Дитковските Агния Олеговна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Агния Дитковските
лит. Agnija Ditkovskytė
На премьере фильма «Утомлённые солнцем: Предстояние», 2010 год
На премьере фильма «Утомлённые солнцем: Предстояние», 2010 год
Исеме

Агне Олеговна Дитковските[1]

Тыуған көнө

11 май 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2][3] (36 йәш)

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәре

актриса, Ҡалып:Телеведущий

Карьераһы

2006 йылдан

IMDb

ID 2478923

 Дитковските Агния Олеговна Викимилектә

Агния (Агне) Олеговна Дитковските (лит. Agnija (Agnė) Ditkovskytė; 11 май 1988(19880511)) — Рәсәй актрисаһы һәм йырсыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1988 йылдың 11 майында литва режиссеры Олегас Дитковскис һәм Рәсәй актрисаһы Татьяна Борисовна Лютаева ғаиләһендә тыуа. 15 йәшкә тиклем Литвала йәшәй, ә 2004 йылда ул әсәһе һәм ҡустыһы Доминикас Раманаускас менән (лит. Dominykas Ramanauskas)[4]Мәскәү ҡалаһына күсеп килә<[5]. Агния ата-әсәһенең эшен дауам итергә ҡарар итә (был йыш ҡына ижади ғаиләләрҙә бул торған хәл) һәм ВГИК-ка инә, әммә беренсе курстан уҡ уҡыуҙан китә. Шуға ҡарамаҫтан, Агния профессиональ эшмәкәрлеген башлай һәм «Эҫелек» тулы метражлы фильмда дебют яһай, унда төп ролдәрҙең береһен уйнай[5]. 2010 йылда фигурист Повилас Ванагас менән парҙа Беренсе каналдың «Боҙ һәм ялҡын» исемле проектында ҡатнаша[6]. 2015 йылда бейеүсе Евгений Раев менән бергә Россия телеканалының «Йондоҙҙар менән бейеү» шоуының туғыҙынсы миҙгелендә ҡатнаша[7].

Агния «Danissimo» рекламаһында төшә[8]. 2010 йылда Рома Кенгой менән «Самолеттар» йырын башҡара. 2015 йылда «Биплан» төркөмөнөң «Киносны» йырының яңы версияһында ҡатнаша.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылдан актер Алексей Чадов менән осраша башлай, уның менән «Эҫелек» фильмында төшә[1]. Агния менән Алексей АҠШ-та «Оло ҡалала мөхәббәт» фильмын төшөргәндә лә бергә булалар, унда Алексей төп ролдәрҙең береһен башҡара. 2009 йылда уларҙың мөнәсәбәттәре өҙөлә, әммә өс йылдан һуң улар яңынан осраша башлай, ә 2012 йылдың 24 авгусында йәштәр өйләнешә [9][10]. 2014 йылдың 5 июнендә уларҙың Федор исемле улдары тыуа[11][12][13]. 2015 йылдың 2 майында актерҙар айырылыша[14].

2017 йылдың 16 апрелендә актриса икенсе балаһын таба[15].

2021 йылдың йәйендә бизнесмен Богдан Панченкоға кейәүгә сыға[16]. 2021 йылдың 3 ноябрендә өсөнсө тапҡыр әсә була, был хаҡта үҙенең instagram-ында хәбәр итә.

