Анциферов Владимир Никитович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анциферов Владимир Никитович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 ноябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Владивосток, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 6 март 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Пермь, Рәсәй
Ерләнгән урыны Северное кладбище[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө металлург
Эшмәкәрлек төрө Металлургия
Эш урыны Пермь дәүләт милли тикшеренеү политехник университеты
Уҡыу йорто Иркутск дәүләт техник университеты
Ғилми исеме РФА академигы[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Әүҙемлек урыны Пермь дәүләт милли тикшеренеү политехник университеты
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Анциферов Владимир Никитович (26 ноябрь 1933 йыл, Владивосток — 6 март 2016 йыл, Пермь) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-металдарҙы өйрәнеүсе. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973), РФА академигы (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Никитович Анциферов 1957 йылда Иркутск тау-металлургия институтын тамамлай. Соликамск магний заводында (1957); Пермь ҡалаһының Я. М. Свердлов исемендәге заводта (1958—1960, инженер − онтаҡ металлургияһы участка начальнигы).

1963 йылда МИСиС-ты тамамлай, аспирантурала кандидатлыҡ диссертацияһын, 1972 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 1973 йылда профессор исемен ала, 1991 йылдың 7 декабренән —инженер фәне буйынса РФА мөхбир ағзаһы (материалдарҙы өйрәнеүсе фән), 2000 йылдың 26 майынан — РФА академигы.

1963—2008 йылдарҙа — ассистент, доцент, профессор, аспирантура һәм докторантура етәксеһе. (НЦ ПМ) ГОУ ВПО «Пермь дәүләт техник университет» (ПГТУ) онтаҡ материалдар өйрәнеүсе фәненең Ғилми үҙәген нигеҙләүсе һәм уның етәксеһе, ПГТУ-ның «Онтаҡ материалдар фәне» кафедраһы мөдире

2016 йылдың 6 мартында Пермдә вафат була. Ҡаланың Төньяҡ зыяратында ерләнә

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Анциферовтың ғилми етәкселеге аҫтында техниканың яңы тармаҡтары өсөн яңы материалдар булдырыла һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер сәнәғәт предприятиеларында онтаҡ металлургияһы участкалары ойошторола. 500-ҙән ашыу фәнни баҫма, шул иҫәптән 41 монография авторы. В. Н. Анциферов тарафынан 234 авторлыҡ танытмаһы һәм РФ патенттары алына[1].

Онтаҡ, керамик, композицион материалдар алыу буйынса һәм төрлө функциональ тәғәйенләнештәге япмаларҙың физик-химик процестарын фундаменталь тикшеренеүҙәргә зур өлөш индерә[1].

Маҡтаулы исмедәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1982)
  • СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1987)
  • РСФСР Юғары һәм махсус урта белем биреү министрлығы премияһы лауреаты (1984, 1987)
  • Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1995, 2001, 2007)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
  • Дүртенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999)[2]
  • Пермь ҡалаһының почётлы гражданы (1999)
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (20.09.2009) — фәнни-педагогик эшмәкәрлеге һәм квалификациялы белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индергән ҡаҙаныштары өсөн[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]