Муса Йәлил премияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Муса Йәлил премияһы
татар. Муса Җәлил исемендәге республика премиясе
Нигеҙләү датаһы 14 февраль 1997
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Муса Йәлил
Дәүләт  Татарстан Республикаһы
Награда тапшырыусы Кабинет министров Татарстана[d]
Лауреаттар категорияһы Категория:Муса Йәлил исемендәге премия лауреаттары
 Муса Йәлил премияһы Викимилектә

Муса Йәлил премияһы (Муса Йәлил исемендәге премия) — Татарстандың, Советтар Союзы ҡаһарманы Муса Йәлил исемендәге дәүләт бүләге. 1968 йылда нигеҙләнгән. Татарстан президенты указы менән 1997 йылда яңынан булдырылған. Батыр татар шағиры Муса Йәлил исемен йөрөтә.

Маҡсаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Татарстандың интеллектуаль һәм рухи куәтен үҫтереү маҡсатында, һәләтле йәштәрҙең әҙәбиәт, сәнғәт, фән, мәғариф, эшмәкәрлек өлкәһендәге уңыштарын баһа биреү өсөн булдырылған.

Статут[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Татарстандың Туҡай премияһындан ҡала, икенсе дәрәжәләге дәүләт бүләге.
  • Татарстан министрҙар кабинеты ҡарары менән рәсмиләштерелә.
  • 2011 йылдан ике йылға бер мәртәбә, ҡағиҙә булараҡ, 4 премия тапшырыла.
  • Лауреаттарға исем, диплом, күкрәк тамғаһы, аҡсалата бүләк тапшырыла.
  • Аҡсалата бүләк 1968-2007 йылдарҙа 40 минималь эш хаҡына тиң була, 2007 йылдан һуң — 100 000 һум, 2015 йылда — 200 000 һум (һәр береһе)[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1968 йылда Татарстан республикаһы, Удмурт республикаһы АССР комсомолының М. Йәлил исемендәге премияһы булдырыла. 1991 йылдан һуң премияны биреү туҡталып тора. 1997 йылдың 14 февраленән премияны яңынан торғоҙыу тураһында указға ҡул ҡуйыла. 2002 йылдан башлап тапшырыла.
  • 30 йәшкә тиклем шәхестәр (коллективтар) намзәт була ала. Өҫтәмә булараҡ, йәштәр өсөн ижад итеүсе һәм йәштәр менән эшләүсе шәхестәрҙең йәше сикләнмәй.

1968-1976 йылдарҙа 5 номинация булған:

  • Композиторҙар
  • Һынлы сәнғәт оҫталары
  • Башҡарыусылар
  • Кинематографтар
  • Журналисттар

1976 йылда 2 номинация өҫтәлгән:

  • Ғилми-сәнәғәт өлкәһендә эшләүселәр
  • Уҡыу-уҡытыу хеҙмәткәрҙәре

М. Йәлил премияһы лауреаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ТАССР комсомолы премияһы лауреаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1968 Илдар Юзиев, шагыйрь — «Миләүшә» китабы өсен.
  • 1972 Мирсәйет Яруллин, композитор.[2]
  • 1974 Туфан Миңнуллин, драматург — «татар драматургияһын театр һәм сәнғәтен үҫтереүҙәге хеҙмәте өсөн».
  • 1974 Вәзил Мәликов бригадаһы, Яр Саллы ҡалаһында биналарҙы тиҙ һәм юғары сифатлы итеп ҡурған өсөн.
  • 1978 Фәнис Яруллин, яҙыусы — «Һулыш», «Айырылмаҫ дуҫ» китаптары өсөн.
  • 1978 Наил Дунаев, Камал театры артисы.
  • 1982 Разил Вәлиев, яҙыусы — «Йәшиһе килә» китабы өсөн.
  • 1982 Роберт Миңнуллин, шағир — «Аҡбай цирк ҡарай» (1978), «Ете ағай тай егә»(1980), «Айға остоҡ»(1982) китаптары өсөн.
  • 1985 Әнвәр Хужиәхмәтов, ғалим — «ауыл мәктәбе уҡыусыларын һөнәргә өйрәтеү системаһын булдырған өсөн».[3]
  • 1987 А. Алиш исемендәге Ҡазан ҡала балалар ижады үҙәге балалар хоры (етәксе Владислав Лукьянов, КДК профессоры)..
  • 1987 Альберт Әсәдуллин, музыкант (виолончель).
  • 1987 Марат Зарипов, музыкант (эскрипкә).
  • 1987 Шамил Монасипов, музыкант (эскрипкә).
  • 1987 Камил Монасипов, музыкант (альт).
  • 1988 Константин Васильев, рәссам — Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы картиналар шәлкеме өсөн.
  • 1988 Илдус Әхмәтйәнов, Камал театры артисты.
  • 1988 Рубин Абдуллин, органсы, професссор, ректор.
  • 1988 Рауил Бохараев, шағир — Ғабдулла Тукай һәм Муса Йәлил шиғырҙарын тәржемә иткән өсөн.
  • 1988 Риф Гатауллин, композитор, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт итальян композиторы.
  • 1989 Нариман Гарифуллин, артист — Ташсәйнәр («Ахырзаман», С. Айтматов) роле өсөн.
  • 1989 Зөлфирә Зарипова, артист — Ак бүре («Ахырзаман», С. Айтматов) роле өсөн.
  • 1989 Дамир Сиражиев, режиссёр — «Ахырзаман», С. Айтматов спектаклен сәхнәгә ҡуйған өсөн.
  • 1990 Владимир Федотов, баянсы.
  • 1990 «Ағиҙел» дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле.
  • 1999 Надежда Петина, скульптор (Ырымбур).
  • Зөлфәт, шағир.
  • Валерий Скобелев, рәссам.
  • Васил Маликов, һынсы.
  • Римма Ибраһимова, йырсы.
  • Ренат Харис, шағир.
  • Ркаил Зәйҙулла, яҙыусы.
  • Бариев Шамил, Камал театры артисы.
  • Юрий Федотов, Качалов театры артисы.
  • Наил Зәбиров, химик-ғалим, профессор.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Татарский энциклопедический словарь». Ҡазан, Институт Татарской энциклопедии АН Т, 1999.
  2. «Татарская энциклопедия». Ҡазан, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2002-2014.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милләттәштәр сайты

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]