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Исеме Роль
2006 ф Эҫелек Настя
2006 ф Мөхәббәт билдәләре Лукреция
2006 с Иван Подушкин. Эҙләнеү джентльмены Галя
2006 тф Васыят буйынса үлем Герда Яновна Микелёните
2008 ф Альпинист (фильм) Имя персонажа не указано
2008 с Ҙур эштәр атҡарыусылар. Бергә булыу Лика
2008 тф Мөхәббәт хаҡында ике тарих Кира Киреева
2008 ф Фәрештә ҡанаттары Вероника
2008 тф Көҙгө вальс Мария Олеговна Петрушина
2009 ф Уйында Лена
2009 ф Этәрелеү Белла
2010 ф Уйында 2. Яңы кимәл Робинзон/Наташа Робертсон
2011 ф Борис Годунов Марина Мнишек
2011 ф Ярһыу йөрәк Кристина
2011 с Һин генә Ольга Беглова
2012 ф Яңы йыл менән, әсәйҙәр! Вика
2013 с Агент Настя
2013 с Намыҫ эше Ольга
2013 с Яҡларға ант итәбеҙ Вероника
2013 с Кәкүккәй Вероника Крусс
2013 ф Уңыштар утрауы Даша
2013 ф Уйынсыҡтар һатыусыһы Натали
2013 ф Sex, кофе, сигареттар киллер
2014 ф Вий (фильм) Настуся
2014 с Майор Соколовтың гетералары Эдит
2015 с Ғаилә бизнесы Оксана
2016 ф Үлемесле бейеү Зебра
2017 ф Аҙаҡҡы мәҡәлә Полина
2018 с Доктор Преображенский Марина
2021 ф Мажор Зоя
2021 с Таң алдынан бер сәғәт Татьяна («Лялька»), шәфҡәт туташы
2021 с «Аметист» миссияһы Елена Колмогорова \ Лаура
2022 ф Гардемариндар 1787. Солох Александра Белова
2023 ф Гардемариндар 1787. Һуғыш Александра Белова

Клиптарҙағы ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2005 — «Бында һәм тегендә» (Алексей Чумаков)
  • 2010 — «Самолёттар» (Рома Кенга)
  • 2012 — «RockStar» (Тимати)
  • 2015 — «Кинотөштәр 2015» (Биплан)
  • 2016 — «Һиңә барыһы ла мөмкин» («Artik &amp; Asti»)
  • 2016 — «Анттар» («Хайыуандар»)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Агния Дитковските: Праздники Любви 2021 йыл 16 май архивланған. // popularperson.info
  2. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  3. Agnia Ditkovskite // ČSFD (чеш.) — 2001.
  4. Ольга Кунгурцева, Всеволод Цымбал. Актриса Татьяна Лютаева: «Двое детей у меня уже есть. Бог даст, рожу ещё одного». КП в Украине (19 декабрь 2007). Дата обращения: 24 апрель 2016. Архивировано 24 апрель 2016 года.
  5. 5,0 5,1 Биографии звёзд. Агния Дитковските. Cosmo.ru. Дата обращения: 11 сентябрь 2011. Архивировано из оригинала 5 март 2012 года.
  6. Агния Дитковските и Повилас Ванагас в шоу «Лёд и пламень» 2014 йыл 2 ғинуар архивланған.
  7. Агния Дитковските и Евгений Раев в шоу «Танцы со звёздами» 2015 йыл 1 апрель архивланған.
  8. YouTube сайтында Danissimo
  9. Алексей Чадов и Агния Дитковските поженились. wday.ru. Дата обращения: 29 август 2012. Архивировано 9 декабрь 2012 года.
  10. Чадов и Дитковските тайно поженились. Дни.ру (29 август 2012). Дата обращения: 29 август 2012. Архивировано 24 ғинуар 2020 года.
  11. Мария Ремизова. Алексей Чадов и Агния Дитковските назвали сына Фёдором. Комсомольская правда (8 июнь 2014). Дата обращения: 11 июнь 2014. Архивировано 8 июнь 2014 года.
  12. Агния Дитковските родила Алексею Чадову сына. 7Дней.ру (5 июнь 2014). Дата обращения: 6 июнь 2014. Архивировано 7 июнь 2014 года.
  13. Ольга Александрова. Агния Дитковските родила сына Алексею Чадову. Комсомольская правда (5 июнь 2014). Дата обращения: 6 июнь 2014. Архивировано 28 июль 2014 года.
  14. Мать Агнии Дитковските: «Моя дочь и Алексей Чадов не живут вместе с мая». Life (24 июль 2015). Дата обращения: 2 март 2018. Архивировано 10 август 2017 года.
  15. Агния Дитковските во второй раз стала мамой. www.zirki.odnoboko.com. Дата обращения: 16 апрель 2017. Архивировано 17 апрель 2017 года.
  16. Агния Дитковските вышла замуж второй раз. Лайфстайл. Кино-Театр.Ру (21 июнь 2021). Дата обращения: 11 ноябрь 2021. Архивировано 11 ноябрь 2021 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы видеофайлдар
YouTube сайтында Интервью с Агнией Дитковските
YouTube сайтында «Кто там» (18.12.2010) — Agne Ditkovskyte