, Албена), балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары араһында «Афарин» республика хореография сәнғәте (Өфө, 2008, 2010) конкурстары лауреаты.

Уҡыусыларҙың ижади эштәре «Илһам фәрештәһе» (Санкт-Петербург, 2013), «Душечка-краса девица» (Мәскәү, 2012) Бөтә Рәсәй конкурстарының лауреаттары булды.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]