Иҫке Мөхәмәт мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Мөхәмәт мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1927
Дәүләт  СССР
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Иҫке Мөхәмәт ауылы
Адрес Республика Башкортостан, Кигинский район, д. Старомухаметово, ул. Советская, 18
Почта индексы 452503
Рәсми сайт staromuhschool.jimdofree.com

Иҫке Мөхәмәт мәктәбе (Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы муниципаль районы Иҫке Мөхәмәт ауылының урта дөйөм белем биреү муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы — рус. Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа д. Старомухаметово муниципального района Кигинский район Республики Башкортостан) — дөйөм белем биреү учреждениеһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында беренсе мәктәп 1927 йылда мәсет бинаһында асыла. Ул беренсе баҫҡыс белем биреү учреждениеһы була. Уҡытыусы булып Ғабдрахман Ғирфанов эшләй.
Оморҙаҡ байҙың мөлкәтен тартып алғас, уның өйҙәрен мәктәп итәләр. Балалар һаны күп булғанлыҡтан, уҡыусылар Миндиямал Ғәлимова һәм Бибифайза Иҫәнбаеваның ҡуртымға биргән йортода уҡытыла.
1949 - 1950 йылдарҙа мәктәп ете йыллыҡҡа әйләндерелә.
1955 йылда мәктәптең төп корпусы мәсет бинаһы төкөтөлөп киңәйтәләр.
1960 йылда белем усағы һигеҙ йыллыҡҡа әйләндерелә. 1987 йылдан мәктәп үҙгәртеп ҡорола һәм урта дөйөм белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелә, яңы мәктәп бинаһы төҙөлә. Яңы мәктәп төҙөңгә уның директоры Рафаил Нәби улы Йосопов ҙур көс һала. 2021 йылдан тулы булмаған дөйөм белем биреү мәктәбе тип үҙгәртелә.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]