Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, 2010

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, 2010
Логотип
Дәүләт  Рәсәй
Урын Рәсәй
Алдағы 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Всероссийская перепись населения 2020—2021 годов[d]
Ваҡиға ваҡыты 14 октябрь 2010
Рәсми сайт rosstat.gov.ru/free_doc/…
 2010 Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, 2010 Викимилектә
Сараның рәсми логотибы

Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу, 2010 рус. Всероссийская перепись населения (2010)2010 йылдың 14 октябренән алып 25 октябренә тиклем уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыу сараһы.

Йәниҫәпте ойоштороусы — Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте.

Үткәреү ваҡыты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбен алыуға ҙерлек 2007 йылда башланған.

2008 йылда һынау рәүешендә бер нисә төбәктә халыҡ иҫәбен алыу үткәрелгән.

Йәниҫәпте 2013 йылға күсерергә тәҡдим ителһә дә, аҡса күсерелгән булғанлыҡтан, Владимир Путин күрһәтмәһе буйынса сара ваҡытында уҙғарыла.

Һөҙөмтәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдың мартында иғлан ителгәнсә, Рәсәйҙә халыҡ һаны — 142 905 200 кеше.

Милли составҡа килгәндә, урыҫтар — 111,0 млн, татарҙар — 5,31 млн, украиндар — 1,93 млн, башҡорттар — 1,58 млн, сыуаштар — 1,43 млн, чечендар — 1,43 млн, әрмәндәр 1,18 млн кешене тәшкил итә.

Башҡорт телен туған теле тип 1 133 339 башҡорт күрһәткән (туған телен күрһәткәндәрҙең 71,7 %). 230 846 башҡорт туған теле типтатар телен атаған (14,6 %). 216 066 башҡорт туған телен рус теле тип күрһәткән (13,7 %)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]