Вәсилә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәсилә

Вәсилә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәсилә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе айырылмаҫ дуҫ, көтә белеүсе тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы (31 декабрь 1979 йыл — 26 ғинуар 2016 йыл) — Башҡортостан йырсыһы. Башҡортостан Республикаһыының (2015) һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2015). Композитор Урал Рәшитовтың «Тыуған яҡ» йырын башҡарыусы булараҡ популярлыҡ яулай

Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы (11 июль 1942) — анатом, медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (1997), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мəктəп хеҙмәткәре (2002), Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002), Башҡортостан Республикаһының халыҡ мəғарифы отличнигы (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985).

Яңыбаева Вәсилә Әхәт ҡыҙы (1 август 1962 йыл) — ғалим-биолог, хужалыҡ эшмәкәре. 2002 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры. Биология фәндәре кандидаты (2002).

Ишмөхәмәтова Вәсилә Хөсәин ҡыҙы — БАССР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Өфө ҡалаһы Совет районы, 61-се Володар һайлау округы[2].

Ғәйерфанова Вәсилә Әфтәх ҡыҙы — БАССР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Шишмә районы, 274-се Шөңгәккүл һайлау округы[3].

Фәйзуллина Вәсилә Инсафетдин ҡыҙы — БАССР-ҙың 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Бәләбәй районы, 124-се Аделькин һайлау округы[4].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вәсилә (хикәйә) Авторы Физәлиә Дәүләтгәрәева.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